Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм - бергенәм
21 Февраль 2021, 18:38

Теле барҙың иле бар

Тел аралашыу ҡоралы ғына түгел, ул – ижад сығанағы ла. Донъяла күпме тел бар, шуларҙың һәр береһе кешенең әйтергә теләгән фекерен бойомға ашыра. Һәр тел – үҙенә күрә бер мөғжизә, меңәр йыллыҡ юлдар үтеп, хәҙерге сағылышын, яңғырашын алған. Тел байлығы – ил байлығы.

Тел аралашыу ҡоралы ғына түгел, ул – ижад сығанағы ла. Донъяла күпме тел бар, шуларҙың һәр береһе кешенең әйтергә теләгән фекерен бойомға ашыра. Һәр тел – үҙенә күрә бер мөғжизә, меңәр йыллыҡ юлдар үтеп, хәҙерге сағылышын, яңғырашын алған. Тел байлығы – ил байлығы.


Тел халыҡ тарихы менән төптән бәйле. Ул халыҡтың борондан килгән яҙмышын, бөтә булмышын сағылдыра, йәғни уның тарихи көҙгөһө.

Ғилми хеҙмәттәрҙән күрене­үенсә, Бөйөк Октябрь революция­һына тиклем башҡорт теленең яҙ­ма формаһы булмаған, һөйләү формаһы ғына булған һәм ул ха­лыҡ теле һанала. Ләкин был баш­ҡорттар яҙыу-һыҙыу эшен бел­мәгән, уҡый-яҙа алмаған тигәнде аңлатмай. Улар иҫке төрки телендә яҙған. Һәр нәҫел-ырыуҙың шәжә­рәһе лә шул телдә яҙылған булған. Тап шул телдә башҡорт шағирҙары һәм уҡымышлылары төрлө әҫәрҙәр ижад иткән, мәҙрәсәләрҙә уҡытҡан. Әммә улар тормошта иҫке төрки те­лендә һөйләшмәгәндәр. Был – фәҡәт рәсми тел, китап теле ­хеҙ­­мәтен үтәгән. Көндәлек тормошта башҡорттар йәнле һөйләү телендә аралашҡан. Бай һәм тәрән йөкмәткеле ҡоба­йырҙар, йырҙар, әкиәттәр халыҡ телендә һөйләнгән һәм сәсәндәр, һүҙ оҫталары тарафынан телдән телгә, быуындан быуынға күсә килгән. Дөйөм баш­ҡорт халҡы һөйләшкән тел Бөйөк Октябрь революцияһынан һуң әҙәби яҙма тел өсөн нигеҙ булып торған.


Төрлө ҡәбиләләрҙән торған башҡорттар XVI быуаттың тәүге яртыһында тамам берҙәм халыҡ булып формалашҡан. Был хәл башҡорт теленең үҫешенә лә көслө йоғонто яһаған. Бөтә ҡәби­ләләр өсөн дөйөм халыҡ теленең уртаҡ булған һыҙаттары күбәйгән. Ул ҡәбилә телдәренән өҫтөнлөк алған.


Телебеҙҙең формалашыуында башҡорттоң һүҙ оҫталары, тапҡыр һүҙле сәсәндәрҙең роле сикһеҙ ҙур булған. Сәсәндәр һүҙ ярыштарына сыҡ­ҡан. Үҙҙәренең фекер осҡор­лоғон, зирәк­ле­ген, һүҙ оҫталығын күрһәткәндәр. Башҡорт әҙә­­би теленең дөйөмләнеүендә йырсылар һәм ҡу­райсыларҙың да роле ҙур булған. Халыҡ йыр­­­ҙары, тарихи йырҙар быға дәлил булып тора.


Башҡорт героик эпостары, риүә­йәттәр, легендалар һәм башҡа халыҡ ижады үрнәктәренең телен һүҙ оҫталары, сәсәндәр, йырсылар, ҡурайсылар тарафынан булды­рылған башҡорт әҙәби теле тип ҡарарға кәрәк.


Милләттең эске тәбиғәтен күрһәткән бил­дәләрҙән дә тел иң беренсе урынды биләй. Ул мил­­ләттең этник сығышын, мәҙәниәтен сағыл­дыра. Халыҡ элек-электән тыуған еренә ҡара­ғанда ла телен алға ҡуя. Сит ерҙәрҙә йәшәгән бихисап милләттәшебеҙ – быға асыҡ миҫал. Башҡортостан юлдаш телеви­дениеһының “Башҡорттар” һәм “Тарихи мөхит” тапшы­рыуҙары тап шул хаҡта һөйләй.


Тел кешенең рухи донъяһын, милли тойғо һәм ғорурлығын, үткән быуындары, балалары алдындағы тарихи бурысын кәүҙәләндерә. Теле бар икән, халыҡ үҙе лә йәшәй. Беҙҙең башҡорт халҡы үҙенең телен ауыр һынауҙар аша һаҡлап алып килә. Был борондан шулай. Туған теленә иҫ киткес тоғролоҡ һәм һөйөү һаҡлаған халыҡ беҙ. Һаҡларға тырышҡан һайын милли тойғо көсәйә. Бөйөк шағирыбыҙ Рәми Ғарипов әйткәнсә:

… Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ,

Иле юҡтың ғына теле юҡ.


Элек телдең таҙалығын башлыса ҡатын-ҡыҙ һаҡлаған, сөнки ул ғаилә усағының һаҡсыһы булған. Ситкә сығып йөрөмәгән, барлыҡ ғүмерен ауылда үткәргән, теле – саф милли тел өлгөһө. Киләсәк быуынды улар тәрбиәләгән, тел үрнәктәрен балаларының күңел­дәренә һалып үҫтергән. Ниндәй генә данлыҡлы, бөйөк шәхесте хә­тер­ләһәк тә, уларҙың әсәй-өлә­сәйҙәре йоғон­тоһонда үҫеүе бил­дәле. Әлеге көндә, бәлки, заманына ярашлы, ҡатын-ҡыҙ был сифатын үтәй ҙә алмайҙыр. Әйләнгән һайын сит тел һүҙҙәрен ҡулланып һөйләү ғәҙәткә инде. Етмәһә, Берҙәм дәүләт имтихандарын биреү ҙә йоғонто яһамай ҡалманы. Һәр ата-әсә, уҡытыусылар баланы кесе йәштән ныҡышмал рәүештә ошо һынауға әҙерләй башланы, быға мәғариф өлкәһендәге үҙгәрештәр сәбәпсе булды. Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырмай тороп, уҡыусы ҡулына өлгөргәнлек аттестаты ала алмай. Был бер яҡтан яҡшы булһа, икенсе яҡтан туған те­ле­беҙгә иғтибар кәмеүгә килтерә. Хәҙерге балалар башҡорт телендә китап уҡып бармай. Уларҙы ҡыҙыҡ­һын­дырыу өсөн һәр бер йортҡа туған телебеҙҙә сыҡҡан башҡорт матбу­ғатының береһен генә алдырыу ҙа файҙалы булыр ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн милли матбуғат күпселек осраҡта китапханаларҙа ғына тороп ҡала бара.


Киләсәктә телебеҙҙең ҡиммәте түбәнәймәһен өсөн Башҡортостан мәктәптәренең һәр сығарылыш уҡыусыһы рус теле менән бер рәт­тән туған телдән дә Берҙәм дәүләт имтиханын бирһә, милли телдәргә иғтибар көсәйер ине.


Үҙ телен белмәй үҫкәндәрҙең рухи тәрбиәһе түбән була. Был ғалимдар тарафынан иҫбат ител­гән. Унан инде тормошобоҙға насар йоғонто яһарлыҡ күренештәр тыуа. Балаларыбыҙ бөтә нәмәне һуҡыр­ҙарса үҙләштермәһен өсөн яҡшыны ямандан айырырға өйрәтәйек, аҫыл үрнәктәрҙә тәрбиәләргә тыры­шайыҡ. Көслө рухлы шәхестәребеҙ хаҡында күберәк яҙайыҡ, һөйләйек. Үҙ быуындарын белергә, улар менән ғорурланырға саҡырайыҡ. Борон ата-баба­ларыбыҙ ҙа шул нигеҙҙә тәрбиәләгән һәм уңыштарға өлгәшкән.


21 февралдә Халыҡ-ара туған телдәр көнө билдәләнә. Ул 1999 йылда ЮНЕСКО тарафынан раҫ­ланған. 1952 йылдың 21 февра­лендә Бангладеш илендә студенттар туған бенгал телен дәүләт теле итеп таныуҙы талап иткән демон­страцияға сыға һәм полиция хеҙ­мәт­кәрҙәренең пуляһынан йәш ғүмерҙәр өҙөлә. Уларҙың иҫ­тәлеген мәңгеләштереп, ошо көн “Туған телдәр көнө” тип билдәләнә башлай. Был дата күп тел­лелеккә ынтылышты, донъя мәҙәниәте үҫе­шен тәьмин итеүсе булараҡ, туған тел­дәрҙе һаҡ­лау, үҫтереү маҡ­сатын, аңлашып, аралашып йәшәүҙе маҡ­сат итеп ҡуя. Бөгөн Рәсәйҙә 130-ҙан ашыу тел юғалыу ҡурҡынысы аҫтында. Ошондай шарттарҙа туған телебеҙҙе нығыраҡ һаҡларға, ҡә­ҙерләргә тейешбеҙ. Теле барҙың ғына иле бар. Ә телһеҙ, илһеҙ беҙ кем? Һығымта яһағыҙ...


Учалы районы.
Читайте нас: