Телгенәм - бергенәм
11 Декабря 2020, 14:22

Студенттар ҙа теләп өйрәнә

Башҡортостандың урта һөнәри белем биреү йорттары студенттары араһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса республика олимпиадаһы үтте. Уны республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы ойошторҙо.

Башҡортостандың урта һөнәри белем биреү йорттары студенттары араһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса республика олимпиадаһы үтте. Уны республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы ойошторҙо.


Был бәйге быйылғы Башҡорт теле йылына һәм 14 декабрҙә билдәләнгән Башҡорт теле көнөнә арналған сараларҙың береһе булараҡ уҙғарылды. Уның төп маҡсаты – башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төплө белемгә эйә булған студенттарҙы асыҡлау, милли мәҙәниәтебеҙҙең һәм рухиәтебеҙҙең айырылғыһыҙ өлөшө булған башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләү.


Олимпиада ике йүнәлештә – башҡорт телен туған тел һәм дәүләт теле булараҡ өйрәнгән студенттар араһында айырым үткә­релде. Ул өс өлөштән торҙо. Тәүге турҙа студенттар тест һорауҙарына яуап бирҙе, икенсеһендә бил­дәләнгән темаға инша яҙҙы һәм өсөнсөһөндә проекттарын яҡланы.


Башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнгән студенттар араһында Нефтекама нефть колледжынан Зөлфиә Ғаязова, ә дәүләт теле булараҡ уҡығандар араһында Өфө күп тармаҡлы һөнәри колледжы студенты Эльвина Хәбирова еңеүселәр булып танылған. Шулай уҡ алдынғы урын яулағандар араһында Сибай, Өфө, Бәләбәй,Ишембай, Нефтекама, Стәрлетамаҡ, Октябрьский ҡалаларында урынлашҡан һәм уңышлы эшләп килгән төрлө йүнәлештәге колледждар студенттары бар.


Бөгөн Башҡортостан колледж­дарында белем алған студент­тарҙың 33524-е башҡорт телен – дәүләт теле, 7297-һе туған тел булараҡ өйрәнә.


Фото: education.bashkortostan.ru
Читайте нас