Телгенәм - бергенәм
11 Декабря 2020, 13:30

"Башҡортостан" гәзитенә илһөйәрҙәр яҙыла

"Телде белергә, матбуғат баҫмаларын алдырырға кәрәк..."

Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы Зөһрә Гордиенко “Башҡортостан” гәзитенә үҙен илһөйәр тип иҫәпләгән һәр кем яҙылырға тейеш тигән фекерҙә.
– “Башҡортостан” гәзитен уҡып барам, ул мәғлүмәт биреп кенә ҡалмай, телде лә шымарта. Учалы районында тыуһам да, бала сағым ситтә үтте. 2002 йылда тыуған районыма ҡайтҡас, уҡытыусы, Реабилитация үҙәге директоры, район хакимиәтендә йәштәр сәйәсәте буйынса комитет рәйесе, һуңанан һигеҙ йыл хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары булып эшләнем. Ошо йылдарҙа башҡорт телен яңынан өйрәндем, ҡанда булғас, ауыр булманы. Башҡорт ерендә йәшәгәс, телде белергә, матбуғат баҫмаларын алдырырға кәрәк, тип иҫәпләйем. “Башҡортостан”ға яҙылмайынса, нисек инде үҙеңде илһөйәр тип әйтергә була?! Илһөйәрлек ошондай ғәмәлдәрҙән башлана бит, – ти Зөһрә Мәүлетбай ҡыҙы.
Автор фотоһы.
Читайте нас