Бөгөн республикабыҙҙа эшмәкәрлек иткән Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды тураһында киң йәмәғәтселек яҡшы хәбәрҙар. Был ойошма 2018 йылдың ғинуарында булдырыла. Әммә тәүге йылында ул, төрлө сәбәптәр арҡаһында, ныҡлап эшләп китә алмай. Һуңғы ике йыл дауамында Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды үҙен ярайһы уҡ яҡшы танытып өлгөрҙө. Миҫал итеп килтерерлек эштәре, әле башланып торған проекттары етерлек. Юҡты бар итеү, юҡҡа сыҡҡанды тергеҙеү еңел эш түгел, шуға күрә фонд булдырылыу менән башҡорт телен һаҡлауға һәм үҫтереүгә ҡағылышлы барлыҡ мәсьәләләр шунда уҡ хәл ителергә тейеш тип һанау төптө дөрөҫ түгел. Әле ойошма үҙе лә ныҡлап аяҡҡа баҫыу, эшмәкәрлек йүнәлештәрен билдәләү осорон кисерә. Ошоларҙың барыһы хаҡында ла фонд директоры Гөлназ Рауил ҡыҙы ЙОСОПОВА менән ойошторолған әңгәмә барышында һөйләштек.
– Гөлназ Рауил ҡыҙы, һеҙ алып барған эшмәкәрлек, күҙгә күренгән тәүге уңыштар хаҡында киң мәғлүмәт саралары, шул иҫәптән “Башҡортостан” гәзите лә даими яҡтыртып килә. Шулай ҙа фондтың төп эшмәкәрлек йүнәлештәре, уны булдырыу маҡсаты менән ҡыҫҡаса таныштырып үтһәгеҙ ине.
– Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондының ойоштороусылары — Башҡортостандың Мәҙәниәт, Мәғариф һәм фән, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлыҡтары, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, республика Халыҡтар дуҫлығы йорто. Мин был ойошмаға 2019 йылдың апрелендә етәксе итеп тәғәйенләндем. Эш башлаған мәлдән үк коллектив менән башҡорт телен өйрәнеүҙе заманса, уңайлы һәм ҡыҙыҡлы итеүҙе, йәштәр менән әүҙем эшләүҙе, интернетта башҡорт телендәге контентты киңәйтеүҙе, дөйөмләштереп әйткәндә, телебеҙҙе һаҡлауҙы, үҫтереүҙе, киңерәк танытыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙыҡ. Устав буйынса фонд 2018 йыл башында ойошторолһа ла, беҙ 2019 йылдың майынан, штат булдырылып, бина бүленгәс кенә эшмәкәрлегебеҙҙе башлап ебәрә алдыҡ.
– Ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә башҡарылған эштәргә ентекләберәк туҡталып үтәйек әле.
– Эйе, байтаҡ ҡына башланғыстарҙы тормошҡа ашырыуға өлгәштек, ә күҙаллаған эштәр тағы ла күберәк, ҙурыраҡ... Былтыр апрель айында “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһында “Матур башҡорт теле” проектына старт бирелде. Барлығы 20 дәрес яҙҙырылып, улар көнөнә өс-дүрт тапҡыр телеканал аша күрһәтелде. Телекомпания иң әүҙем уҡыусыға махсус бүләк – телевизор тапшырҙы. Шулай уҡ “Рәсәй-Башҡортостан 24” радиоһында “Башҡорт теле минуты” проекты ғәмәлгә ашырылды. Радио тыңлаусылар диктор менән бергә башҡортса иң кәрәкле һүҙбәйләнештәрҙе өйрәнде.
Фонд “Әлләсе”, “IqbalaBash” һәм “Инофон BASH” кеүек мобиль ҡушымталар булдырыу эшен ойошторҙо. Был мобиль ҡушымталарҙың төп өҫтөнлөгө шунда – улар һәр саҡ ҡул аҫтында, магазинда сиратта тораһыңмы, транспортта китеп бараһыңмы, теләгән ваҡытта ҡуллана, тел өйрәнә алаһың.
Бер йыл элек М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты менән берлектә “Башҡортса бергә” һәм “Башҡорт теле: Яңыса ҡараш” тип аталған уҡыу видеояҙмалары төшөрҙөк. Унда башҡорт теле буйынса 20 видеояҙма тупланды, “Башҡортса бергә” тигәне телде яңы башлап өйрәнеүселәргә тәғәйенләнһә, икенсеһе башҡорт телен ниндәйҙер кимәлдә белеүселәр өсөн.
“Аҫылташ” интернет-марафоны башҡорт шиғриәтен үҫтереүҙе һәм социаль селтәрҙәрҙе башҡортса контент менән тулыландырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Ә быйыл сентябрҙә старт алған “Асыл” ютуб-проекты уңыш ҡаҙанған төрлө һөнәр эйәләре менән башҡорт телендә әңгәмәләр ойоштороуға ҡоролған. Мәҫәлән, йәш ҡурайсы Юлай Ҡасимов билдәле остаздары менән әңгәмәләр эшләп, ютубҡа ҡуя. Әйтергә кәрәк, улар менән ҡыҙыҡһыныусылар, йәғни ҡараусылар күп кенә.
Полилингваль мәктәптәр менән бәйләнеш булдырабыҙ, халыҡҡа, ата-әсәләргә уларҙың төп асылын аңлатыу йәһәтенән эш алып барабыҙ. Башҡортса йәнһүрәттәр булдырыу йәһәтенән эште йәнләндереүгә тотондоҡ.
– “Эшлекле башҡорт теле” проекты ла күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятты. Был башланғыстың төп асылы нимәлә?
– Эйе, быйыл сентябрь айында “Эшлекле башҡорт теле” тип аталған уҡыу әсбабы нәшер ителде. Был проект эшлекле башҡорт теленең морфологик, синтаксик үҙенсәлектәрен өйрәтә, рәсми даирәлә ҡулланылған һөйләү стиленең нескәлектәре менән таныштыра. Ошонда уҡ “Рәсми-эш лексикаһының ҡыҫҡа русса-башҡортса һүҙлек-һөйләшмәһе” һәм өйрәнгәнде ғәмәлдә нығытыу өсөн күнекмәләр бирелде. Артабан уның электрон вариантын әҙерләп сығарҙыҡ. Хәҙер уны һәр кем үҙенең смартфонына күсереп алып, донъяның ҡайһы мөйөшөндә булыуына ҡарамай, башҡорт телен өйрәнә ала.
Ошо йыйынтыҡ нигеҙендә көҙгөһөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте, Башҡортостан Хөкүмәте, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай хеҙмәткәрҙәре өсөн онлайн-курстар үткәрҙек. Был эш муниципаль кимәлдә лә ойошторолдо, мәҫәлән, Шаран һәм Баҡалы райондары хеҙмәткәрҙәре уны уңышлы үтте.
Шуны ла әйтеп үтәйем, был проект Башҡортостан Башлығының Граждандар йәмғиәтен үҫтереүгә грантының “Берҙәм республика” йүнәлеше буйынса ғәмәлгә ашырылды.
– Әйткәндәй, һеҙ күп кенә матур башланғыстарығыҙҙы гранттар иҫәбенә тормошҡа ашыраһығыҙ. Ошо хаҡта ла ентеклерәк һөйләп үтһәгеҙ ине...
– Эйе, был йәһәттән үҙебеҙ ҙә тырышабыҙ, телебеҙҙе һаҡлау һәм үҫтереү буйынса нимәлер эшләргә тырышҡан йәштәргә, әүҙемселәргә лә ярҙам итәбеҙ.
Быйыл Башҡортостан Башлығының республиканың дәүләт һәм халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән гранты иҫәбенә башҡортса-русса, русса-башҡортса тәржемәсе веб-сайт проектын эшләнек. Ул Башҡортостанда һәм Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә башҡорт телен популярлаштырыуға, һаҡлап ҡалыуға, үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк. Әлеге ваҡытта был сервисҡа тиң аналог юҡ. Веб-сайт ҡыҫҡаса “БашҡортСофт” тип атала. Тәржемәсе эсенә әлеге ваҡытта 500 мең параллель текст индерелгән. Матур, хатаһыҙ тәржемә өсөн уларҙы 1 миллионға еткереү бурысы тора. Әлеге ваҡытта эш дауам итә.
– Ысынлап та, Яндекс, Гугл тәржемәсе, “Алиса” һәм башҡа сервистар ярҙамында башҡарылған башҡортсаға тәржемәнең кимәле бик түбән булыуы бер кемгә лә сер түгел. “Башҡортсофт” тулы ҡеүәтенә эшләп китһә, беҙ интернет селтәрендә юғары сифатлы тәржемә хеҙмәтенә эйә буласаҡбыҙ, тип әйтеп буламы?
– Беҙ тап шул маҡсатта тырышабыҙ. Был ҡыҫҡа ғына ваҡытта башҡарыла торған эш түгел, ул даими рәүештә алып барылырға, өҙөклөкһөҙ дауам ителергә тейеш. Шул саҡта ғына юғары кимәлле тәржемә тураһында һүҙ алып барырға мөмкин.
– Телебеҙҙе һаҡлау һәм үҫтереү буйынса эшләргә тырышҡан йәштәргә, әүҙемселәргә ярҙам итәбеҙ, тип әйтеп үттегеҙ. Һеҙгә кемдәр үҙ проекты менән мөрәжәғәт итә ала? Кемдәр менән хеҙмәттәшлек итәһегеҙ?
– Беҙгә теләге булған һәр кем мөрәжәғәт итә ала, беҙ бөтәһе өсөн дә асыҡбыҙ. Быйыл бына Башҡорт википедияһы әүҙемселәре менән эште йәнләндерҙек. Улар – беҙгә, беҙ уларға ярҙам итәбеҙ. Был йәһәттән Рөстәм ағай Нуриевҡа ҙур рәхмәтлебеҙ. Ул онлайн-викимәктәп ойоштороп, вики-текстар әҙерләргә өйрәтә. Уларға Башҡорт википедияһын байытыу, тулыландырыу буйынса үҙ проектын эшләп, грантҡа тәҡдим итеүҙә булышлыҡ күрһәттек.
Башҡортса-русса, русса-башҡортса тәржемәсе веб-сайт эшләгәндә Искәндәр Шакировтың ярҙамы ҙур булды. Ул үҙаллы рәүештә онлайн һүҙлектәр эшләгән кеше.
Йәштәр үҙҙәренең проекттары менән килә. Мәҫәлән, Наҙгөл Ғәлиеваның “Аҫылташ” интернет-марафоны, үрҙә әйткән Юлай Ҡасимовтың проекты бик матур эшләп китте.
Фондтың ойоштороусылары менән дә әүҙем эш алып барыла. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан иғлан ителгән Башҡорт теле йылы айҡанлы Мәҙәниәт министрлығы социаль селтәрҙәрҙә башҡортса открыткалар, вайндар ижад итеү, Мәғариф һәм фән министрлығы уҡыусылар һәм студенттар араһында “Башҡорт блогеры” конкурсы иғлан итте. Ошо министрлыҡтар һәм беҙҙең фонд менән берлектә ойошторолған “Башҡорт теленә ЯҢЫ ҠАРАШ” тип аталған социаль видеороликтар конкурсы ла йәштәр күңеленә хуш килде. Ҡыҙыҡлы, матур йөкмәткеле эштәр ҡабул иттек. Сер түгел, һуңғы йылдарҙа интернеттағы башҡорт контенты ярайһы уҡ яҡшы тулыланды, байыны, хәҙер беҙгә сифат тураһында уйларға кәрәк. Шуға күрә был конкурсты иғлан иткәндә беҙ сифат йәһәтенән етди генә талаптар ҡуйҙыҡ. Һәм бүләктәр ҙә шуға ярашлы: беренсе урын өсөн – Apple iPhone 11, икенсе урынға – ноутбук, өсөнсөгә – планшет. Башланғыстарыбыҙға ярҙам күрһәткән бағыусыларға рәхмәтлебеҙ.
Был конкурстарҙың барыһына ла 12 декабрҙә, баш ҡалалағы “Арт-Квадрат” үҙәгендә “Башҡорт теленә яңы ҡараш” тигән сара барышында йомғаҡ яһаласаҡ.
– Бихисап матур башланғыстар, башҡарылған эштәр тураһында әйтеп үттегеҙ. Әммә интернетта һеҙҙең эшмәкәрлеккә ҡарата тәнҡит һүҙҙәре әйтеүселәр ҙә, “фонд тейешенсә эшләп еткермәй” тигән ҡарашта булыусылар ҙа табыла. Уларға ҡарата нимә әйтер инегеҙ?
– Тәнҡит булырға тейеш, сөнки ул үҫешкә этәргес бирә. Ә фонд әле ысынлап та үҫеш юлында. Арттырып әйтмәйем, башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү йәһәтенән һуңғы ике йылда башҡарылған эштәр унан алдағы тиҫтә йыл дауамында ла башҡарылмағандыр, бәлки. Әңгәмә барышында әйткәйнем инде, тағы берҙе ҡабатлайым: телде һаҡлауға һәм үҫтереүгә арналған эшмәкәрлек бер көн, ай йәки йыл эсендә генә йырып сыға торғандарҙан түгел. Ул эҙмә-эҙлекле рәүештә, аҙым артынан яңы аҙым яһап башҡарыла. Был йәһәттән республика етәкселегенә рәхмәтлебеҙ. Беҙ ысын мәғәнәһендә Башҡортостан Башлығының, Хөкүмәттең ярҙамын тоябыҙ. Яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыу, гранттар яулау, үрҙә һанап үтелгән миҫалдар – барыһы ла шуның һөҙөмтәһе.
Матур башланғыстарҙы күрә беләйек, өлгәшелгәндәргә ҡыуанайыҡ, тағы ла ҙурыраҡ маҡсаттарға ынтылайыҡ һәм бергәләп алға атлайыҡ. Шул саҡта ғына һөҙөмтә буласаҡ.