Бөрйән ҡыҙы Азалия Вәлиеваны күптәр уңышлы эшҡыуар ханым тип тә, моңло тауышлы йырсы булараҡ та белә. Күптән түгел уның тормошонда ҙур үҙгәрештәр булған: Азалия Ҡазанға күсеп эш башлаған.
Ошо көндәрҙә ул "TMTV" татар музыка каналының “Тәмле көрәш” тип аталған тапшырыуында ҡатнашып, алып барыусы Булат Байрамовты башҡортса иҫәнләшергә өйрәткән. Бер нисә тапҡыр ҡабатлағандан һуң ул “Һаумыһығыҙ!” тип хатаһыҙ сәләмләүгә өлгәшә.
“Тапшырыу бик ҡыҙыҡлы ғына. Кешеләр рецепт ебарә һәм һин тап шундай уҡ ризыҡ бешерергә тейешһең. Миңә ҡоймаҡҡа төрөлгән ҡыҙыл балыҡ әҙерләү бурысы ҡуйылды. Эште бик теүәл, бар йәһәттән оҡшаш итеп башҡарып, бүләк алып кайттым”, – ти Азалия.
Фото һәм видео Азалия Вәлиеваның шәхси архивынан.