Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм - бергенәм
16 Февраль 2021, 21:00

Флешмобта ҡатнашығыҙ!

Халыҡ-ара туған телдәр көнө уңайынан флешмоб иғлан ителде. Уның шарттары - яҙмала.

Башҡортостанда йәшәгәндәрҙе Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған “Был һүҙҙе барыһы ла белә!” тип исемләнгән флешмобта ҡатнашырға саҡыралар.
Бының өсөн 15-20 февралдә социаль селтәрҙәрҙәге аккаунттарҙа #ЭтоСловоЗнаютВсе #МирРодныхСлов #ДеньРодногоЯзыка хэштегы аҫтында туған телдәге популяр һүҙҙәрҙе тәҡдим итеп, видеоролик төшөрөп һалыр кәрәк.
Бер роликта бер герой төшөп, кадрҙа өс һүҙ тәҡдим итә ала.
1 “Һәр (милләтен әйтә) ... тигән һүҙҙе белә” ти һәм артабан кейем-һалым атамаһының мәғәнәһен аңлата;
2. “Һәр (милләтен әйтә) ... тигән һүҙҙе белә” ти һәм артабан милли аш-һыу атамаһының мәғәнәһен аңлата;
3. “Һәр (милләтен әйтә) ... тигән һүҙҙе белә” ти һәм артабан музыка ҡоралы атамаһының мәғәнәһен аңлата.
Роликтың йөкмәткеһе Башҡортостан һәм Рәсәй ҡануниәттәренә ҡаршы килмәҫкә тейеш.
Интернет-акцияны ойоштороусылар - Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы һәм Халыҡтар дуҫлығы йорто.
Фото: Мәҙәниәт министрлығы.
Читайте нас: