Телгенәм - бергенәм
11 Декабрь 2020, 14:14

Йәшәһен туған телебеҙ!

Бөгөн сәскән изге орлоҡтар шытып сығыр, емештәрен бирер.

Һәр халыҡ өсөн туған тел – ул баһалап бөткөһөҙ ҙур байлыҡ, ата-бабаларҙың ғәзиз бүләге, оло мираҫы. Беҙҙең өсөн башҡорт теле лә шундай изге байлыҡ, ул халҡыбыҙҙың тәрән аҡылын, фәһемле тарихын, һоҡланғыс йолаларын, ҡабатланмаҫ ауыҙ-тел ижадын бергә туплап, беҙҙең көндәргә тиклем алып килеп еткергән.


Белеүебеҙсә, былтыр Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың указына ярашлы, 14 декабрь Башҡорт теле көнө тип иғлан ителде. Билдәле булыуынса, был көндә башҡорт халҡының атаҡлы мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулла тыуған. Яңы датаны булдырыуҙың маҡсаты – башҡорт телен һаҡлау, яҡлау һәм үҫтереү.


Ошоға ярашлы быйыл да Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың 2020 йылда Башҡорт теле көнөн үткәреү тураһындағы ҡарары донъя күрҙе, әлеге көнгә арнап үткәрелгән саралар һәм уларҙы ойоштороу комитеты раҫланды.


Башҡорт теле йылы: тәүге һығымталар


2020 йыл Бөтә донъя башҡорт­тары ҡоролтайы тарафынан Баш­ҡорт теле йылы тип иғлан ителде һәм был тәҡдимде республика етәкселеге лә хуплап ҡаршы алды. Алдан билдәләнгән планға ярашлы йыл дауамында бихисап саралар үтте, тос, маҡтауға лайыҡ эштәр баш­ҡарылды, өр-яңы проекттар ғәмәлгә ашырылды. Шулар ара­һы­нан миҫал өсөн бер нисәүһен генә атап үтеү ҙә етә: милләт­тәш­тәребеҙ күпләп йәшәгән төбәктәрҙә Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәктәре, йәкшәмбе мәктәптәре асылып, эш башланы, уларҙа Башҡорт мәҙә­ниәте һәм мәғрифәте көндәре гөр­ләп уҙҙы, әллә күпме тарихи шәхес­тәребеҙҙең исемдәре мәңгеләш­терелеп, һәйкәлдәр, таҡтаташтар асылды, республиканың һәм башҡорт теле өйрәнелгән күрше төбәктәрҙең мәктәптәре, китапханалары уҡыу әсбаптары, әҙәби китаптар менән тәьмин ителде, “Эшлекле башҡорт теле” йыйынтығы донъя күрҙе, башҡортса мобиль ҡушымталар киңерәк танылыу алды.


Сентябрь айында Красноусол ҡасабаһында үткән Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумы ла телебеҙҙе үҫтереү йәһәтенән көнүҙәк мәсьә­ләләрҙе күтәрҙе һәм, шөкөр, улар бу­йынса маҡсатҡа ярашлы эштәр башланды. Мәҫәлән, форумда Баш­ҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башҡорт телен балалар баҡсаһынан өйрәтә башлау бурысын ҡуйҙы. Әлеге көндә Мәғариф һәм фән министрлығының уҡытыу-методика советы тарафынан бер нисә программа ҡаралып, 2021 йылда нәшер ителәсәк әсбаптар исемлегенә индерелгән. Тимәк, балалар баҡсаларында башҡорт телен өйрәтәсәк педагогтар өсөн уҡытыу программалары буласаҡ. Шулай уҡ, форум нигеҙендә ҡабул ителгән ҡарарҙарға ярашлы, республикала эшләп килгән милли мәктәптәрҙең матди-техник база­һын ентекле тикшереп, уларҙы яҡ­шыр­тыу, заманса мәктәптәр кимә­ленә сығарыу бурысы ҡуйыла. Былар билдәләнгән эштәрҙең бер нисәүһе генә.


Башҡорт телен интернет киңлек­тәрендә, социаль селтәрҙәрҙә үҫтереү һәм таратыу йәһәтенән бихисап матур конкурстар – башҡорт телендә открыткалар, видеояҙмалар, шиғыр һөйләү бәйгеләре иғлан ителде. Был эштәрҙе тормошҡа ашырыуҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, республиканың Мәғариф һәм фән, Мәҙәниәт министрлыҡтары, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, йәмәғәт ойошмалары, уҡыу йорттары ҙур өлөш индерҙе.


Башҡорт теле көнөнә арналған саралар


Башҡорт теле йылы аҙағына яҡынлаша. Пандемия шарттарына ҡарамай, билдәләнгән саралар, эштәр тулы күләмдә тормошҡа ашырылып килә.


Иртәгә, 12 декабрҙә, баш ҡа­ла­лағы “Арт-Квадрат”тың “Йөрәк” тип аталған залында “Башҡорт теленә яңы ҡараш” тигән сара үтә. Уның ба­рышында башҡорт телен киңе­рәк танытыуға арналған проекттар менән таныштырыу ойошторола. Сара ҡәҙимге һәм онлайн алым­дарҙа үтә. Проекттарҙың автор­ҙары, йәмәғәт лидерҙары күҙгә-күҙ ҡарашып осрашып һөйләшәсәк, ә киң ҡатлам халыҡ өсөн Баш­ҡортостан юлдаш телевидениеһы һәм социаль селтәрҙәр аша тура эфир ойоштороласаҡ.

Сара барышында яңы баш­ҡортса-русса һәм русса-башҡортса тәржемә веб-порталы, “Аҫылташ” йәштәр брендының проекттары менән таныштырасаҡтар.


14 декабрҙә – Башҡорт теле көнөндә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы үҙенсәлекле тамаша тәҡдим итә.


“Телдең матурлығы, илаһилығы йыр аша һәр кешенең күңеленә үтеп инә. Юҡҡамы ни әсәйҙәребеҙ беҙҙе сабый саҡта бишек йыры йыр­лап йоҡлатҡан, өләсәй-олатай­ҙарыбыҙ төрлө һамаҡтар менән яратҡан... Шуға ла филармониябыҙ артистары башҡорт теленең бар гүзәллеген йыр аша еткермәксе. Та­машала йылдар дауамында үҙ ижадында телде үҫтереүгә ҙур өлөш индергән арҙаҡлы йырсы­ларыбыҙ һәм йәш солистарыбыҙ Халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестры менән берлектә сығыш яһаясаҡ.


Тел, ил, халыҡ яҙмышына битараф кеше сәхнәгә сығып һүҙ әйтә алмай. Телде, йәғни илде һаҡлап ҡалыуҙа иң яуаплы бурыс – беҙҙең иңдәрҙә. Филармониябыҙҙа телдең ҡәҙерен, бәҫен, матурлығын белгән егеттәр һәм ҡыҙҙар ижад итә. Бөгөн сәскән изге орлоҡтар шытып сығыр, емештәрен бирер тип уйлайым”, – ти тамашаның режиссеры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова.



Читайте нас