Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм - бергенәм
20 Апрель 2021, 11:00

Эльвира Айытҡолова ҡаҙаҡ телен ҡайҙан белә?

Ә дөйөм алғанда, ул биш телдә иркен аралаша.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова “Яңы моң” халыҡ-ара музыкаль конкурсында Ҡаҙағстандан килгән ҡатнашыусыларҙы ҡаҙаҡ телендә сәләмләгән. Был турала йәмәғәт ойошмаһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Баҡһаң, Эльвира Ринат ҡыҙы мәктәптә ҡаҙаҡ телен уҡыған икән. Әммә был уға туған башҡорт телен камил белергә һис тә ҡамасауламаған. Улар ғаиләһе менән Ҡаҙағстанда йәшәгән, мәктәптә ҡаҙаҡ һәм рус телдәрендә уҡыған, әммә ғаилә өйөндә тик башҡортса аралашҡан.
“Ғаилә туған телде белеү өсөн нигеҙ булып тора. Ә билингвизм, трилингвизм башҡа телдәрҙе өйрәнеүгә ярҙам итә генә”, - ти Эльвира Айытҡолова. Әйткәндәй, әле ул немец һәм инглиз телдәрендә лә аралаша. Тағы шуныһы, башҡорт теле буйынса халыҡ-ара диктантты тап Эльвира Айытҡолова уҡыясаҡ.
“Хөрмәтле ата-әсәләр! Һеҙҙең балалар башҡорт телен белерме? Мәктәптә һәм балалар баҡсаларында ғариза яҙырға онотмағыҙ!” тип мөрәжәғәт итә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы. Туған телебеҙҙе онотмайыҡ, уны балаларыбыҙға өйрәтәйек!
Фото: vk.com/kurultaibashkir
Читайте нас: