Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үҙенең 25 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Ошо уңайҙан әүҙем йәмәғәт ағзалары менән ойошторолған һөйләшеүҙәр серияһын дауам итәбеҙ. Сираттағы әңгәмәсебеҙ – тәүге ҡоролтайҙар делегаты, халыҡ араһында үҙенең ғәмәли эштәре менән билдәле замандашыбыҙ, Интернет селтәрендә лә даими рәүештә башҡорт халҡының рухи һәм матди мираҫы өсөн бәхәстәрҙә ҡыйыу фекерҙәр белдәргән шағирә, Һ. Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы Ситдыҡова.
– Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы, йәмәғәт эштәре менән ҡасан шөғөлләнә башланығыҙ?
– Бала саҡтан тиһәм, дөрөҫ булыр. Пионер эштәрендә, ярыштарҙа, концерттарҙа ҡатнашыу – шул саҡта уҡ барлыҡҡа киләлер ул йәмәғәт эштәренә битараф булмау.
Белорет ҡалаһында йәшәгәндә үк Ҡоролтай хәрәкәте башланыу менән уртаһында ҡайнаным, 1-се, 2-се, 3-сө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты булдым. Ошо эштәрҙә ҡатнашҡан һәр милләттәшемде ихлас күңелдән ҡотлайым. Һәр береһе ихлас ғәмәлдәрен башҡарғандыр тим, нимә генә тимә, милләт өсөн эшләргә теләгән кеше өсөн был саралар ғүмер буйы дауам итә инде ул.
Мин йәмәғәтселек эше менән шөғөлләнә башлағайным, шуға күрә 1-се ҡоролтай ойошторола тигән яңылыҡ рухтарҙы күтәреп ебәрҙе. Арала ватансыл тойғоло, ил өсөн эшләргә әҙер торғандар бик күп булды. Әйткәндәй, Белорет районында ике телдә сығып килгән “Урал” гәзитен бер телгә ҡалдырып, башҡортса сыҡҡан ҡала-район баҫмаһына әйләндерҙек.
Был бик мөһим ваҡиға һәм ҡоролтай ағзаларының ҙур эше булды, тип иҫәпләйем. Сөнки республикала бары тик Бөрйән районында ғына башҡортса гәзит сығып килә ине. Был аңлашыла ла – Бөрйән ул тик башҡорттарҙан ғына торған тип әйтерлек төбәк. Ә Белоретта ул ваҡытта проблемалар күп ине. Шуға күрә беҙҙең районда милли үҙаңды үҫтереүҙә лә, тел мәсьәләһен күтәреүҙә лә, башҡорт мәктәбен юллауҙа ла был баҫманың роле ҙур булды. Мин инде Өфөгә киткәс, әүҙемселәр үҙ эшен еренә еткереп ҡуйҙы һәм Белоретта бик һәйбәт башҡорт мәктәбе асылды.
Әңгәмәнең тулы вариантын “Башҡортостан” гәзитендә уҡығыҙ.