Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм - бергенәм
15 Декабрь 2020, 19:08

Һәр заманда һәр тарафта яңғыраһын башҡорт теле!

Кисә Башҡортостанда ҙур сараларға йомғаҡ яһалды.

Башҡортостан Башлығы Указына ярашлы, 14 декабрҙә Башҡорт теле көнө билдәләнә. Был дата бөйөк башҡорт мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә тура килтереп һайланды. Әлеге байрамдың һәм быйылғы Башҡорт теле йылының инициаторы булып Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сығыш яһаны.


Барлыҡ саралар телде һаҡлау, яҡлау хаҡына


Быйыл Башҡорт теле көнө айҡанлы туған телебеҙҙең һәм халҡыбыҙҙың мәҙәни, рухи ҡиммәттәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән саралар, илдәге һәм республикалағы хәл-торошто иҫәпкә алып, онлайн һәм офлайн алымда үтте. Улар барышында шулай уҡ Башҡорт теле йылына йомғаҡ яһалды, иғлан ителгән конкурстарҙың еңеүселәре билдәләнде.
14 декабрҙә Мәғариф һәм фән министрлығы республиканың билдәле шәхестәре ҡатнашлығында “Шиғри сылбыр” тип аталған интернет-флешмоб уҙғарҙы. Уға республиканың мәктәп­тәре, балалар баҡсалары ла ҙур теләк менән ҡушылды.

Бөтә донъя башҡорттары ҡорол­тайы Башҡортостандың дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән Башҡортостан Башлығы грантына тормошҡа ашырылған еңеүсе проекттарҙың күргәҙмәһен ойошторҙо.
Башҡорт теле көнө айҡанлы баш ҡала урамдарында башҡорт телендә баннерҙар урынлаштырылды. Уларҙың ҡайһы берҙәре ябай ғына сәләмләү һүҙҙәренән тороп, башҡорт һәм рус телдәрендә бирелгән. Мәҫәлән, “Хәйерле көн!”, “Сәләм, дуҫ!”, “Үҙеңде һаҡла!” тигән яҙыуҙар күңелгә бик ятышлы.
“Беҙ уларҙы махсус рәүештә ике телдә әҙерләнек. Кешеләр уҡып, ниндәй һүҙбәйләнештәрҙең нимә аңлатҡанын аңлаһын, белһен, ябай ғына һүҙҙәр ярҙамында булһа ла үҙенең тел белеү кимәлен арттырһын, тигән маҡсаттан сығып эш иттек”, – ти Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды рәйесе Гөлназ Йосопова.
Баннерҙарҙың ҡайһы берҙәрендә халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхестәренең портреты һәм тел тураһында ҡанатлы һүҙҙәре, шиғыр юлдары урын алған. Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды тарафынан йәмғеһе тиҫтәнән ашыу төрҙәге баннер әҙерләнеп, баш ҡаланың 51 урынына ҡуйылған.
Шулай уҡ ошо көндәрҙә “Башавтотранс” автобустарында, республиканың ҡала һәм райондарындағы ҙур сауҙа үҙәктәрендә Башҡорт теле көнөнә арналған видеояҙмалар күрһәтелде. Был матур башланғыс та ябай халыҡ яңы байрам тураһында күберәк белһен, Башҡорт теле көнө хаҡында хәбәрҙар булһын өсөн эшләнде.
Киләсәктә миллионлы Өфөбөҙҙә башҡорт телмәре тағы ла йышыраҡ яңғырар, урам саттарында башҡорт телендәге баннерҙарҙы күреү ғәҙәти күренешкә әйләнер, тип ышанайыҡ.


Тел һаҡсыларына – оло хөрмәт йөҙөнән


Башҡорт дәүләт университетында һәм Башҡорт дәүләт педагогия университетында бихисап саралар үтте. Шул иҫәптән арҙаҡлы башҡорт мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың һәйкәленә сәскә һалынды, бөйөк башҡорт шағиры Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 125 йыл тулыу айҡанлы асыҡ дәрестәр ойошторолдо. Шулай уҡ Башҡорт теле көнө алдынан М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының 6-сы корпусында күренекле башҡорт ғалимдары Марат Вәли улы Зәйнуллин һәм Әхмәт Мөхәмәтвәли улы Сөләймәнов исемендәге аудиториялар асылды.
“Башҡорт теле йылында беҙҙең уҡыу йорто матур күрһәткестәргә өлгәште, башҡорт телен өйрәнеү, үҫтереү буйынса бихисап эштәр башҡарҙы. Башҡорт филологияһы факультетында арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең исемен йөрөткән аудиторияларҙың асылыуы ла – ошо матур сараларҙың дауамы. Заманса йыһазландырылған был уҡыу кабинеттарында студенттар төрлө проекттар, тикшеренеү эштәре үткәрер, сит илдәрҙәге ғалимдар менән бәйләнешкә сығыр тип күҙаллана. Беҙҙеңсә, буласаҡ тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары башҡорт телен, әҙәбиәтен, фольклорын юғары ғилми кимәлдә өйрәнгән арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең ғилми мираҫын белеп үҫергә тейеш”, — тип билдәләне М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының Башҡорт филологияһы факультеты деканы Ләйлә Хөсәйенова.


Башҡорт теленә яңы ҡараш барлыҡҡа килә


12 декабрҙә Өфөләге “Арт-Квадрат” майҙанында “Башҡорт теленә яңы ҡараш” тигән сара үтте. Уның барышында Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды тарафынан тормошҡа ашырылған баш­ланғыстар, башҡорт телен киңерәк танытыуға арналған проекттар менән таныштырыу ойошторолдо.
Сарала Башҡорт теле көнө айҡанлы иғлан ителгән башҡортса открыткалар, вайндар ижад итеү, уҡыусылар һәм студенттар араһындағы “Башҡорт блогеры” конкурсына йомғаҡ яһалып, еңеүселәрҙең исемдәре аталды. Иң яҡшы башҡорт блогеры тип Айгиз Аҫылбәков танылды. Иң күп башҡорт вайны төшөрөүселәр – Азамат Мөхәмәтйәнов (Владивосток ҡалаһы) һәм Зәлиә Шаһыбалова (Өфө ҡалаһы), шулай уҡ Азамат был конкурстың 1-се урынын да яуланы. Иң популяр вайн авторы – Әлзирә Заһиҙуллина (3898 ҡарау). Иң яҡшы электрон асылма (открытка) авторы тип Миңзәлә Вәлшина билдәләнде.
Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды ойошторған “Башҡорт теленә ЯҢЫ ҠАРАШ” тип аталған социаль видеороликтар конкурсы ла интернет киңлектәрендә бик йәнле барҙы. “Ҡыҙыҡлы, матур йөкмәткеле эштәр ҡабул иттек. Сер түгел, һуңғы йылдарҙа интернеттағы башҡорт контенты ярайһы уҡ яҡшы тулыланды, байыны, хәҙер беҙгә сифат тураһында уйларға кәрәк. Шуға күрә был конкурсты иғлан иткәндә беҙ сифат йәһәтенән етди генә талаптар ҡуйҙыҡ”, – тине фонд директоры Гөлназ Йосопова. Бүләктәр ҙә талаптарға ярашлы ине: беренсе урын өсөн – Apple iPhone 11, икенсе урынға – ноутбук, өсөнсөгә – планшет. Шулай итеп, был конкурстың еңеүселәре: I урын – Эльнара Фәйзуллина; II урын – Лилиә Яҡшыдәүләтова; III урын – Азамат Мөхәмәтйәнов. “Тамашасы һөйөүе” номинацияһында 1169 тауыш менән Наҙгөл Хөсәйенова еңеүсе тип табылды.
Артабан сарала башҡорт телен үҫтереүҙә арналған проекттарҙың авторҙары, йәмәғәт лидерҙары, полилингваль мәктәптәр етәкселәре сығыш яһаны. Сара барышында яңы башҡортса-русса һәм русса башҡортса тәржемә веб-порталы, башҡорт телен өйрәнеү буйынса мобиль ҡушымталар, “Аҫылташ” йәштәр бренды, “Асыл” һәм башҡа интернет проекттары менән таныштырҙылар.
Башҡорт теле йылы һәм Башҡорт теле көнө айҡанлы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы социаль селтәрҙәрҙә өс йүнәлеш буйынса ижади бәйгеләр иғлан иткәйне. Кисә уларҙың һөҙөмтәләре иғлан ителде.
“Башҡорт теле көнөнә арналған интернет-конкурстарҙа бөтәһе 100-ҙән ашыу эш ҡаралды. Барыһына ла ҙур рәхмәт белдерәбеҙ!” – тип билдәләне Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты.
“Әсәм теле – сәсән теле” конкурсына 60-тан ашыу эш ҡабул ителгән. Был бәйгелә балалар ҙа әүҙем ҡатнашҡан. Әммә, конкурстың талаптарына ярашлы, ойоштороусылар 18 йәштән өлкән ҡатна­шыусыларҙың яҙмаларын ғына баһалаған. Конкурс ике номинацияла — башҡорт телен туған теле булараҡ белеүселәр һәм башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүселәр араһында үтте. Тәүге номинацияла – Салауат районынан Светлана Вәлиева, ә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүселәр араһында Өфө ҡалаһындағы 52-се лицейҙан Маргарита Гейт еңеүсе тип табылған. Светлана Вәлиева Факиһа Туғыҙбаеваның “Башҡорттарға аңлатамын башҡортлоҡто...” шиғырын, Маргарита Гейт Кәтибә Кинйәбулатованың “Туған телем” шиғырын һайлаған. Ҡатнашыусыларҙың күбеһе Рәми Ғарипов, Зәйнәб Биишева, Мәжит Ғафури, Кәтибә Кинйәбулатова, Зөлфиә Ханнанова шиғырҙарын тәҡдим иткән.
Йүнселдәр араһында ойошторолған “Тырыш!” конкурсында ҡатнашырға шәхси эшҡыуарҙар, яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәр, крәҫтиән (фермер) хужа­лыҡтары, шәхси хужалыҡтар, үҙмәшғүлдәр (шул иҫәптән һөнәрселәр) саҡырылғайны. Был номинацияға туғыҙ эш килгән. Еңеүсе итеп Балтас районынан Рәфис Садиҡов билдәләнде. Ул йыһаз эшләү менән шөғөлләнә.
“Матур донъя” видеояҙмалар конкурсы йәштәрҙә тарихҡа, мәҙәниәткә, тыуған яҡ тәбиғәтенә ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында үткәрелде. Был номинацияға ике тиҫтәнән ашыу яҙма килгән. Иң яҡшыһы тип Иглин районынан Алһыу Кәримованың яҙмаһы табылған.
“Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ һәм Башҡорт теле көнө менән тәбрикләйбеҙ! Туған тел артабан да тоғро юлдашығыҙ булып ҡалһын, ә уны белеү тормош ҡаҙаныштарығыҙҙың бер сәбәпсеһе булһын!” – тип изге теләктәрен еткерҙе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты.
Байрамға республикабыҙҙан ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙ ҙә ҡушылды. Мәҫәлән, бөгөн Пермь крайында “Ғәйнәләр: халҡым, телем, тарихым” тип аталған мәҙәни-мәғлүмәти акция, “Пермь ерендә тыуған билдәле Рәсәй шәхестәре – ғәйнә башҡорттары” тип аталған күргәҙмә, башҡорт теленең ғәйнә диалектында нәшер ителгән “Аҡбуҙат” балалар журналының исем туйы, урындағы башҡорт коллективтарының концерты уҙа.
Ә 14 декабрҙәге саралар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан “Башҡортостан” концерт залында ойошторолған ҙур кисә менән тамамланды. Бында республиканың сәнғәт оҫталары ҡатнашлығындағы ҙур концерт һәм Башҡорт теле йылына арналған сараларҙың еңеүселәрен тәбрикләү тантанаһы үтте. Онлайн форматта “Тамға” башҡорт милли костюмы оҫталарының халыҡ-ара конкурсына, журналистар араһында, шулай уҡ муниципаль берәмектәрҙә иғлан ителгән бәйгеләргә лә йомғаҡ яһалды.