Туған телем – ғәзиз телем

Минең телем – тыуған ерем,Әсәм тауышы,Халҡымдың бай хазинаһы,Таҙа намыҫы!( Баязит Бикбай).Донъя бик ҙур, илдәр күп, ә унда күпме халыҡ, нисәмә төрлө милләт йәшәй. Һәр халыҡтың, һәр милләттең тыуған ере, әсә теле бар. Һәр сабыйҙың туған телендә теле асыла. Шағир Баязит Бикбай яҙыуынса: “Телен асҡанда һәр бала әйтәсәк: “Әсәй!”

Минең телем – тыуған ерем,

Әсәм тауышы,

Халҡымдың бай хазинаһы,

Таҙа намыҫы!

( Баязит Бикбай).

Донъя бик ҙур, илдәр күп, ә унда күпме халыҡ, нисәмә төрлө милләт йәшәй. Һәр халыҡтың, һәр милләттең тыуған ере, әсә теле бар. Һәр сабыйҙың туған телендә теле асыла. Шағир Баязит Бикбай яҙыуынса: “Телен асҡанда һәр бала әйтәсәк: “Әсәй!”


Бала туған телендә һөйләшә, аралаша, китап уҡый, донъяны таный. Беҙ – башҡорттар! Беҙҙең телебеҙ – башҡорт теле! Мин башҡорт теле менән тыуҙым, үҫәм. Туған әҙәбиәт дәресендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың “Туған тел” шиғырын өйрәндек. Шиғыр күңелемдә бик йылы тойғолар ҡалдырҙы. Уҡытыусыбыҙ хатта уны беҙгә йыр итеп тә өйрәтте. Унда “Теле юҡтың ғына иле юҡ” тип дөрөҫ әйтелә. Беҙҙең Тыуған илебеҙ бар. Ул – Башҡортостан!


Башҡортостан, башҡорт, башҡорт теле – тамырҙаш һүҙҙәр. Улар гел бергә. Бәләкәй баланың иң беренсе һүҙе “әсәй” була. Шуға ла туған телде әсә теле тип әйтәләр. Уҡ юғалһа ла, тел юғалырға тейеш түгел. Телде тере тел һаҡлаһын өсөн сабый ҙа, балалар ҙа, ололар ҙа үҙ телендә һөйләшергә тейеш. Үҙ телеңдә йырҙар ҙа матур яңғырай, шиғырҙар ҙа күңелгә үтеп инә, телевизорҙан бик күп балалар өсөн тапшырыуҙар ҡарауы ла күңелле. Мин туған башҡорт телендә алып барылған “Тамыр”, “Сәңгелдәк”, “Тау-тау хәбәрҙәр” тапшырыуҙарын яратып ҡарайым. “Үҙебеҙҙең туған телде яҡлайыҡ, һаҡлайыҡ, яратайыҡ, тутығырға бирмәйек!” – тип өндәшәм дуҫтарыма, киләсәк быуынға. Мин – башҡорт, туған телем – башҡорт теле, тыуған ерем – башҡорт ере.
Читайте нас