Республика Хөкүмәтендә Премьер-министр урынбаҫары Азат Бадранов етәкселегендә төбәктең мәғариф системаһында дәүләттең тел сәйәсәтен тормошҡа ашырыу мәсьәләләренә арналған түңәрәк өҫтәл үтте. Сарала прокуратура, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте, Мәғариф һәм фән министрлығы, Өфө ҡалаһы хакимиәте, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, шулай уҡ башҡорт ҡоролтайы янында эшләп килгән Республика ата-әсәләр комиссияһы вәкилдәре ҡатнашты.
“Тел сәйәсәте – бик нескә өлкә”
Вице-премьер Азат Бадранов билдәләүенсә, әлеге ваҡытта республикала Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен, шулай уҡ туған телдәрҙе өйрәнеү өсөн тейешле шарттар булдырылған. Шуға ҡарамаҫтан, уҡыусыларҙың ата-әсәләренән уларҙың туған телдәрҙе өйрәнеү өлкәһендәге хоҡуҡтарын ғәмәлгә ашырыуға ҡағылышлы мөрәжәғәттәр килеүен дауам итә. Азат Бадранов тел сәйәсәтенең бик нескә өлкә булыуына, уның полиэтник йәмғиәттәге милләт-ара гармонияға бәйлелегенә баҫым яһаны. Шуға күрә мәғариф мөхитендә был мәсьәләне сәйәсиләштереүгә юл ҡуйырға ярамай. Вице-премьер билдәләүенсә, республиканың мәғариф системаһы халыҡтың туған телдәрҙе өйрәнеүгә булған ихтыяжын тулыһынса ҡәнәғәтләндерергә тейеш, бының өсөн ресурстар һәм закондар булдырылған.
Әлеге мәлдә мәғариф ойошмаларында туған телдәрҙе уҡытыу торошо тураһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) ҡарамағындағы Республика ата-әсәләр комиссияһы рәйесе Эльвира Байназарова сығыш яһаны. Улар, ата-әсәләр тарафынан тейешле ғариза бирелеүгә ҡарамаҫтан, туған телдәрҙе өйрәнеүгә булған конституцион хоҡуҡтың һанға һуғылмау осраҡтары булыуын билдәләне.
Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар, әгәр белем биреү учреждениелары тарафынан ата-әсәләрҙең һорауы иҫәпкә алынмаһа, был проблеманы хәл итеү өсөн прокуратура органдарына мөрәжәғәт итеү зарурлығы тураһында әйтте. Федераль законда туған телде өйрәнеү ата-әсәләрҙең (законлы вәкилдәрҙең) ғаризаһы буйынса ғәмәлгә ашырылыуы асыҡ итеп әйтелгән. Ғаризалар аҙ булыуға һылтанып, туған телде өйрәнеүгә мөмкинлек тыуҙырыуҙан баш тартыуға юл ҡуйылырға тейеш түгел.
Түңәрәк өҫтәл барышында туған телдәрҙе өйрәнеүҙең төрлө юлдары, селтәр хеҙмәттәшлеге алымдары ҡаралды. Был – бигерәк тә бөгөн сит өлкәләрҙә йәшәп, туған телен өйрәнергә теләгәндәр өсөн көнүҙәк мәсьәлә.
– Күптән түгел өсөнсө тапҡыр “Юғары ос!” мәғариф форумын үткәрҙек. Унда Рәсәй Мәғариф министрлығының туған телдәрҙе һәм этномәҙәни үҙенсәлекте үҫтереү буйынса бүлек етәксеһе Анна Тимофеева ла ҡатнашты. Беҙ уның менән үрҙә телгә алынған һорауҙар буйынса ла фекер алыштыҡ. Ул ошоноң ише мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн мәктәптәрҙең селтәр хеҙмәттәшлеге институты булдырылыуы тураһында әйтте. Мәҫәлән, Мәскәү ҡалаһы уҡыусыһына туған башҡорт йәки татар телен өйрәнеү өсөн Башҡортостандағы йәки Татарстандағы мәктәп менән хеҙмәттәшлек итеү нигеҙендә онлайн дәрестәр ойошторорға мөмкин.
Илебеҙҙәге милләт-ара мөнәсәбәттәр системаһы ябай формулаға таяна: Рәсәйҙең һәр кешеһе, һәр гражданы, илдең ҡайһы төбәгендә йәшәүенә ҡарамаҫтан, үҙен туған йортондағылай тойорға тейеш. Уның барлыҡ хоҡуҡтары, шул иҫәптән милли-мәҙәни ихтыяждары ла, илдең Калининградтан Владивостокка тиклемге арауыҡтағы һәр ерендә ғәмәлгә ашырылыуы шарт. Шуға күрә федераль үҙәк хоҡуҡи-норматив көйләү алымдары булдырҙы. Әлеге ваҡытта ошо нормативтарҙы ныҡлы ғәмәлгә индереү бурысы тора, – тип билдәләне вице-премьер Азат Бадранов.
Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар туған телдәрҙе өйрәнеү мәсьәләләренә ҡағылышлы закондарҙың аныҡ үтәлешен тәьмин итеү, был һорауға ҡағылышы булған яҡтарҙың ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү өсөн башҡарма власть органдарының, прокуратура, йәмәғәт ойошмаларының көстәрен берләштереү зарурлығын билдәләне.
“Ыңғай яҡтарҙы ла күрә белергә кәрәк”
Түңәрәк өҫтәлдән һуң республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһының “Хәбәрҙәр. Интервью” тапшырыуында ҡатнашып, әлеге мәсьәләгә тулыраҡ аңлатма бирҙе. Ошо әңгәмәлә яңғыраған көнүҙәк фекерҙәргә туҡталып үтәйек.
– Был түңәрәк өҫтәл беҙ даими алып барған эшмәкәрлеккә ярашлы ойошторолдо. Теманың көнүҙәклеге әлеге ваҡытта туған телдәрҙе өйрәнеүгә ғаризалар йыйыу кампанияһы барыуы менән аңлатыла. Белеүебеҙсә, 2017 йылдан беҙҙә был йүнәлештә үҙгәрештәр ҡабул ителде. Әгәр ата-әсә балаһының туған телде – башҡорт, татар, сыуаш йәки башҡа телде өйрәнеүен теләһә, ошо хаҡта ғариза яҙа.
Түңәрәк өҫтәл ниндәйҙер аныҡ һорауҙарға яуап биреүҙе маҡсат итеп ҡуйманы. Беҙҙең өсөн төрлө яҡтарҙың аралашыуы мөһимерәк ине. Быға тиклем шундай хәл күҙәтелде: Мәғариф һәм фән министрлығы прокуратура менән бәйләнештә эшләй, ә йәмәғәт ойошмалары, ата-әсәләр йәмәғәтселеге был һорауҙарҙы хәл иткәндә ситтәрәк ҡала килде. Һөҙөмтәлә ҡалыплашҡан фекер барлыҡҡа килде: йәнәһе, прокуратура органдары бер яҡлы ғына ҡарар ҡабул итә. Беҙҙең өсөн бөтәһен дә бер өҫтәл артына ултыртып, аралашыу, күңелде өйкәгән һорауҙарҙы уртаға һалып һөйләшеү мөмкинлеге булдырыу, ике яҡты ла бер маҡсат – барыһының да ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү берләштереүен еткереү мөһим ине, – тип билдәләне әңгәмә барышында Азат Шамил улы.
Артабан ул туған телде өйрәнеү буйынса ҡабул ителгән хоҡуҡи-норматив базаның асылына, был башланғыстың ыңғай яҡтарын, яңы мөмкинлектәрен күрә белеү зарурлығына туҡталды.
– Киләсәктә ата-әсәләр йәмәғәтселеге менән тығыҙыраҡ эшләргә, туған телде уҡытыуҙы һайлау буйынса хоҡуҡи-норматив көйләү положениеһын анығыраҡ аңлатырға кәрәк, тип һанайым. Баштараҡ был башланғыс ҡырҡыу ғына ҡабул ителде, ата-әсәләр йәмәғәтселеге, милли-мәҙәни берләшмәләр туған телде ғариза яҙып уҡытыуға ҡаршы булыуын белдерҙе. Әммә һәр яңы башланғыстың кире яғын тапҡан кеүек, ыңғай асылын да билдәләү зарур. Мәҫәлән, әлеге закон республиканан ситтә туған телде уҡытыуҙы ойоштороуҙы еңелләштерҙе. Хәҙер был эш ниндәйҙер айырым чиновниктың ихтыярынан ғына тормай. Ғаризаны Рәсәйҙең төрлө мөйөшөндә йәшәгән һәр кеме яҙырға хоҡуҡлы һәм яуаплы органдар был ихтыяжды ҡәнәғәтләндерергә тейеш. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы был мөмкинлектән бик әүҙем файҙалана, – тине вице-премьер.
Ысынлап та, һуңғы бер-ике йыл дауамында ғына ла сит төбәктәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ туған телде өйрәнеүгә булған ихтыяжы тураһында асығыраҡ, анығыраҡ белдерә башланы. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты был мәсьәлә буйынса сит өлкәләрҙең ҡоролтайҙары менән маҡсатлы, иң мөһиме – һөҙөмтәле эш алып бара: милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән төбәктәрҙә башҡорт телен өйрәнеү буйынса йәкшәмбе мәктәптәре асыла, башҡорт кластары туплана, улар кәрәкле уҡыу һәм ҡулланма әсбаптары менән тәьмин ителә.
Вице-премьер туған телде уҡытыуҙы һайлау һәм был мәсьәләне көйләү алымы асыҡлаған күренештәр, хәл итәһе бурыстар хаҡында ла әйтеп үтте.
– Яңы алым телдәрҙе ниндәйҙер кимәлдә көнәркәшлек мөхитенә сығарҙы. Йәғни телде мотлаҡ өйрәнеү менән һайлау буйынса өйрәнеү араһында айырма ҙур. Был күренеште асыҡлау барышында беҙ туған тел уҡытыу методикаларының, әсбаптарҙың әхлаҡи йәһәттән бер ни тиклем иҫкереүен, заман талаптарына яуап бирмәүен күрҙек. Мәҫәлән, башҡа милләт вәкилдәренең йәки туған телендә бөтөнләй һөйләшмәгән башҡорттарҙың йә татарҙарҙың балаларына был телдәрҙе өйрәтеү өсөн ата-әсәләргә тәғәйенләнгән әсбаптарҙың да кәрәклеге асыҡланды. Балаларына тел өйрәтеүҙә ярҙам итеү өсөн улар үҙҙәре лә ошо мөхиткә “сумырға” тейеш.
Үрҙә әйткәнемсә, көнәркәшлек мөхите беҙҙең барыбыҙҙы ла телебеҙ йәшәһен, уны өйрәнеү ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс булһын, ҡулланыу даирәһе киңәйһен өсөн тағы нимәләр эшләргә тейешбеҙ, тигән һорау өҫтөндә ныҡлы уйланырға мәжбүр итте, – тине Азат Бадранов.