Телгенәм - бергенәм
21 Февраля 2020, 17:40

Башҡорт теле йылын һәр кем үҙенән башлаһын!

Шишмә районы Ҡара Яҡуп ауылында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан иғлан ителгән Башҡорт теле йылын асыу сараһы үтте. Сара Шишмә районының мәҙәниәт йорто директоры Салауат Ғилметдиновтың ҡурай моңдары аҫтында башланып китте. Ул “Урал”ды уйнағанда, ғәҙәттәгесә, бар халыҡ аяғүрә баҫып тыңланы.

Шишмә районы Ҡара Яҡуп ауылында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан иғлан ителгән Башҡорт теле йылын асыу сараһы үтте. Сара Шишмә районының мәҙәниәт йорто директоры Салауат Ғилметдиновтың ҡурай моңдары аҫтында башланып китте. Ул “Урал”ды уйнағанда, ғәҙәттәгесә, бар халыҡ аяғүрә баҫып тыңланы.
Ҡара Яҡуп ауыл Советы рәйесе, Шишмә районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары Рәфис Ҡарағолов: “Башҡорт теле йылы ауылдарҙа күптән башланды, әммә бөгөн -рәсми тантана. Башҡорт теле йылын һәр кем үҙенән башларға бурыслы!” – тине.
Республиканың Ағинәйҙәр хәрәкәте етәксеһе, “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева сығышында сараға йыйылған халыҡҡа мөрәжәғәт итеп: “Балаларығыҙҙы телебеҙҙән мәхрүм итмәгеҙ. Бәхеткә, тормош асылына төшөнөүҙә иң төп ҡорал, асҡыс – ул туған тел!” – тип кәңәш бирҙе. Ул шулай уҡ төбәктә уңышлы эшләгән ағинәйҙәргә Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Ҡара Яҡуп балалары башҡарыуында “Башҡортостан” тигән йырҙы ишетеү барыһы өсөн дә ҡыуаныс булды. Ә мәктәп уҡыусыһы Арыҫлан Хәсәнов “Урал батыр” эпосынан өҙөктө бигерәк матур уҡыны: бер ниндәй пафос, ялған өн юҡ, бала үҙе нимә һәм нисек аңлаған, беҙгә шул хаҡта һөйләне. Шулай уҡ Регина Мөхҡолова ла шиғыр уҡып ишеттерҙе. Ул Башҡортостандың халыҡ шағиры, яҡташы М. Кәримдең әҫәрен ятлаған. “Гөлнәзирә” башҡорт фольклор ансамбле сығышы дәртле йырҙары менән байрамға йәм өҫтәне. Әйткәндәй, төркөм 1998 йылда ойошторолған, ә 2009 йылда уларға “халыҡ ансамбле” исеме бирелгән.
Ауылдың ағинәйе Рауиҙә Сәфәрғәлиева апай төбәк тарихы хаҡында һөйләп, ауылдың 1136 йыл тулыуын иҫбатлаған документтар барлығын, тик уларҙы туплап, халыҡҡа еткереүҙә ярҙам кәрәклеген дә еткерҙе.
Сараға башҡорт милли кейемдәрен тегергә өйрәткән Сәрүәр Аслаева ла килгәйне. Ул ҡатын-ҡыҙҙарға түшелдеректәр, ҡашмауҙар эшләргә өйрәтте.
Читайте нас