Телгенәм - бергенәм
17 Ноябрь 2020, 09:03

“Боҙ ҡуҙғалды, эш башланды!”

Башҡорт телен үҫтереү буйынса өлгәшелгәндәргә йомғаҡ.

Сентябрь аҙағында Ғафури районының Красноусол ҡасабаһында үткән Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумын республиканың барлыҡ матбуғат һәм мәғлүмәт саралары киң яҡтыртты. Уның эшендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров шәхсән ҡатнашып, башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса аныҡ тәҡдимдәрен һәм фекерҙәрен еткергәйне.


Форум гөрләп үтеп китте. Ә бө­гөн унда күтәрелгән мәсьәлә­ләрҙе хәл итеү йәһәтенән нимәләр эшләнә? Ниндәй ҡарарҙар ҡабул ителде, пландар бил­дәләнде? Ошоларҙың бары­һын да уҡы­тыу­сыларға еткереү маҡсатында 10 ноябрҙән 10 декабргә тиклем рес­публиканың Мәғариф һәм фән министр­лығы Башҡортос­тандың Мәғарифты үҫтереү институты менән берлектә онлайн алымда төбәк конференциялары үткәрә. Уларҙың тәүгеһе 12 ноябрҙә ойошторолдо. Уның эшендә төньяҡ-көнбайыш зона – Дүртөйлө, Илеш, Ҡал­тасы, Краснокама, Тәтешле, Саҡмағош, Яңауыл райондары, Ағиҙел һәм Нефтекама ҡалаларының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ҡатнашты.
Мәғариф һәм фән министрлығының Милли мәғариф идаралығы начальнигы Булат Илшад улы Зинуров әлеге форум нигеҙендә ҡабул ителгән ҡарарҙар, был йүнәлештә башланған эштәр менән таныштырып үтте. Мәҫәлән, форумда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башҡорт телен балалар баҡсаһынан уҡ өйрәтә башлау бурысын ҡуйҙы.
Булат Илшад улы әйтеүенсә, был йүнәлештә эш башланған, Мәғариф һәм фән министрлығының уҡытыу-методика советы тарафынан бер нисә программа ҡаралып, 2021 йылда нәшер ителәсәк әсбаптар исемлегенә инде­релгән. Тимәк, балалар баҡсаларында башҡорт телен өйрәтәсәк педагогтар өсөн уҡытыу программалары буласаҡ. Шулай уҡ министрлыҡ мәктәпкәсә тәрбиә учреждениеларын башҡорт телендәге электрон уйынсыҡтар, музыкаль ҡорамалдар менән тәьмин итеү йәһәтенән дә аныҡ пландар билдәләгән: мөмкинлеккә ҡарап, йыл һайын 40–50 балалар баҡсаһы ошондай уйынсыҡтар һәм башҡа кәрәк-яраҡ аласаҡ.
Быйыл мәғариф өлкәһендә йыл педагогтарын билдәләүгә арналған республика конкурсында башҡорт төркө­мөндә эшләгән тәрбиәселәр тәүге тапҡыр айырым – “Туған телде өйрәтеү буйынса иң яҡшы тәрбиәсе” номина­цияһында көс һынашасаҡ. Ошоға бәйле министрлыҡ тарафынан конкурстың положениеһына үҙгәрештәр индерелгән.
Форум нигеҙендә ҡабул ителгән ҡарарҙарға ярашлы, республикала эшләп килгән милли мәктәптәрҙең матди-техник базаһын ентекле тикшереп, уларҙы яҡшыртыу, заманса белем усаҡтары кимәленә сығарыу бурысы ҡуйыла. Булат Илшад улы шулай уҡ башҡорт теленең халыҡ-ара сертификатын булдырыу, мәктәптәр һәм колледждар араһында “Иң яҡшы башҡорт теле кабинеты” конкурсын үткәреү, башҡорт теле уҡытыусыларына ярҙам рәүешендә берҙәм ресурс барлыҡҡа килтереү буйынса башланған эштәргә ентекле туҡталды.
Әйтергә кәрәк, был йәһәттән маҡтап телгә алырлыҡ башланғыстар бар. Мәҫәлән, “Туған тел донъяһы” порталы әле эшләнеү өҫтөндә. “Киләсәктә ул башҡорт теле уҡытыусыларының тәжри­бә уртаҡлашыу, аралашыу майҙансы­ғына әйләнер, уларға ҙур ярҙамсы булыр, тип уйлайбыҙ”, – тине Милли мәғариф идаралығы начальнигы һәм мөғәллимдәрҙе уның эшендә әүҙем ҡатнашырға, порталды тулыландырыу, байытыу йәһәтенән тәҡдимдәрен еткерергә саҡырҙы.
Республика Башлығы Радий Хәби­ров, форумда сығыш яһап, Мәғариф һәм фән министрлығы алдына туған тел­дәрҙе уҡытыуҙы камиллаштырыу бурысын ҡуйғайны. “Ошоға бәйле 2021 йылда башҡорт телен уҡытыу буйынса иң яҡшы методикаға конкурс иғлан итергә уйлайбыҙ. Уҡытыусыларҙы был сарала ла әүҙем ҡатнашырға саҡы­рабыҙ. Бәлки, әлеге көндә тап һеҙ ҡул­ланған тел уҡытыу методикаһы иң яҡ­шыһы тип табылыр һәм бөтә респуб­ликаға тәҡдим ителер”, – тине Булат Илшад улы.
Һөйләшеү барышында шулай уҡ башҡорт телен өйрәнеү буйынса йәк­шәм­бе мәктәптәрен асыуға ҡағылышлы мәсьәлә лә ҡаралды. Ошоғаса мил­ләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән төбәк­тәрҙә 13 йәкшәмбе мәктәбе эшләп килде, яңыраҡ Тәтешле районы менән бер­лектә Пермь крайында уларҙың 14-е асылды. Был йәһәттән Башҡорт­остан Башлығының республи­каның дәүләт һәм халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән гранты ҙур мөмкинлектәр аса. “Киләһе йылда ошо нигеҙҙә тағы һигеҙ йәк­шәмбе мәктәбе асырға планлаштыр­ғанбыҙ”, – тип билдәләне Булат Илшад улы.
Артабан Башҡорт дәүләт универ­ситетының Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы, филология фәндәре докторы, профессор Гөлфирә Риф ҡыҙы Абдуллина төбәк-ара мәғариф системаһында белем биреү учреждениеларының үҙ-ара хеҙмәттәшлеге тураһында сығыш яһаны. “Бөгөн йәмғиәткә төрлө етди мәсьәләләрҙе үҙаллы хәл итерлек, хеҙмәттәшлеккә ынтылыу­сан, эшлекле, дәүләт, халыҡ һәм милләт яҙмышына ҡарата яуаплылыҡ тойған белемле һәм әхлаҡлы кешеләр кәрәк. Ошо бурыстарҙы хәл итеүҙең бер юлы – мәктәп, урта һө­нәри уҡыу учреждениелары менән юғары уҡыу йорттары­ның хеҙ­мәттәшлеге”, – тип билдәләне ул. Гөлфирә Риф ҡыҙы тел һәм әҙәбиәт менән ҡыҙыҡ­һынған мәктәп уҡыусыларын филология факультеттарына маҡсатлы рәүештә йүнәлтеп, юғары белемле белгестәр әҙерләү, шулай уҡ методик ҡулланмалар, әсбаптар сығарыу эшендә тел ғалимдары менән башҡорт теле уҡытыусыларының берҙәм эшмәкәр­леген булдырыу, мәктәптәрҙә һәм уҡыу йорттарында эшләгән түңәрәктәр, факультативтар араһында хеҙмәттәшлеккә юл асыу зарурлығын билдәләне.
Саҡмағош районы үҙәгендәге 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу­сыһы Рәмзилә Рауил ҡыҙы Ислам­ғәлиева бөгөн туған тел нескәлектәренә өйрәткән мөғәллимдәр алдында торған бурыстар тураһында сығыш яһаны. Ул, Ғафури районының Красноусол ҡасабаһында үткән Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумында ҡатнашыусы булараҡ, коллегаларын әлеге оло йыйында күтәрелгән мәсьәләләр, иғтибар ителергә тейешле һорауҙар һәм яңылыҡтар менән ихлас таныштырҙы. Башҡорт теле дәрестәрендә заманса технологияларҙы, мәҫәлән, “Сәләм”, “IQБалабаш”, “Әлләсе” кеүек мобиль ҡушымталарҙы ҡулланыу, уйын алымдары ярҙамында балаларҙа тел өйрә­неүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу мөмкинлеге хаҡында ла ентекле һөйләне.
Рәмзилә Рауил ҡыҙы яҡын көндәрҙә тормошҡа ашырыласаҡ эштәргә лә туҡталды. “Башланғыс кластар өсөн “Афарин” уҡыу-уҡытыу тупланмаһы донъя күрәсәк. Ул модулле уҡытыуға нигеҙләнгән, башҡорт теле менән мәҙәниәте берлектә уҡытыласаҡ. Ғөмүмән, киләсәктә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен, башҡа фәндәр кеүек үк, дәреслекте һайлап уҡытыу мөмкинлеге буласаҡ, – тине ул, был өлкәләге яңылыҡтар менән таныштырып. – Беҙҙең төбәк өсөн иң мөһиме – республика етәкселегенең һәм Хөкү­мәтебеҙҙең төньяҡ-көнбайыш башҡорт­тары хаҡында маҡсатлы рәүештә хәстәрлек күреүе. Дөрөҫөн генә әйткәндә, бығаса беҙҙе бигүк иҫәпкә лә алмайҙар ине. Быйыл башҡорт теле буйынса берҙәм диктанттың төньяҡ-көнбайыш башҡорттары диалектында айырым үткәрелеүе үҙе бер тарихи ваҡиға булды. Был эштәр беҙҙе шатландыра, ҡанатландыра”.
Артабан кәңәшмәлә ҡатнашыусылар иғтибарына Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумында күрһәтелгән оҫталыҡ дәрестәренең онлайн варианттары тәҡдим ителде. Һәр кем махсус һылтанма буйынса үтеп, үҙен ҡыҙыҡһындырған темаға дәрестәр ҡарап, тәжрибәһен, белемен арттырыу мөмкинлегенә эйә булды. Оҫталыҡ дәрестәренән һуң стресҡа ҡаршы тороу, башҡорт теле уҡытыу­сыһы эшендә медиатив технологиялар ҡулланыу, уңышҡа өлгәшеү ресурстары буйынса тренингтар ойошторолдо.
Ғөмүмән, был кәңәшмә форум ҡарарҙары нигеҙендә башланып торған маҡсатлы эштәрҙе, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары иңенә ниндәй оло бурыстар йөкмәтелеүен, шул уҡ ваҡытта уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн шарттар һәм мөмкинлектәр булдырылыуын асыҡ күрһәтеүгә өлгәште. “Боҙ ҡуҙғалды, эш башланды”, – тип билдәләне үҙенең сығышында Мәғариф һәм фән министрлығының Милли мәғариф идаралығы начальнигы Булат Илшад улы Зинуров. Был матур башланғыстарҙың һөҙөмтәләренә бергәләп ҡыуанырға яҙһын һәм “Хәйерле сәғәттә!” тигән изге теләктә ҡалайыҡ.

Читайте нас