Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм - бергенәм
16 Декабрь 2020, 16:30

Башҡорт телен үҫтереүселәргә – махсус грант

Башҡорт халҡының телен, мәҙәниәтен, тарихын, бөгөнгөһөн популярлаштырыуға йүнәлтелгән проекттарға грант ярҙамы күрһәтеү буйынса конкурс иғлан ителде.

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) менән берлектә киң мәғлүмәт сараларында һәм социаль селтәрҙәрҙә башҡорт халҡының телен, мәҙәниәтен, тарихын, бөгөнгөһөн популярлаштырыуға йүнәлтелгән проекттарға грант ярҙамы күрһәтеү буйынса конкурс иғлан итә.
Конкурстың маҡсаты – киң мәғлүмәт сараларында һәм социаль селтәрҙәрҙә башҡорт теле тураһындағы контентты арттырыу, башҡорт теленә һәм халҡына ҡыҙыҡһыныу уятыу.
Конкурста 18 йәше тулған Рәсәй Федерацияһы гражданы булған киң мәғлүмәт саралары өлкәһендә эшләгән кешеләр, онлайн проекттар авторҙары, блогерҙар ҡатнаша ала. Грантты биш еңеүсе аласаҡ. Уның күләме – ай һайын 11500 һум.
“Башҡорт теле йылы” йомғаҡтарына бағышланған сарала беҙ башҡорт телендә контент булдырған журналистарҙы билдәләнек. Киләсәктә лә был йүнәлештә эшләгән журналистарға һәм блогерҙарға ярҙам итеү кәрәк тип һанайбыҙ. Шуға ла ошондай конкурс ойоштороу фарыз тигән ҡарарға килдек”, – тип белдерҙе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова.
Конкурсҡа ғаризалар 2020 йылдың 15 декабренән 2021 йылдың 21 майына тиклем ҡабул ителә. Конкурста ҡатнашыу шарттары менән ойоштороусыларҙың сайтындағы “Конкурс положениеһы”нда тулыраҡ танышырға була.
Фото “Башинформ”.
Читайте нас: