Телгенәм - бергенәм
18 Сентябрь 2020, 14:45

Этноауылда һеҙҙе фестиваль көтә!

Был күркәм сара “Шихан этноауылы” - Башҡортостан Башлығы гранттары конкурсы еңеүсеһе проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.

Ишембай районының бәләкәй генә Шихан ауылы (Урман- Бишҡаҙаҡ ауыл биләмәһенә ҡарай) эргәһендәге “Торатау” геопаркы биләмәһе 25 сентябрҙән 27 сентябргә тиклем гөрләп торасаҡ. Бында этнофестиваль үткәреләсәк, белмәй тороп ҡалмағыҙ!
Өс көн дауамында Башҡортостан биләмәһендә йәшәгән ете милләт кешеләре үҙҙәренең традицияларын, ижадын, сәнғәтен, халыҡ кәсептәрен күрһәтәсәк. Майҙандағы ете тирмә республикабыҙҙа йәшәгән ете милләт халҡын кәүҙәләндерәсәк. Һәр береһе халыҡтарҙың мәҙәниәтенә ярашлы биҙәләсәк. Башҡорттар, рустар, татарҙар, сыуаштар, украиндар, мордвалар, мариҙар оҫталыҡ дәрестәре, ижади һәләттәре, уйындар аша үҙҙәренең традицияларын сағылдырырға тейеш.
Был күркәм сара “Шихан этноауылы” - Башҡортостан Башлығы гранттары конкурсы еңеүсеһе проектына ярашлы тормошҡа ашырыла. Ул Граждан йәмғиәтенә ярҙам итеү фонды булышлығында Башҡортостан дәүләт телдәрен һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгәйне.
Этноауылды парк-музей тип атарға ла мөмкин булыр ине. Проект һөҙөмтәһе буйынса, һәр тирмәлә бер милләттең мәҙәниәт музейы урынлашасаҡ. Ә милли кухня аш-һыуы менән һыйлаясаҡ үҙәк тирмә бөтә халыҡтар вәкилдәрен үҙенә туплаясаҡ. Туристарҙы экскурсоводтар милли кейемдәрҙә ҡаршылап, Башҡортостан халыҡтарының мәҙәниәте, традициялары менән таныштырасаҡ. Милли уйындар, конкурстар, һыбай йөрөүҙәр, йәйәнән уҡ атыу һәм башҡа шөғөлдәр ойоштороласаҡ.
Уҡыусылар һәм студенттар өсөн тарих төпкөлөнә сәйәхәт, һис шикһеҙ, мауыҡтырғыс булыр. Фестиваль программаһы иҫ киткес бай булмаҡсы, килмәй ҡалмағыҙ, һеҙҙе ҙур мәҙәни сара, тәмле милли аш-һыу, мауыҡтырғыс ярыштар көтә!
Фото: voshod.rbsmi.ru
Читайте нас