Телгенәм - бергенәм
3 Апреля 2020, 08:19

Аdоbе Рrо Ргеmiеrе программаһын ҡуллана беләһегеҙме?

Ул эшегеҙҙе юғары кимәлгә күтәрер.

Бөгөнгө осорҙа тормошобоҙ бөтә йәһәттән йылдам рәүештә үҫеүсе заманса электрон технологияларға бәйле булғанлыҡтан, тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә лә уҡыусыларҙың үҙаллылығын һәм ижади эшмәкәрлеген үҫтереү өлкәһендә интернет һәм компьютер технологияларын ҡулланыу ярҙамға килә. Тап ошо йүнәлеш, традицион технологиялар менән бер рәттән, уҡыу-уҡытыу процесының бөтә инновациялы технологиялары араһында иң мөһим урынды яулап ала барыуын билдәләргә кәрәк. Интернет технологиялары – уҡытыусы ҡулындағы иң ҡеүәтле ҡорал. Уны дөрөҫ ҡуллана һәм дәрестәрҙә урынлы файҙалана белеү бик мөһим.


Тәжрибә майҙансығында


Яңы быуын Федераль стан­дарттарға ярашлы төҙөлгән дә­реслектәрҙә, методик әҙәбиәттә уҡыусының тәбиғәт тарафынан бирелгән ижади һәләттәрен үҫтереүсе технологиялар ҡул­ланыу айырыуса хуплана. Башҡорт әҙәбиәтен уҡытыуҙа яңы, заманса мәғлүмәти интернет технологиялары, компьютер ҡулланыу уҡытыу сифатын яҡшыртырға ярҙам итә, уҡыусыларҙың үҙаллы эшләү һәләтен үҫтерә, үҙ-үҙенә ышаныс, фәнде өйрәнеүгә ҡыҙыҡ­һыныу уята.


Мәғлүмәти-компьютер техно­логияларының белем биреү процесында киң йәйелдерелеүе Рәсәй мәктәптәре үҫешенең бөгөнгө этабында бик мөһим урын алып тора. Был уҡыу­сыларға белем биреүҙә тулайым уҡытыуҙың мәғлүмәттәрҙе еңел табыу юлын күрһәтеү, вариатив эшмәкәрлектә уҡыусыларҙың мөмкинлектәрен асыу, уны ин­диви­дуаллеккә яҡынлаш­ты­рыу, ҡулайлаштырыуҙа алыш­тыр­ғыһыҙ компонент ҡына түгел, ә белем алыусы бөтә субъекттарҙың белемде ҡабул итеүсе булыуҙан тыш, уны табыу һәм үҙләштереү эшмәкәр­легендә тиң хоҡуҡлы әүҙем ҡатнашыусы булыуы мөһим. Бөгөнгө уҡытыусы бөтә яҡлап та үҫешкән, заман менән бергә атлаған, яңынан-яңы алымдар, мәғлүмәти технологияларҙы ҡуллана белгән шәхес булырға тейеш. Ә инде аң-белемеңде үҫтереү, яңы тәжрибә туплау, белгәндәреңде өйрәтеү һәм өйрәнеү бер ҡасан да һуң түгел. Ошо йүнәлештә файҙалы эш үҙенсәлектәре тәҡдим итмәк­семен.


Был программа менән эш­ләргә өйрәнеүҙе нимәнән баш­ланыҡ? Гимназиябыҙҙың уҡыу­сыларын Башҡортостан Респуб­ликаһының дәүләт теле һәм республикала йәшәгән башҡа төрлө милләт халҡы телдәрен һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән Дәүләт программаһына ярашлы, “Тамыр” республика балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы һәм Башҡортостан Мәғариф министрлығы нигеҙендәге “Тамыр селтәре” проекты ойош­торған интенсив-тренингта ҡат­нашырға саҡырҙылар. Әлбиттә, беҙҙең Жәлил Кейекбаев исемен­дәге 3-сө гимназия уҡыусылары унда әүҙем ҡат­нашты һәм “Арғымаҡ ТV” телестудия­һында еңеүсе булды.


Интенсив күнекмәгә рес­публи­каның төрлө төбәгенән башҡорт гимназияларында уҡыусылар, йәғни буласаҡ журналистар, видеоҡораусылар, режиссерҙар, операторҙар “Тамыр”ҙа тупланды. Беренсе интенсивҡа 100-ләп бала килде. Төркөмдәргә бүленеп, өс сәғәт буйы профессионалдар күҙәте­үендә сценарий яҙыу, ябай сюжет төшөрөү, ҡорау серҙәренә төшөндө, интервью алыу оҫталығын үҙләштерҙеләр.


Икенсе тренингта социаль ролик төшөрөргә өйрәтелде. Өсөнсө тренингта иһә әкиәт төшөрөү серҙәре асыҡланды һәм сиселде. Интенсив тренинг­тарҙан тыш, балалар өйгә бирелгән эштәрҙе лә лайыҡлы башҡарҙы. “Бәйләнештә”ге “Тамыр” төркөмөндә тамашасылар уларҙың эштәрен ҡарап, баһалап барҙы.


Был проектта беҙҙең уҡыу­сылар хәбәрсе лә, оператор ҙа, ҡораусы булараҡ та ҡатнашып, I дәрәжә “Иң яҡшы журналист” һәм “Иң яҡшы оператор” дипломдарына лайыҡ булды.


Ғөмүмән, республиканың мил­ли гимназия һәм мәктәптәре телестудиялары өсөн уҙға­рылған сара киләсәктә үҙҙәрен журналист тип күргән ҡыҙҙар, малайҙар өсөн ҙур тәжрибә туп­лау майҙансығы булды.



Программа файҙа килтерә


Гимназиябыҙҙа ла ошондай юғары дәрәжәләргә эйә бул­һындар өсөн балалар менән эш юғары кимәлдә ҡуйылған. Республика кимәлендә “Тамыр селтәре” проектында 12 гимна­зияның ҡатнашасағы билдәле булғас, етәкселек миңә “Арғымаҡ ТV” телестудия­һында дәрестән тыш сәғәттәр алып барырға тәҡдим итте. Унда балалар әүҙем рәүештә тележурналистика, оператор оҫталығы, видеоҡорау серҙәрен аса. Мәҫәлән, тележурналистика бүлеге түбәндәге һорауҙарҙы асыҡлай:


1. Студияла хәүефһеҙлек тех­никаһы. Тележурналистикаға инеш. Аралашыу сараһы була­раҡ телевидение. Телевидение­ның ижтимағи функциялары. Телевизион һөнәрҙәр. Тапшырыу яһау этаптары. Ирекле темаға видеоролик яһау. Телевизион жанрҙар.


2. Телевизион сюжет. Телевидение теле: “тере һүрәттәр” ярҙамында һөйләй белеү. Телесюжет төҙөлөшө, уның типтары һәм элементтары. Сюжет эшләгәндә журналист менән операторҙың берҙәм эше. “Кадр артындағы текст”, “стендап”, “синхрон”, “лайф”, “экшн” төшөнсәләрен асыҡлау.


3. Яңылыҡтар. Яңылыҡ­тарҙы һайлап алыу критерий­ҙары. Яңылыҡтар сығарылы­шын эшләү. Мәғлүмәт туплау. Мәғлүмәт сығанаҡтары. Мәғлү­мәт­тәрҙең дөрөҫлөгө. Мәғлүмәти сәбәп. Мәғлүмәти сюжетты төшөрөү һәм ҡорау үҙенсә­лектәре. Мәғлүмәти сюжетҡа “килтерелеш”.


4. Интервью. Уның маҡсаты һәм үҙенсәлектәре. Әүҙем тыңлау. Интервьюға һорауҙар әҙерләү, һорауҙарға талаптар. Интервью төшөргәндә журналист менән операторҙың берҙәм эше.


Оператор оҫталығында ҡара­лырға тейешле темалар:

1. Видеокамера. Уның төҙө­лөшө. Видеокамера менән эш­ләү, уның функциональ элементтарын дөрөҫ ҡулланыу. Видеокамера менән эшләгәндә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре.


2. Видеорәт. Уға талаптар. Видео төшөрөүҙең төп талаптары. Аҡ төҫкә баланс, кадрҙа яҡтылыҡ нисбәте, кадрҙарҙы вертикаль буйынса тигеҙләү. Камераның штативһыҙ эшләгән­дәге дөрөҫ ойошторолоу шарттары.


3. Кадр композицияһы. Ҙур, уртансыл, дөйөм кадрҙар. Ракурс. Перспектива. Кадрҙарҙың тәрәнлеге. Яҡтылыҡ һәм төҫ. Кешене төшөргәндә урын планын дөрөҫ һайлау. Эре күләмле ҡорау, ҡырҡҡыслау, “һауа”. Диалог­тарҙы төшөрөү ҡағиҙә­ләре.

Видеоҡорау йүнәлешендә ҡаралырға тейешле темалар:


1. Тура ағымһыҙ (нелинейный) ҡорау. Компьютерҙағы файл­дар менән эшләү. Видео­файлдарҙы ҡарау һәм эшкәртеү өсөн программалар.


2. Сюжеттың ҡорау планы. Тәүмәғлүмәтте эшкәртеү. Ҡорау бите булдырыу. Сюжеттың ҡорау планы. Видеорәтте ҡорау үҙенсәлектәре. Кадрҙағы элементтар ҙурлығы, һауа арауы­ғына ориентир, хәрәкәт фазаһы буйынса ҡорау.


3. Видеоҡорау программаһы. Төп ҡоралдары. Программаның интерфейсы. Ҡорау ҡоралдары. Ваҡыт һыҙмаһы. Сюжет эшләү. Видеомөхәррир юллығында кадр артындағы тексты һәм синхрон урынлаштырыу. Проект файлы булдырыу.

Хәҙер уҡытыусыға Аdоbе Рrо Ргеmiеrе исемле видеоҡорау (видеомонтаж) программаһы ярҙа­мында уҡытыу-тәрбиә эшен төрләндереп эшләү уҡыусыға ғына түгел, үҙенә лә файҙа килтерәсәк, сөнки видеояҙмалар ҡулланып ҡатнаша торған конкурстар бик күп һәм унда, әлбиттә, сифатлы эштәр генә юғары баһа аласаҡ. Ә был платформала эшләргә өйрәнеү эшегеҙҙең юғары кимәлдә булырына ышаныс тыуҙыра ала.


Стәрлетамаҡ ҡалаһы
Читайте нас