Балаларҙы бәләкәй сағынан туған телебеҙгә, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәренә, йолаларына, ижади мираҫына ылыҡтырыу, тыуған еребеҙгә ҡарата һөйөү тәрбиәләү ысын мәғәнәһендә шәхес тәрбиәләгәндә ҙур әһәмиәткә эйә. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов та: “Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ, иле юҡтың ғына теле юҡ”, – тип яҙған шиғырында.
Һис шикһеҙ, туған телде өйрәнеү аша Тыуған илгә генә түгел, шулай уҡ ундағы башҡа милләт вәкилдәренә ҡарата ла ихтирам уяна. Йәнә шул һәр кемгә мәғлүм: ата-бабаларыбыҙҙың мираҫын онотоу – рухи зәғифлеккә туранан-тура юл ул, шуға күрә туған телдә камил һөйләшеү, фекереңде еткерә белеү, халҡыбыҙҙың рухи мираҫын өйрәнеү кеүек төшөнсәләр һәр яҡлап үҫешкән шәхес тәрбиәләргә ярҙам итә. Бындай мәктәптә уҡыусылар туған телде камиллаштырып ҡына ҡалмай, халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнә, төрлө сараларҙа ҡатнаша. Тап бына ошондай маҡсаттар менән эш итә башҡорт телен өйрәтеүсе йәкшәмбе мәктәптәре.
Быға тиклем милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән төбәктәрҙә 13 йәкшәмбе мәктәбе эшләп килде. Өҫтәүенә быйыл октябрҙә республикабыҙҙың Тәтешле районы менән берлектә күрше Пермь крайында уларҙың 14-сеһе асылды. Төбәктең Барҙа районында Ғ. Туҡай исемендәге гимназия нигеҙендә башҡорт телен, мәҙәниәтен һәм йолаларын өйрәнеү буйынса йәкшәмбе мәктәбе эшләй башланы. Унда 30-ҙан ашыу уҡыусы шөғөлләнә. Дәрестәрҙе республикабыҙҙың Үрге Тәтешле ауылы уҡытыусылары алып бара.
Әлбиттә, был ҡыуаныслы хәлдәрҙең теркәлеүенә Башҡортостан Башлығының республиканың дәүләт һәм халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән гранты булышлыҡ итә һәм ҙур мөмкинлектәр аса. Тағы шуныһы ҡыуаныслы: киләһе йылда ошо нигеҙҙә тағы һигеҙ йәкшәмбе мәктәбен асыу планлаштырыла. Әйткәндәй, был Грантты республика ойошмалары ғына түгел, сит төбәктәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ һәм милли ойошмалар ҙа юллай, башҡорт телен үҫтереү маҡсатында ҡуллана ала. Мәҫәлән, Свердловск өлкәһенең Каменск-Уральский ҡалаһындағы Милли мәҙәниәттәр үҙәге лә Башҡортостан Башлығы Грантына лайыҡ булғайны. Һөҙөмтәлә улар ошо Грант иҫәбенә башҡорт телен өйрәнергә теләгәндәр өсөн курс асҡан. Унда төрлө йәштәге милләттәштәребеҙ аҙнаһына өс тапҡыр шөғөлләнә.
Быйыл октябрҙә Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты базаһында түңәрәк өҫтәл һәм II Башҡортостан милли йәкшәмбе мәктәптәренең слеты үткәрелде. Был сара “Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү” дәүләт программаһын тормошҡа ашырыуға ярашлы ойошторолдо. Унда Өфөләге Орджоникидзе районының “Новатор” балалар ижады йорто” өҫтәмә белем биреү муниципаль бюджет ойошмаһы башҡорт йәкшәмбе мәктәбе лә ҡатнашты. Ул милли кейем һәм театрлаштырылған тамаша конкурстарында II дәрәжә диплом менән бүләкләнде. Сара, илдәге эпидемиологик хәл сәбәпле, онлайн рәүешендә үткәрелде. Әйткәндәй, был башҡорт йәкшәмбе мәктәбе 2005 йылда асылғайны.
Ошо һәм башҡа башҡорт йәкшәмбе мәктәптәренең маҡсаты – башҡорт халҡының телен, мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү, һәләтле уҡыусыларҙы асыҡлау, балаларҙа туған телебеҙгә, халыҡ йолаларына, ғәҙәттәренә һаҡсыл ҡараш һәм хөрмәт тәрбиәләү.
Күрше Свердловск өлкәһендәге алты мәктәптә башҡорт теле дәрестәре үткәрелә. Әйткәндәй, өлкәнең Үрге Пышма ҡалаһындағы башҡорт йәкшәмбе мәктәбендә башҡорт телен ныҡлап өйрәнәләр ине. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул бер йыл эшләмәй. Был хаҡтағы мәсьәлә ноябрь башында үткән “Урал башҡорттары: тарих һәм этнография” тип исемләнгән “түңәрәк өҫтәл”дә күтәрелде. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Үрге Пышма ҡалаһындағы башҡорт йәкшәмбе мәктәбен асыуҙы контролгә аласаҡ, тип белдерҙе ижтимағи ойошманың матбуғат хеҙмәте.
Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева билдәләүенсә, былтыр Үрге Пышмалағы профилле бүлектең, ата-әсәләрҙән 10-дан ашыу ғариза булған осраҡта, йәкшәмбе мәктәбенең йәнә эшен тергеҙәсәктәре хаҡындағы килешеүгә ҡул ҡуйылған. Ошо килешеүҙең тормошҡа ашырылыуы тикшереләсәк. “Был мәсьәләне контролдә тотасаҡбыҙ”, – тип белдергәйне Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова. Ул Свердловск өлкәһендәге башҡорт ижтимағи ойошмаларына Үрге Пышмала мәктәп асыу мәсьәләһен хәл итеү менән шөғөлләнергә ҡушты.
Был белем усағы эшмәкәрлеген йәнә тергеҙер, тигән ышаныстабыҙ. Өҫтәүенә киләсәктә башҡорт йәкшәмбе мәктәптәре проектының географияһы тағы киңәйер һәм уға башҡорттар йәшәгән башҡа төбәктәр ҙә ҡушылыр, тигән өмөттәбеҙ.
Роза ХӨСНУЛЛИНА, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты доценты, филология фәндәре кандидаты:
– Башҡорт йәкшәмбе мәктәптәре Башҡортостандан ситтә йәшәгән башҡорт балалары һәм өлкән быуын вәкилдәре өсөн – бик яҡшы күренеш, әлбиттә. Силәбе, Ырымбур, Пермь, Һамар, Һарытау һәм башҡа өлкәләрҙә, Мәскәү, Санкт-Петербург кеүек ҙур ҡалаларҙа, Америка, Испания, Италия кеүек сит илдәрҙә йәшәгән башҡорттар өсөн кәрәк. Сит ерҙәрҙә туған тел, тыуған яҡ ныҡ һағындыра, шуға йәкшәмбе башҡорт мәктәптәре шул бушлыҡты тултырыу маҡсатында файҙалы.
Башҡорттар, милләттәштәре менән осрашып, туған телдә аралашып, рухи көс ала, балаларын иһә үҙ халҡының йолалары, ауыҙ-тел ижады, йыр-бейеүҙәре менән таныштыра. Бынан тыш, уларҙы ҡурай, ҡумыҙ кеүек милли музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәтәләр, халыҡ кейемдәрен, уларҙағы элементтарҙы хәҙерге кейемдәргә ҡулайлаштырып тегәләр, башҡорт халыҡ аштары әҙерләп алып барып, сәй табыны ойошторалар, төрлө саралар үткәрәләр.
Башҡортостанда башҡорт теле һәр мәктәптә уҡытыла, балалар туған теле буйынса конкурстарҙа ҡатнаша, башҡорт телен, әҙәбиәтен, мәҙәниәтен өйрәнә, әсә телендә аралаша. Республикала башҡорттарға үҙ-ара аралашыу, осрашыуҙар өсөн саралар күп, театр, музейҙар етерлек. Туған телебеҙҙә гәзит-журналдар баҫыла, радио, телевидение башҡортса һөйләп тора. Шуға ла республикалағы башҡорттар был яҡтан ҡытлыҡ кисермәй, тип уйлайым. Башҡорт рухында үҫер өсөн беҙҙә бөтә мөмкинлектәр ҙә булдырылған: был – бик ҡыуаныслы күренеш. Башҡортостанда ла башҡорт йәкшәмбе мәктәптәре бар һәм балалар унда үҙҙәренең һәләттәрен аса, башҡа милләттәр араһында башҡорт мәҙәниәтен бик юғары кимәлдә күрһәтә.