Телгенәм - бергенәм
12 Декабрь 2020, 15:00

“Башҡортостан” гәзитен ихтирам итәм...

Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин үҙе лә ваҡытлы матбуғатҡа битараф түгел

Мәсетле районы баш ҡаланын алыҫта – республиканын төньяҡ-көнсығыш сигендәге ятҡан райондарҙың береһе булһа ла, “Башҡортостан” гәзите хеҙмәткәрҙәре был тарафтарҙа йыш була. Мәсетле район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин үҙе лә ваҡытлы матбуғатҡа битараф түгел, ул республика баҫмаһын даими уҡып барған етәкселәрҙең береһе.
– Милли мәҙәниәтебеҙҙе байытыуға, телебеҙҙе үҫтереүгә һәм рухыбыҙҙы нығытыуға лайыҡлы өлөш индергән һәм илебеҙҙең, бәрәкәтле Мәсетле еренең данын арттырған баҫма булараҡ “Башҡортостан” гәзитен ихтирам итәм, хуплайым, яҙылам һәм уҡыйым! – ти Әнис Ҡасим улы.
Туған телебеҙгә, илгә һөйөү өлгөһән күрһәткән ошондай етәкселәр күберәк булһын, ул саҡта милли матбуғат йәшәйәсәк.
Фото: Әнис Әсәҙуллиндың социаль селтәрҙәге диуарынан.
Читайте нас