Телгенәм - бергенәм
8 Декабрь 2020, 05:30

20 декабргә тиклем өлгөрөп ҡалығыҙ!

"Гәзит кәрәк ул", - ти Нуриман районы хакимиәте башлығы Вилдан Ситдиҡов.

Нуриман район хакимиәте башлығы Вилдан Венер улы Ситдиҡов, йәш булһа ла, ваҡытлы матбуғат сараларына битараф түгел.

– Гәзит кәрәк ул, бигерәк тә милли телдәрҙә сыҡҡан баҫмалар урындағы халыҡ өсөн әһәмиәтле. Республиканың иң оло баҫмаларының береһе булған “Башҡортостан” быуат дауамында Башҡортостанда барған ваҡиғаларҙы яҡтыртып килә, тыуған еребеҙҙең йылъяҙмаһын теркәп бара. Халҡыбыҙға көнүҙәк һорауҙарға яуап табырға, шулай уҡ беҙҙең райондың тормошон башҡа район-ҡала халҡына, уларҙыҡын беҙгә еткерергә ярҙам итә. Шуға ла нуримандар “Башҡортостан” гәзитен алдыра. Киләсәктә лә унан айырылмаҫтар, яҙылырҙар, тип ышанабыҙ, – тине Вилдан Венер улы.
Әйткәндәй, әле “Башҡортостан”ға һәм башҡа республика, район баҫмаларына ташламалы хаҡҡа яҙылыу 20 декабргә тиклем дауам итә. Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!
Автор фотоһы.
Читайте нас