Телгенәм - бергенәм
14 Сентябрь 2020, 12:00

Беҙ кемдән кәм?

Ни өсөн Ҡаҙағстан халыҡ-ара кимәлгә сыға, ә беҙ юҡ? Татарстан да күпкә алда бара, башҡорттарға барыбер һәлмәклек хас.

Бөгөн Өфөлә йәштәр өсөн үҙенсәлекле ижади майҙан пәйҙә булды: “100LB” проекты сиктәрендә тауыш яҙҙырыу студияһы асылды. Уның маҡсаты – башҡорт телен популярлаштырыу, башҡорт мәҙәниәтен киң майҙанға сығарып, Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдә танытыу.
“Минең дуҫтарым араһында башҡорттар бик күп, – ти проект етәксеһе Леша Амодеус, быларҙы һөйләгәндә егеттең күҙҙәре яна, – Башҡортостанда лайыҡлы видеоконтенттың булмауы хаҡында күп һөйләйҙәр. Шул уҡ Татарстанды алып ҡарағанда, улар күпкә алда бара, башҡорттарға барыбер һәлмәклек хас.
Ә беҙ бит текәрәк! Өфөлә шундай шәп нәмәләр эшләргә була. Эйе, тәбиғәтебеҙ матур, эйе, ғорурланырлыҡ урын бар, әммә медиа өлкәһендә эште лә яйға һалырға кәрәк.
Ни өсөн Ҡаҙағстан үҙҙәренең музыкаль клиптары менән халыҡ-ара кимәлгә сыға, ә беҙ юҡ? Мәҙәниәтебеҙ оҡшаш, уларҙан бер еребеҙ менән дә ҡайтыш түгелбеҙ”.
“100LB” проекты сиктәрендә яңы асылған тауыш яҙҙырыу студияһында йәш йырсылар йырҙарын яҙҙыра, аранжировка эшләтә ала, шулай уҡ бында йырҙарға клип төшөрөү ҙә ҡаралған.
“Йәш быуын сәнғәт эшмәкәрҙәренә ярҙам итергә әҙербеҙ, уларҙы айырыуса ҡолас йәйеп ҡаршы аласаҡбыҙ”, – ти Леша, һәм компьютерын аса:
“Беҙ билдәле йырҙарға каверҙар яҙҙырабыҙ. Мин һеҙгә хәҙер “Despasito” йырының кавер вариантын тыңлатам. Был йыр заманында бик популяр ине, шул уҡ ваҡытта уның башҡортсаһы сыҡһа, ул иғтибар үҙәгендә булыр ине”. Йырҙың башҡортса вариантын Айтуған исемле йырсы башҡара, ул ошо көндәрҙә киң аудиторияға сығырға тейеш.
“Мин башҡортса беләм, тик һөйләшергә оялам”, – тип йылмая Леша Амодеус әңгәмә һуңында. “100LB” студияһында береһенән-береһе һәләтле йәштәр эшләй. Тимур Зәкәриев – видеомонтаж оҫтаһы.
“Төрлө клиптар эшләйбеҙ, әлеге ваҡытта инстасериал менән мәшғүлбеҙ, уның хаҡында мәғлүмәтте @100lb_official адресы буйынса беҙҙең Инстаграмда табырға була”, – тине ул.
Әйткәндәй, был проект Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Башҡортостан Башлығы гранты ярҙамында Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһында йәшәгән халыҡтарҙың телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән Мәғарифҡа ярҙам итеү һәм үҫтереү фонды ярҙамында бойомға ашырыла.
Уның төп маҡсаты – йәш быуында блогерлыҡ мәктәбе сиктәрендә видеодәрестәр, ҡыҙыҡлы роликтар, клиптар, сериалдар төшөрөү алымы менән туған телгә һөйөү тәрбиәләү, башҡорт телен популярлаштырыу.
Шәхси күҙәтеүҙәремдән сығып әйтәм, һуңғы ваҡытта йәш быуын вәкилдәренең туған теленән ситләшеү күренеше йышайҙы. Ата-әсәләре менән туған телдә аралашһа ла, балалар, йәштәр уҡыу йорттарында, балалар баҡсаларында йыш ҡына рус телендә һөйләшә.
Туған телгә булған һөйөү, ихтирам һәм иғтибарҙы заманса алымдар менән яуларға кәрәк, бында ҡоро һүҙ, йәки дәрестәр генә етмәйәсәк. “100LB” проектының эшмәкәрлеге был йәһәттән күңелгә май булып яғыла, өмөт осҡондарын ҡабыҙа.
Автор фотоһы.
Читайте нас