Бөгөн Сибай ҡалаһында башҡорт телендә "Атайсал" гәзите сыға башлауға теүәл 30 йыл. “Атайсал” гәзите – Сибай ҡалаһының төп мәғлүмәт сығанаҡтарының береһе. Ул Сибай, Баймаҡ ҡалаһында, Баймаҡ, Йылайыр һәм Хәйбулла райондарына тарала.
Баҫманың барлыҡҡа килеү тарихы үткән быуаттың 90-сы йылдарындағы илдәге үҙгәртеп ҡороуҙар осорона тура килә. Уның милли телдә донъя күреүе төбәк халҡының күпселеген тәшкил иткән ерле халыҡтың милли һәм рухи ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү, туған телебеҙгә, тарихыбыҙға, мәҙәниәтебеҙгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн этәргес булып тора.
Гәзиттең тамырҙары “Йәншишмә” гәзитенә барып тоташа. Уның тәүге һаны 1990 йылдың 24 ғинуарында “Сибайский рабочий” гәзитенә ҡушымта рәүешендә сыға. Ул саҡтағы мөхәррире (тәүге мөхәррир) Гөлшат Әхмәтҡужина була.
1990 йылдың 27 декабрендә КПСС ҡала комитеты һәм халыҡ депутаттарының ҡала Советы президиумының дөйөм ултырышында башҡорт телендә “Атайсал” исемле үҙаллы гәзит сығарыу тураһында ҡарар ҡабул ителә. Уның тәүге һаны 1991 йылдың 1 ғинуарында донъя күрә.
Әйткәндәй, “Башҡортостан” гәзитенең уңған хәбәрселәре - Гөлдәр Яҡшығолова менән Самат Ғәлин дә “Атайсал” гәзитендә эшләп киткән.
Фото: "Атайсал" гәзите сайтынан.