Бөтә яңылыҡтар

Башҡорт телен мәктәптәрҙә өйрәнәсәктәр

Пермь крайы Барда районының Үдек ауылында йәкшәмбе мәктәбе асылды.

Пермь крайындағы Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре сиктәрендә Барда районы Үдек ауылында йәкшәмбе мәктәбе асылды.
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика гимназия-интернатының «Башкорт теле – башкорт иле» йәкшәмбе мәҙәни-тарихи мәктәбе» проекты буйынса асылған, туған телдәрҙе һаҡлауҙы маҡсат итеп ҡуйған мәктәп Башҡортостан Башлығы грантына бойомға ашырыла.
Сарала Барда районы хакимиәте вәкилдәренән, Үдек урта мәктәбе етәкселеге, уҡытыусыларынан тыш, Башҡортостандан Мәғариф һәм фән министрлығынан, 1-се республика башҡорт гимназия-интернатынан, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан да ҡатнаштылар.
Ҡоролтай тарафынан яңы асылған мәктәпкә проектор, проектор өсөн экран тапшырылды.
"Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары күп сәләмдәр әйтеп ҡалды. Рәсәй буйынса туғыҙ йәкшәмбе мәктәбен асырға йыйынабыҙ, Пермь крайында ике мәктәп асыуға ирештек. Был йәкшәмбе мәктәптәрендә телде, мәҙәниәтте, тарихты өйрәнеү йәһәтенән күп эштәр башҡарыласаҡ", - тине гимназия директоры Илнур Сәлихов.
Үдек урта мәктәбе һәм Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернаты араһында килешеүгә тантаналы ҡул ҡуйылғас, йыйылғандар гимназия Башҡортостандан алып килгән концерт тамашаһын ҡараны.
Ҡунаҡ ашы - ҡара-ҡаршы: үдектәр ҙә уларға музыкаль күстәнәстән тәмләтте: Пермь ерендә "Бөрйән ҡыҙҙары" бейеүе менән ҡыуандырҙылар.
Читайте нас: