Хоҙай Тәғәлә кешегә тел биргән. Шуның менән бер рәттән бөтмәҫ-төкәнмәҫ хазина – һүҙ байлығын да йәлләмәгән. Тел менән һүҙ бер булып, донъяла ни саҡлы мөғжизә тыуҙырылған. Тел һәм һүҙ менән бәйле булмаған бер нәмә юҡ ер йөҙөндә. Аңлы кешенең йәшәү дәүеренән алып күпме телдәр үҫешкән. Берәүҙәре юҡҡа сыҡҡан, икенселәре барлыҡҡа килгән. Шуның менән бергә һүҙҙәр ҙә бер урында ғына туҡтап ҡалмаған, яңылары өҫтәлә барған.
Тел менән һүҙгә эйә булыу кешенең аң юғарылығын, аҡыл кимәлен билдәләгән. Артабан белем зарурлығы килеп тыуған. Уныһы инде төрлө фәндәргә юл асҡан. Кешелек цивилизация тигән төшөнсәгә эйә булып, башҡа йән эйәләренән киҫкен айырылып, үҙенең үҫеш юлдарын билдәләгән, алға табан юл ярған. Теле, һүҙе булғанға кешелек йәмғиәте бөгөнгө көн юғарылығына өлгәшкән.
Уйлап табыу, асыштар яһау, диңгеҙҙәр, океандар артылыу ҙа телһеҙ, һүҙһеҙ осраҡта бойомға ашыр инеме лә даими алға барыу, гел яңылыҡҡа ынтылыу өнһөҙ-ниһеҙ мөмкин булыр инеме? Телһеҙ, һүҙһеҙ ерлектә тормоштоң, йәшәйештең ҡапма-ҡаршылыҡлылығы, мәңгелек ҡиммәттәре бар булып, быуындан-быуынға, осорҙан-осорға дауам итер инеме? Кешенең ышаныу-инаныуҙары, өмөт-хыялдары ла, шатлыҡ-ҡыуаныстары, ҡайғы-хәсрәттәре лә телдә сағылыш таба, һүҙҙәр аша белдерелә. Тел һәм һүҙ менән яңынан-яңы үрҙәр, еңеүҙәр яулана, кешенең бөйөклөгө, көсө күренә. Ана шуға ла тел, һүҙ кешелектең иң ҡиммәтле байлығы, иң үткер ҡоралы һанала.
Һәр халыҡ, һәр милләт үҙенең тел байлығы менән ғорурланырға, һүҙ ҡөҙрәтенә, уның мөғжизәләр тыуҙыра алыуына һоҡланырға хаҡлы. Был йәһәттән беҙҙең туған башҡорт телебеҙ ҙә башҡаларҙан ҡалышмай. Артығыраҡ булмаһа әле. Башҡорт теленең һүҙ байлығын бер ниндәй үлсәмдәргә һыйҙырғыһыҙ бит ул. Һәр һүҙҙең үҙ урыны, үҙ мәғәнәһе бар. Әгәр ҙә иғтибарыңды саҡ ҡына юғалттыңмы, хата һөйләп ҡуйыуың да мөмкин. Юҡҡа ғына “Әйткән һүҙ – атҡан уҡ” тимәй халыҡ әйтеме, шуға күрә лә һүҙ менән һаҡсыл, уйлап эш итеү зарур.
Башҡорт телендә ҡаматсы тигән һүҙ бар. Ярҙамсы тигән мәғәнәлә ул. Мәҫәлән: “Балаларым хужалыҡ эштәрендә үҙемә оло-ҡара ҡаматсы”. Әммә ошо һүҙҙе матбуғат баҫмаларында ҡамытсы тип яҙыуҙарына бер нисә мәртәбә шаһит булдым. Бөтөнләй мәғәнә юғала ла баһа был осраҡта. Икенсе бер һүҙ – сүрәттә. Осраҡта, саҡта, хәлдә бәйләүестәре менән бер мәғәнәлә йөрөй ул. Мәҫәлән, “Барған сүрәттә лә оҙаҡ тормаясаҡмын.” Әммә был һүҙҙе лә һүрәттә тип бутау осрағы күҙәтелә: “Был мәсьәләләрҙең бөтәһе лә тик йыйында хәл ителгән, йыйындың да өстән ике өлөшө тауыш биргән һүрәттә генә ҡарар сығарылған”. Һүрәттең рәсем икәнлеген, был һөйләмдә уның бөтөнләй урынһыҙ булыуын белмәү ғәжәпләндерә.
“Фатима” башҡорт халыҡ йырында кемдеңдер иғтибарһыҙлығы арҡаһында “зыңғыр дуға” урынына “зәңгәр дуға” тип йырланыуға ла шаһит булдыҡ бит бер заман. Ярай, хата төҙәтелде хәҙер. Һаман да “Тырышҡан тапҡан, ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан” тип әйтеү дауам итә. Ташҡа кем ҡаҙаҡ ҡаға һуң? Ни өсөн? Был хаҡта бер заман матбуғатта ла һүҙ булғайны. Дөрөҫө: ергә ҡаҙыҡ (бағана) ҡағалар (ултырталар), ә инде шул ҡаҙыҡты (бағананы) ташҡа ҡағып (ултыртып) ҡара. Мәғәнәһе: тырышҡанда барыһын да булдырырға мөмкин. Һүҙ нескәлектәрен һанламау йәки белмәү ана шундай аңлашылмаусанлыҡтарға ла килтерә икән.
Башҡорт халҡы кешегә ҡарата аяҡ тиһә, малға ярашлы тояҡ ти, ә ҡош-ҡортҡа тәпәй һүҙе тәғәйен. Юғиһә юҡ-юҡта һыйыр аяғы, тауыҡ аяғы тип тә ысҡындырғылайҙар. Был – төптө хата. Ә бына ултырғыс йәки өҫтәл аяғы дөрөҫ. Был осраҡта күсмә мәғәнә менән эш ителә. Бутамаҫ өсөн тағы бер һүҙгә иғтибар итәйек. Был – танау. Ул кешелә генә була. Хайуандарҙа – морон, ҡош-ҡортта суҡыш йәки томшоҡ тип йөрөтөлә. Арҡа һүҙе лә кешеләр өсөн генә хас, сөнки хайуандарға ҡарата һырт һүҙе бар (Аттың һыртына эйәр һалынған, һырты аҡ һыйыр). Беҙ мал ите, ҡош ите тип беләбеҙ, әммә ат ите тип һөйләү дөрөҫ булмаҫ, йылҡы ите тиергә кәрәк. Был, моғайын мал төшөнсәһе менән бәйлелер, сөнки һыйыр малы, кәзә малы бар, ә ат малы юҡ. Уның урынына йылҡы малы тиҙәр. Шулай уҡ ат һөтө лә түгел, тик бейә һөтө генә була.
Халҡыбыҙ һәр йән эйәһенең хәрәкәтен дә үҙенә ярашлы итеп атаған: кеше атлай, йүгерә, һикерә, ат саба йәки юрта, йылан шыуыша, ҡоштар оса. Тауыш биреү, өн-ауаз сығарыу яғынан да һүҙҙәргә телебеҙ бик бай. Мәҫәлән, кеше һөйләй, уйлай, һыйыр мөңрәй, быҙау мөзөлдәй, ат кешнәй, бесәй мыяулай, эт өрә йәки олой, һарыҡ йәки кәзә баҡыра, сусҡа хорҡолдай, ҡаҙ ҡаңғылдай, өйрәк быжҡылдай, сысҡан сыйылдай, күгәрсен гөрөлдәй, турғай сырҡылдай һ.б. Бер-береһен бутау һис мөмкин түгел. Бына ул һүҙ ҡөҙрәтенең бер генә осрағы.
Ысынлап та, һүҙ ҡөҙрәте хайран итерлек. Шуның менән кеше әҙәби ижадта үҙ тормошон сағылдыра, тарихын бәйән итә, мәҙәниәтен үҫтерә, ҡанундарын булдыра. Һүҙ оҫтаһы тип танылған айырым кешеләр – сәсәндәр, йырауҙар, шағирҙар – телде байытып, артабан үҫтереүгә ҙур өлөш индерә. Мостай Кәрим йәки Ғәли Ибраһимов булһынмы, Ноғман Мусин йәки Яныбай Хамматовмы – кем генә булмаһын, шундай танылған бихисап ижадсыларҙың һәр береһенең үҙенең генә һүҙлеген (мәҫәлән, афоризмдар һүҙлеге) төҙөргә мөмкин. Үҙ телен белеүсе, китап һөйөүсе бар икән, әҙәби ижад та булыр, телебеҙ ҙә һүҙ гәүһәрҙәре менән байығандан-байыр.