Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм - бергенәм
18 Февраль 2021, 23:15

Туған телдәрҙе һаҡлауға йәнә бер аҙым

Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған "түңәрәк өҫтәл"дә ниндәй фекерҙәр яңғыраны?

“Башҡортостан” дәүләт концерт залында Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған “Башҡортостан Республикаһында телдәр төрлөлөгө: торошо һәм перспективалары” тип аталған түңәрәк өҫтәл уҙҙы. Сара ҡатнаш тәртиптә – онлайн һәм офлайн барҙы.
Һөйләшеүҙе Башҡортостан мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Наталья Лапшина, Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры, “Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы” ойошмаһының башҡарма директоры Илгиз Солтанморатов алып барҙы. Унда шулай уҡ республиканың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева ҡатнашты.
Филология фәндәре докторы, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты профессоры, башҡорт филологияһы факультеты деканы Ләйлә Хөсәйенова күп телле республикала башҡорт телен өйрәнеү, һаҡлау һәм үҫтереү проблемалары тураһында һөйләне, юғары уҡыу йортоноң был тарафтан башҡарылған эштәрен барланы.
Филология фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетының рус һәм сағыштырма филология кафедраһы профессоры Ғәлиә Хисамова күп мәҙәниәтле белем биреү киңлегендә һөйләү мәҙәниәтенең ҡытыршылыҡтарына, көнүҙәк проблемаларына иғтибарҙы йәлеп итте.
Илгиз Солтанморатов сығышында туған телде һаҡлауҙа, үҫтереүҙә ғаиләнең өлөшө, балаларҙы туған телдә аралашырға йәлеп итеүҙәге алымдар тураһында һөйләне. Үҙе күп балалы ғаилә башлығы булып, өйҙә туған тел мөхитен һаҡларға ҙур тырышлыҡ һалған авторҙың сығышы йәнле ҡыҙыҡһыныу уятты.
Түңәрәк өҫтәлгә республикала йәшәгән башҡа милләт вәкилдәре лә саҡырылғайны. Өфөләге 2-се татар йәкшәмбе мәктәбе директоры Эльвира Камалова, әрмән йәкшәмбе мәктәбе етәксеһе Шамам Ахоян, Башҡортостан сыуаш мәҙәниәте йәмғиәте рәйесе Юрий Михайлов баш ҡалалағы йәкшәмбе мәктәптәре тураһында бәйән итте, эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
Билдәле шағирә, журналист, “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина сығышын милли баҫмаларға, уларҙың туған телде һаҡлауҙағы роленә арнаны.
Туған телдәргә бағышланған түңәрәк өҫтәл республикала йәшәгән халыҡтарҙың туған телдәрен һаҡлау йәһәтенән тағы бер һөҙөмтәле аҙым булыр, тигән ышаныстабыҙ.
Фото: БР Халыҡтар дуҫлығы йорто.
Читайте нас: