Телгенәм - бергенәм
27 Декабря 2019, 08:06

Халыҡҡа, телгә хеҙмәт итәләр

Яңыраҡ Өфөнө генә түгел, Башҡортостанды шаулатҡан Башҡорт теле көнө тирәләй шатлыҡлы һөйләшеүҙәр тынмай. Тарихта беренсегә дәүләт кимәлендә уҙғарылған был байрамды ойоштороуға күп йәмәғәт, сәнғәт, фән эшмәкәрҙәре үҙ көсөн һалды, уларға Рәхмәт хаттары ла тапшырылды.

Яңыраҡ Өфөнө генә түгел, Башҡортостанды шаулатҡан Башҡорт теле көнө тирәләй шатлыҡлы һөйләшеүҙәр тынмай. Тарихта беренсегә дәүләт кимәлендә уҙғарылған был байрамды ойоштороуға күп йәмәғәт, сәнғәт, фән эшмәкәрҙәре үҙ көсөн һалды, уларға Рәхмәт хаттары ла тапшырылды.


Мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев билдәләүенсә, Баш­ҡорт теле көнөнөң форматы үҙенсә­лекле булды – ул сауҙа үҙәктәрендә лә ойошторолдо. “Үҙем быйыл беренсе тапҡыр Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған ауылы Миәкә районы Туҡһан­байҙа булдым. Унда халыҡ матур йәшәй, туған тел, милләт кеүек төшөнсә­ләрҙең ҡәҙерен белә”, – тине ул.


Ранис Рәйес улы Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондының Башҡорт теле байрамын ойоштороуға күп көс һалыуын билдәләне, уның етәксеһе Гөлназ Йосоповаға рәхмәт белдерҙе.


“Залда йыйылған шәхестәребеҙҙең барыһы ла – халҡыбыҙҙың арҙаҡлы ул-ҡыҙҙары. Артабан да ҡулға-ҡул тотоно­шоп йәшәйек, халҡыбыҙға хеҙмәт итә­йек”, – тип тамамланы ул үҙ сығышын.


Сулпан Асҡарова, Лилиә Хурамшина, Рөстәм Ғиззәтуллин, “Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы, Гөлгөнә Зәйнетдинова, Гөлнара Ҡаҙаҡбаева кеүек билдәле сәнғәт, мәҙәниәт һәм медиа әһелдәре тәүгеләрҙән булып Рәхмәт хаттары алып ҡыуанды.


Артабан һүҙ Мәғариф министр­лығының милли мәғариф үҙәге етәксеһе Булат Зиннуровҡа бирелде.

– Заманса ҡараш, яңы ысулдар менән телде һаҡларға тейешбеҙ. Мәғариф өлкәһенә килгәндә, быйыл ҙур эштәр башҡарҙыҡ. Шуларҙың араһында сит төбәктәрҙә башҡорт теле кластарын асыу иғтибарға лайыҡ. Силәбе өлкәһендә өс меңдән ашыу башҡорт балаһы туған телен өйрәнә, киләсәктә был һандар тағы ла артасаҡ, – тине ул һәм Руслан Хужин, Марсель Мөхәмәтйәнов кеүек алдынғы ҡарашлы йәштәрҙе, “Теласҡыс” балалар үҙәген, билдәле шағирә Зөлфиә Ханнанованы бүләкләне.


Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Искәндәр Юлдашев та уҙып барған йылдың әһәмиәтле ваҡиғаларына туҡталды.


– Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә йәшәгән башҡорттар менән тығыҙ ара­ла­шырға насип булды, был саралар Баш­ҡортостан Башлығы грантына уҙға­рылған Башҡорт мәҙәниәте һәм мәға­рифы көндәре сиктәрендә үтте. Республиканан ситтә йәшәгән милләт­тәштә­ре­беҙҙең проблемалары менән таныштыҡ, уларҙы хәл итеү юлдары ҡаралды.


Быйыл башҡорт теле көнөн дәүләт кимәлендә үткәрергә ҡарар итеү – тарихи мәл. Шулай уҡ Бөтә донъя баш­ҡорттары ҡоролтайы тәҡдиме менән 2020 йыл Башҡорт теле йылы тип иғлан ителде, – тине Искәндәр Хисмә­тулла улы һәм Рәйсә Күзбәкова, Бөтә донъя баш­ҡорттары ҡоролтайының ата-әсәләр комиссияһы, Шәүрә Йомағужина, Асия Шахмина, Гөлназ Ишемғолова, Рита Өмөтбаева, Фәрүәз Рафиҡов, Илһам Йәндәүләтов, Тамара Юлдашева, Зөбәйҙә Исламова һәм башҡа йәмәғәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә Рәхмәт хаттары тапшырҙы.


Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды етәксеһе Гөлназ Йосопова үҙ сығышында Башҡорт теле көнөндә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында Республика берҙәм башҡорт теле дәресе үтеүе хаҡында һөйләне, һәм был сарала ярҙам күрһәткәндәре өсөн башҡорт теле уҡытыусыһы Гөлшат Кәбироваға, билдәле юморист Фидан Ҡолмөхәмәтовҡа рәхмәт белдерҙе.
Рөстәм Ғатауллин, Илдар Кинйә­бу­латов, Искәндәр Шәкиров, Зөһрә Бу­раҡаева, Роман Пожидаев һәм баш­ҡа­ларға Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Халыҡҡа хеҙмәт итеүен Башҡорт теле көнөн ойоштороуҙа ярҙам күрһә­теүҙәре менән генә түгел, ғөмүмән, көндәлек тормоштағы әүҙем, файҙалы эшмәкәрлектәре менән иҫбат иткән шәхестәрҙең дә әйтер һүҙҙәре бар ине.
– Телебеҙҙе һаҡлап алып ҡалыуҙа ауырлыҡтарҙы күп күрергә тура килде, – тип башланы үҙ сығышын “Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)” йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге Башҡарма комитеты аппара­тының баш белгесе, “Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәге рәйесе Рәйсә Күзбәкова. – Башҡорт теле көнөн өс йыл рәттән мәктәптәр кимәлендә үткәреп килдек, ярҙамдары өсөн милли гимназияларға ҙур рәхмәт. 2018 йылда был байрам Мәҙәниәт министрлығы менән берлектә ҙур масштабта Конгресс-холл бинаһында үтһә, быйыл ул тағы ла юғарыраҡ кимәлгә күтәрелде. 14 декабрь көнө иртәнге сәғәт алтынан алып төнгө ун икегә хәтле күңелем йырланы. Телебеҙ тантана итте. Был байрамдың бәҫен һүндермәү, телебеҙҙе һаҡлау үҙебеҙҙән тора.
Веб-дизайнер, күп кенә башҡортса проекттарға нигеҙ һалыусы, башҡорт клавиатураһы ҡушымтаһын уйлап сығарыусы Илдар Кинйәбулатов башҡорт телен үҫтереүҙә яңы кимәлгә сығыуыбыҙҙы ике йүнәлеш менән билдәләне. “Беренсенән, телде үҫте­реүҙә йәштәр әүҙем ҡатнаша, икенсе­нән, заманса технологияларҙы ҡулла­ныу киңәйҙе. Иң мөһиме – аңыбыҙ үҙ­гәр­ҙе, башҡорт телен һаҡлап ҡалыуҙа һәр беребеҙҙең ҡатнаш­лығыбыҙ кәрәк икәнен төшөнә башланыҡ”, – тип ихлас шатлығын йәшермәне ул.
Башҡорт теле көнө рәсми рәүештә йыл да декабрҙең ун дүртенә ҡайтып ҡалһа, был мәңгелек ҡиммәтебеҙҙе һаҡлау, уны киләсәк быуынға еткереү, замана талаптарына ярашлы итеп үҫтереү өсөн көрәш көн дә дауам итә. Беҙ һүҙ алып барған сарала йәмәғәт, сәнғәт, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре Рәхмәт хаттары арҡылы киләсәктә лә яңы үрҙәргә, яңы проекттарға, тимәк, телде һаҡлау, халыҡҡа хеҙмәт итеү өсөн яңы башланғыстарға илһамланды.

Читайте нас