Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм - бергенәм
20 Февраль 2021, 16:00

Туған телдә диктант яҙҙыҡ

Бындай саралар туған телде һаҡлау, үҫтереү, милли үҙаңды һаҡлап ҡалыу йәһәтенән әһәмиәтле.

Халыҡ-ара туған телдәр көнө уңайынан бөгөн Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телендә халыҡ-ара диктант уҙҙы.
Сара бер нисә ерҙә: Өфөнөң Милли музейында, БДМУ, БДПУ кеүек уҡыу йорттарында, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала үтте, Тәтешле районында - удмурт, Мишкәлә мари телендә диктант яҙҙылар. Республика буйлап үҙҙәренең тел буйынса белемдәрен тикшереп ҡараға теләгәндәр онлайн тәртиптә ҡушылды.
Милли китапханала Башҡортостандың Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова кеүек Хөкүмәт вәкилдәре лә диктант яҙҙы.
Эльвира Ринат ҡыҙы диктант башланыр алдынан барыһын да Халыҡ-ара туған телдәр көнө менән ҡотланы, йыйылғандарға “4” һәм “5” билдәләрен теләне.
Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев Яныбай Хамматовтың “Төньяҡ амурҙары” романынан өҙөк яҙҙырҙы.
Сараға Башҡортостандың сәнғәт, әҙәбиәт, мәҙәниәт, матбуғат вәкилдәре лә йыйылғайны. Уларҙың барыһы ла бөгөнгө диктант яҙыуҙың телебеҙҙе һаҡлауға һәм үҫтереүгә индергән ҙур өлөшөн билдәләне.
Рәшиҙә ТУЙСИНА, Башҡортостандың халыҡ артисы:
“Был сараға килмәй ҡалыуым мөмкин түгел. Бейеү сәнғәтенә хеҙмәт иткәндә, күп тапҡырҙар сит илдәрҙә булырға тура килде. Башҡортса ғына һөйләшеп йөрөй торғайныҡ. Башҡа илдәрҙәге халыҡ беҙгә ғәжәпләнеп, һоҡланып ҡарай ине: “Был ниндәй тел? Һеҙ ҡайҙан? Ниндәй матур тел, ниндәй матур кешеләр!” Тел аша, булмышыбыҙ аша халҡыбыҙға һөйөү тыуҙырып йөрөгән кешеләрбеҙ”.
Ринат РАМАҘАНОВ, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, “Арғымаҡ” этнотөркөмө солисы:
“Бындай сараларҙың ойошторолоуы шатландыра, сөнки туған телебеҙгә иғтибар булыуы мөһим. Телде белеү кимәлебеҙҙе даими тикшереп, телмәребеҙҙе яңыртып торорға тейешбеҙ. Диктантты тыңлап, уны ҡулдан яҙыу быға булышлыҡ итә.
Мәғариф системаһында хәҙер күпселек һынауҙар тест формаһында бит, уларҙы укырға ла, яҙырға ла кәрәкмәй. Ошо арҡылы фекерләү ҡеүәһе тарҡала. Тап ошондай диктант яҙыу саралары быға юл ҡуймаясаҡ.”
Гүзәл ВИЛДАНОВА, БДУ-ның философия һәм социология факультеты профессоры:
“Туған телебеҙҙе ғариза яҙып өйрәнәбеҙ бөгөнгө көндә, был хәүефләндерә. Туған телдәрҙе һаҡлау, үҫтереү маҡсаты менән ойошторолған бындай саралар халыҡта милли үҙаңды ла уятырға ярҙам итә. Хөкүмәт, Ҡоролтай, интеллигенция вәкилдәре ошолай йыйылып диктант яҙа икән, был телдәргә лә, халыҡҡа ла ыңғай йоғонто яһай, телебеҙҙе һаҡлауҙа яуаплылыҡ тойғоһон арттыра”.
Алтынай ВӘЛИТОВ, башҡорт эстрадаһының йәш быуын вәкиле, билдәле йырсы:
“Интернетта туған телебеҙҙә ҡағиҙәләрҙән тайпылып һөйләшәбеҙ, ә бындай саралар туған телебеҙҙә дөрөҫ һөйләште, дөрөҫ яҙылышты һаҡлап ҡалырға ярҙам итә. Мәктәптә уҡығанда диктантты “4”-кә, “5”-кә яҙа торғайным, шуға күрә миңә ҡыйын түгел, ҡыҙыҡ булды”.
Автор фотолары.
Читайте нас: