Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм - бергенәм
18 Декабрь 2020, 13:38

“МОҢ ШИШМӘҺЕ ҺАНДУҒАСТАЙ ЙЫРСЫ ЛА ҺИН!..”

“Үҙ әсә телем – минең өсөн матур, иң тәмле тел; Үҙ телем – үҙ әйберем булған өсөн ярата күңел”, – Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың шиғыр юлдары был.

“Үҙ әсә телем – минең өсөн матур, иң тәмле тел;

Үҙ телем – үҙ әйберем булған өсөн ярата күңел”, –

Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың шиғыр юлдары был. Ә бөйөк Мостай Кәрим:

“Инәм теле – иман телем,

Әгәр һине һағынмаһам,

Көн дә һиңә табынмаһам,

Телдәремдән яҙыр инем”, – тип яҙған. Беҙгә, бөгөн йәшәгәндәргә, туған телебеҙҙе һаҡларға өндәгән изге аманат бит ошо юлдар! Һәр ҡайһыбыҙ туған телебеҙ – башҡорт телен ҡәҙерләргә, уны балаларыбыҙға өйрәтергә, тиңдәр араһында тиң булып йәшәүенә хеҙмәт итергә бурыслы.


Бөгөнгө шиғри шәлкемдә – күптән фанилыҡҡа күскән олуғ әҙиптәребеҙҙең туған телебеҙгә ҡарата бөтмәҫ-төкәнмәҫ һөйөү, һоҡланыу, ололау хистәре менән һуғарылған үлемһеҙ шиғырҙары, замандаш ҡәләм оҫталарының йөрәк ауаздары.


БАШҠОРТ ТЕЛЕ


Моң шишмәһе һандуғастай йырсы ла һин,

Һығылма бил тал сыбыҡтай нәфис тә һин,

Аллы-гөллө гөл-сәскәләй наҙлы ла һин,

Эй, илһамлы, эй, хөрмәтле башҡорт теле!


Күгәреп ятҡан Уралыңдай бай, йомарт һин,

Серле ҡамыш ҡурайыңдай ҡарт, олпат һин,

Күпте күргән сәсәнеңдәй йор, зирәк һин,

Эй, һөйөклө, эй, ҡәҙерле башҡорт теле!


Диңгеҙҙәргә тиңләмәйем — тәрәнһең һин,

Айға-көнгә тиңләмәйем — гүзәлһең һин,

Ҡаяларға тиңләмәйем — бөйөкһөң һин,

Эй, хикмәтле, мәрхәмәтле башҡорт теле!


Күп быуаттар һин йырланың ҡурай моңон,

Күп быуаттар һин йырланың яугир юлын,

Инде азат. Шат. Йырлайһың еңеү йырын,

Эй, бәхетле, эй, ҡәҙерле башҡорт теле!


Иң тәү миңә һин күрһәттең дуҫлыҡ юлын,

Минең өсөн һин бит йәшәү, бәхет үҙең,

Мәңге йәшә, эй, һөйөклө башҡорт теле,

Атам теле, әсәм теле — минең телем!

Зәйнәб БИИШЕВА.


ТУҒАН ТЕЛ


И туған тел, и матур тел,

атам-әсәмдең теле!..

Туҡай.


Мин халҡымдың сәскә күңеленән

Бал ҡортондай ынйы йыямын,

Йыямын да — йәнле ынйыларҙан

Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын.


Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен:

Бер телдән дә телем кәм түгел —

Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла,

Кәм күрер тик уны кәм күңел!..


Халҡым теле миңә — хаҡлыҡ теле, —

Унан башҡа минең илем юҡ;

Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ,

Иле юҡтың ғына теле юҡ!


Әсәм теле миңә — сәсән теле,

Унан башҡа минең халҡым юҡ,

Йөрәгендә халҡы булмағандың

Кеше булырға ла хаҡы юҡ!

Рәми ҒАРИПОВ.


ТУҒАН ТЕЛ


Ерҙә кеше һөйәгенән

Убалар үҫкән…

Тел – тере шишмә – үлмәгән,

Бөгөнгә еткән!


Шул тел менән тыуҙым, үҫтем,

Торам бөгөн дә.

Аңлай мине ғәзиз халҡым

Туған телендә.


Минең телем – тыуған ерем,

Әсәм тауышы,

Халҡымдың бай хазинаһы,

Таҙа намыҫы!


Ерҙә халыҡ йәшәй икән, –

Теле лә йәшәй!

Телен асҡанда,

Һәр бала

Әйтәсәк “Әсәй!”


Мин сикһеҙ хөрмәт итәмен

Халҡымдың телен,

Ә кем уны һанға һуҡмай,

Хурлай тик үҙен!..

Баязит БИКБАЙ.


БАШҠОРТ ТЕЛЕ


Башҡорт теле! Уралымда

Затым өсөн һин рух түле.

Миңә һин — яҙмыш, ә кемгә —

Сәхнәләгесә роль теле.


Башҡорт теле! Тарихында

Бер кемгә лә юҡ ләғнәте.

Тик үҙенсә иретмәктә

Көсәнмәне кем лөғәте.


Башҡорт теле! Һин — аҡбуҙат,

Һин — һандуғас, һин — ыласын.

Һәр өнөң ҡурай моңолай,

Барыһы тәбиғи, ысын.


Башҡорт теле! Салауат теле,

Һәҙиә теле, Мостай теле.

Уларға бит “Урал батыр”

Иң шөһрәтле остаз ине.


Башҡорт теле! Мәктәптәрҙә —

Һаман ҡыҫырыҡлау еле.

Донъя тармы?! Былай ҙа бит

Вазифалы урыҫ теле.


Башҡорт теле! Быуаттарҙы

Үтеп тә һин, сарланып та,

Яҙҙыртаһың минән шиғыр,

Ғорурланып, зарланып та.


Башҡорт теле! Уралымда

Затым өсөн һин рух түле.

Һин бит беҙҙең хәтер иле,

Мәңге йәшә, башҡорт теле!

Хәсән НАЗАР.


ТУҒАН ТЕЛ


Миңәме ни һине оноторға?!

Туған телем, әсәм һөтөләй,

Сафлыҡ бирҙең миңә, ҡеүәт бирҙең,

Ҡуша үҫтең йөрәк итемә.


Әйҙә, юлдар алыҫ алып китһен,

Мин барыбер — тыуған илемдә.

Тыуған илгә булған һөйөүемде

Әйтермен мин туған телемдә.

Рәшит НАЗАРОВ.


ТУҒАН ТЕЛЕМ


“Әсәй!” тигәндә лә һин кәрәк,

“Атай!” тигәндә лә һин кәрәк.

Берҙән-берем, айым, ҡояшым,

Тип әйтһәм дә, телем, һин кәрәк.


Салауат та ғорур башҡортон

Туған теле менән данлаған.

Киң Уралын – данлы төйәген

Һаҡлар өсөн ерен даулаған.

Эй, туған тел, нәфис телем һин,

Наҙлы моңоң мине һуғарған.

Күңелдәрем һүнмәҫ-һүрелмәҫ

Әсә телкәйенән нур алған.


“Әсәй!” тигәндә лә һин кәрәк,

“Атай!” тигәндә лә һин кәрәк.

“Һөйәм!” тигәндә лә һин кәрәк,

Эй, матур тел, минең туған тел!


Халҡы өсөн ирек даулаған,

Тыуған илен ҙурлап данлаған,

Салауаттай мәңге тере һин, –

Башҡортомдоң үлмәҫ теле һин.


“Атай” тигәндә лә һин кәрәк,

“Инәй” тигәндә лә һин кәрәк.

Күңелемдең һүнмәҫ нуры һин,

Мәңге йырланасаҡ йырым һин,

Моңло-йырлы туған телем һин.

Кәтибә КИНЙӘБУЛАТОВА.


БАШҠОРТ ТЕЛЕНДӘ ҺӨЙЛӘШӘМ


Башҡорт телендә һөйләшәм,

Башҡорт телендә.

Минең йөрәк тамырҙарым —

Башҡорт ерендә.


Өмөттәрем, хыялдарым,

Йөрәк тибешем —

Киң Уралым, йырлап аҡҡан

Һинең инешең.


Алыҫ-алыҫ яңғыраған

Моңло йырҙарым —

Мең инеште бергә йыйған

Көмөш һыуҙарың.


Яуҙар сапҡан улдарыңдың

Көсө — беләктә,

Ҡайғылары, шатлыҡтары —

Минең йөрәктә.


Күпме ҡайғы, күпме шатлыҡ

Күрһә тыуған ер,

Ер күргәнде, ил күргәнде

Һаҡлай туған тел.


Миллион кеше күкрәгендә

Күкрәй ул бөгөн,

Көрәш теле, хаҡлыҡ теле,

Йәнем ул минең.


Туған телем, һин — халҡымдың

Былбыл тауышы,

Быуаттарҙан быуаттарға

Ҡанат ҡағышы.

Рәшит ШӘКҮР.


МИРАҪ


Тыуғанымдан киткәнемә тиклем –

Ғүмер буйы йыйған милкемде,

Улым, ҡыҙым, һеҙгә ҡалдырамын

Иң ҙур мираҫ – туған телемде.


Ул да миңә ата-әсәйемдең

Иң берҙән-бер ғәзиз мираҫы.

Ул да һеҙгә ғүмер буйы ерҙә

Һулар һауа кеүек булһасы.


Мең йыл буйы халыҡ аҡылының

Мең тылсымын йыйған хазина,

Юҡ, һатылмай, сөнки мөмкин түгел

Баһа ҡуйыу уның хаҡына.


Күкрәк һөтө, бишек йыры менән

Кергән дә ул йәнде имләгән.

Юҡҡамы ни кеше туған телен

Тыуған иле менән тиңләгән.


Яратҡанға бал-май булып тамған,

Нәфрәттәрҙән уҡтай ҡаҙалған.

Быуаттарҙың гөлө һәм көлөнән –

Халыҡ яҙмышынан яралған.


Туған телдә күпме сәсән, шағир,

Йырға һалған яҡты өмөтөн.

Быуындарҙан-быуындарға биргән

Байраҡ итеп моңон, саф һүҙен.


Халҡым барҙа туған телем булыр,

Тик һеҙ уға ғәмһеҙ булмағыҙ,

Яҙыҡ булыр, әгәр үҙегеҙҙе

Аманаттан өҫтөн ҡуйһағыҙ.


Бабайҙарҙан, әсәйемдән алған –

Ғүмер буйы тапҡан милкемде,

Улым, ҡыҙым, һеҙгә ҡалдырамын

Бөйөк мираҫ – туған телемде.

Риф МИФТАХОВ.


ТУҒАН ТЕЛ


Ер шарында күп илдәр бар,

Араһында һин бер бөртөк.

Башҡортостан – ғәзиз илем,

Ҡотло ла һин, һутлы ла һин,

Көс-дәрт бирер утлы ла һин,

Илкәйемдә – туған телем.


Яҡтырт юлды, күңелдәрҙе,

Арттыр аҡыл, белемдәрҙе,

Мәңге йәшә, байы һәм үҫ.

Башҡорт теле – халҡым теле,

Дәүләт теле – туған телем,

Быуаттарҙан быуатҡа күс.


Наҙлылығың таң ҡалдыра,

Нескәлегең һоҡландыра,

Хәтерләтә баҡса гөлөн.

Кәрәкһә, өтөп алаһың,

Хәнйәрҙәй телеп һалаһың,

Үткерһең дә, туған телем!


Туған телем, һиндә хаҡлыҡ,

Һары һағыш, ап-аҡ шатлыҡ –

Бөтәһе лә һыя ала.

Һәр бер һүҙең балдай татлы,

Һинән моңло, һинән затлы

Һис нәмә юҡ был донъяла.

Гөлфиә ЮНЫСОВА.


ТУҒАН ТЕЛЕМ


Ыласын ҡошмо әллә туған телем –

Урал ҡаяларын төйәк иткән?

Ҡарурманмы әллә туған телем –

Ел ҡағылған һайын сыңлап киткән?


Ҡояш менән күктең туҡымаһы –

Тонйорап та торған көнмө әллә?

Ҡурай моңо булып иркәләгән,

Һыҙландырған тойғо һинме әллә?


Бер әйҙәйһең ҡырлас түбәләргә,

Бишек йырын берсә көйләйһең һин.

Асман әлегә хыял булғанда ла,

Ерҙә аунарға ла бирмәйһең һин.

Тамара ҒӘНИЕВА.


ТУҒАН ТЕЛЕМ


Тел илертә, тел тилертә,

Телдән көслө сара юҡ.

Тел аңлатмаҫ мөғжизә юҡ,

Телдәр үтмәҫ ара юҡ.


Шундай телем – башҡорт теле,

Тиңгә тиң – дәүләт теле.

Халҡым менән бергә тыуған

Меңләгән йылдар элек.


Тел тамыры – ил тамыры,

Телем тамыры тәрән,

Гүйә, нескә гөл тамыры,

Уны белеү ҙә кәрәк.


Яҙмышыбыҙ – тел яҙмышы,

Беләм уның хаҡында.

Әгәр телем йәшәй икән,

Йәшәйәсәк халҡым да.

Ирек КИНЙӘБУЛАТОВ.
Читайте нас: