Телгенәм - бергенәм
14 Декабрь 2020, 16:30

"Рәми Ғариповтың яҡташтары булараҡ та, яҙылырға бурыслыбыҙ"

Салауат район хакимиәте башлығы Марс Кашапов милли матбуғат баҫмалары хаҡында ниндәй фекерҙә?

Салауат районы хакимиәте башлығы Марс Кашапов милли ваҡытлы матбуғат баҫмаларына ҙур хөрмәт менән ҡарай.
"Тел өсөн янып-көйгән шәхес, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың яҡташтары булараҡ та, беҙ милли баҫмаларға яҙылырға бурыслыбыҙ. Ысынлап та, илһөйәрлек, телгә ҡарата ихтирам һәм һөйөү ошо милли гәзит-журнал алдырыуҙан, туған телеңдә һөйләшеүҙән, Ватаныңа тоғро хеҙмәт итеүҙән башлана.
Мин үҙем йөҙ йылдан ашыу тарихы булған “Башҡортостан” гәзитенең һәр һанын уҡып, ҡарап барам. Районыбыҙ халҡы "Башҡортостан"ды алдыра, киләһе йылға ла дәррәү яҙылырҙар тип ышанабыҙ", – ти Марс Фәрәх улы.
Билдәле булыуынса, 3 декабрҙән 20-нә тиклем республикабыҙҙың төп баҫмаһы “Башҡортостан”ға арзаныраҡ хаҡҡа яҙылырға мөмкин https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/1016/. Ошо ун көнлөктә аҙнаһына ике тапҡыр сыҡҡан podpiska.pochta.ru/press/П2729 индекслы “Башҡортостан” гәзите - 1386 һум 24 тин, ә 24 битлек podpiska.pochta.ru/press/П3030 индекслы «Башҡортостан-Йома” 732 һум 72 тин тора.
Автор фотоһы.
Читайте нас