Телгенәм - бергенәм
14 Декабрь 2019, 14:20

Телһөйәрҙәр байрамы дан булды

Башҡорт теле көнө айҡанлы баш ҡаланың "Башҡортостан" лайфстайл үҙәгендә лә матур байрам ойошторолдо.

Башҡорт теле көнө айҡанлы баш ҡаланың "Башҡортостан" лайфстайл үҙәгендә лә матур байрам ойошторолдо.
Үҙәккә инеү менән башҡорт моңдары әллә ҡайҙан саҡырып, үҙенә әйҙәп тора ине. Халыҡ бихисап йыйылған: балалар ҙа, ололар ҙа күп булды. Бәләкәстәр һүрәт төшөрҙө, милли биҙәкле аквагрим яһатты, төрлө ҡыҙыҡлы уйындарҙа ҡатнашты. Бейеп тә, йырлап та, йомаҡтар сисеп тә шатландылар.
Ошонда уҡ З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте сығарған төрлө китап-альбомдар, Сибай педагогия колледжы, Учалы башҡорт гимназияһының экспозициялары һәм башҡа күргәҙмәләр менән дә танышыу мөмкинлеге булды. Учреждениеларҙың һәр ҡайһыһы телде үҫтереү, һаҡлау маҡсатындағы саралар үткәреү өсөн Рәсәй һәм төбәк кимәлендәге гранттарға эйә булған. Сибай педагогия колледжында дүрт тиҫтә йылға яҡын эшләгән педагог Гөлдәр Дәүләтбаева ошо хаҡта бер кәлимә һүҙ әйтте:
– Башҡорт телен үҫтереү йәһәтенән беҙҙең уҡыу йорто республика Башлығы грантына лайыҡ булды. Бынан бер нисә ай элек ҙур эштәр атҡарырға тотондоҡ. Атап әйткәндә, Силәбе һәм Ырымбур өлкәләрендәге милләттәштәребеҙ менән осрашыуҙар ойошторҙоҡ, телде һаҡлау йәһәтенән әһәмиәтле саралар үткәрҙек. Шулай уҡ грант беҙгә “Рухи мираҫ” һәм “Биҙәү-ҡулланма әйберҙәрен эшләүҙә башҡорт милли стиле” тип аталған китаптар, башҡа баҫма продукция сығарырға мөмкинлек бирҙе. Бөгөнгө сарала ла теләп ҡатнашабыҙ. Телде ҙурлаған оло сара был.
“Башҡортостан” лайфстайл үҙәгендә үткән сараны М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының билдәле артистары сығыштары биҙәне. Хөрмәтулла Үтәшев, Артур Ҡунаҡбаев, Руслан Хайсаров, Артур Кәбиров, Гөлнара Ҡаҙаҡбаева, Рәзифә Динмөхәмәтова, Сәғиҙулла Байегет һәм башҡа сағыу сәхнә йондоҙҙарының сығышын халыҡ ихлас ҡабул итте, алҡыштарға күмде.
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле артистары иһә башҡорт халыҡ бейеүҙәре элементтарын өйрәтеү буйынса флешмоб ойошторҙо, уға йәше лә, ҡарты ла ихлас ҡушылды.
Автор фотолары.
Читайте нас