Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм - бергенәм
21 Февраль 2021, 15:00

"Туған телен өйрәнгән кешеләр күбәйә"

Башҡортостанда туған телдә диктант яҙыу акцияһында 55 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан.

Бөгөн – Халыҡ-ара туған телдәр көнө. Ошо уңайҙан кисә Башҡортостан буйлап туған телдәрҙә диктант яҙыу ойошторолдо. Сарала йәмғеһе илле биш меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан.

Республика халҡы диктантты башҡорт, рус телдәренән тыш, удмурт, мари, татар, сыуаш телдәрендә лә яҙҙы.

Һөҙөмтәләр Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының рәсми сайттарында баҫылып сығасаҡ.

Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин билдәләүенсә, үткән йылда уҙғарылған был акцияла 42 меңдән ашыу кеше ҡатнашһа, быйыл 55 меңдән ашыу кеше туған телдәрендә диктант яҙған. “Туған телен өйрәнгән кешеләр һанының йылдан-йыл арта барыуы ҡыуаныслы”, – ти министр.

Диктант яҙғандарҙың барыһы ла ҡатнашыусы сертификатын алды.

Фото: "Башинформ"

Читайте нас: