Бөтә яңылыҡтар

Туған телдәрҙе һаҡлау – уртаҡ бурыс

“Һеҙ башҡа төбәктәр өсөн төп тәжрибә майҙансығы булып тораһығыҙ”

Өфөлә “Рәсәй халыҡтары телдәре – Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем системаһында” тип аталған семинар-кәңәшмә үтте. Сараны Рәсәй Мәғариф министрлығының ярҙамы менән Ғаиләне социаль яҡлау һәм ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау милли ата-әсәләр ассоциацияһы ойошторҙо. Туған телдәрҙе өйрәнеү, уҡытыу һәм һаҡлауға йүнәлтелгән семинар-кәңәшмәләр былтырғы йылдан алып Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә уҙғарылып килә.


Сараның модераторы булып тарих фәндәре кандидаты, РФ Мәғариф министрлығы коллегияһы ағзаһы, Милли ата-әсәләр ассо­циацияһы Координация советының яуаплы секретары Алексей Владимирович Гусев һәм БР мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Зәкир ҡыҙы Ғәлиева сығыш яһаны.


Семинар-кәңәшмә Рәсәй ха­лыҡтарының туған телдәрен яҡлау һәм үҫтереү буйынса алып барылған төбәк сәйәсәтенең һөҙөмтәлелеген арттырыуҙы, туған телдәрҙе уҡытыуҙы ойоштороуҙың уңышлы тәжрибәләре менән уртаҡлашыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙы.


Белеүебеҙсә, бөгөн федераль ҡануниәткә ярашлы, һәр бала туған телен өйрәнеү хоҡуғына эйә. 1991 йылдың 25 октябрендә ҡабул ител­гән федераль законда түбәндәге юлдар бар: “Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре – Рәсәй дәүләтенең милли байлығы. Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре дәүләт һаҡлауы аҫтында. Дәүләт Рәсәй Федерацияһының бөтә территорияһында милли телдәрҙе, ике теллелекте һәм күп теллелекте үҫтереүгә булышлыҡ итә”.


Шулай уҡ әлеге мәлдә Рәсәй Мәғариф министрлығы тарафынан Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының туған телдәрен уҡытыу концеп­ция­һын (ул РФ Мәғариф министр­лығының 2020 йылдың 6 мартын­дағы бойороғо менән раҫланды) тормошҡа ашырыу буйынса саралар планы булдырылған. Әлеге семинар-кәңәшмәләр серияһы ошо планға ярашлы алып барылған күләмле эштәрҙең бер өлөшөн дә тәшкил итә.


Өфөлә үткән сарала ҡатнашыу­сылар йөкмәткеле сығыштар, эшлекле тәҡдимдәр, маҡсатлы һәм һөҙөмтәле эш тәжрибәһе алымдары менән уртаҡлашты. Милли ата-әсәләр ассоциацияһы Координация советының яуаплы секретары Алексей Владимирович Гусев Башҡорт­останда туған телдәрҙе өйрәнеү, уҡытыу һәм киңерәк таратыу буйынса алып барылған эштәргә ҙур баһа бирҙе. БР мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Зәкир ҡыҙы Ғәлиева, республикала әлеге йүнәлештә алып барылған киң даирәле эштәргә тулы анализ яһап, киләсәктә иғтибар йүнәлте­ләсәк мәсьәләләргә туҡталды. Шулай уҡ төрлө мәғариф учреждениелары белгестәре, уҡытыусылар, ата-әсәләр йәмәғәтселеге вәкилдә­ре үҙҙәренең фекерҙәрен, тәҡдим­дәрен еткерҙе.


Сығыштарҙың төп асылы туған телде өйрәтеү, уны һаҡлау эшмә­кәрлеге мәктәп менән сикләнеп ҡалмаҫҡа тейешлеге, был мәсьә­ләлә, дәүләт яҡлауы менән бер рәттән, ата-әсәләр йәмәғәтсе­легенең әүҙемлеге, ғаиләнең ҡатнашлығы үтә мөһим роль уйнауына ҡайтып ҡалды.


Эльвира АЙЫТҠОЛОВА, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) Президиумы рәйесе:

– Бөгөн беҙҙә һәм күрше төбәктәрҙә полилингваль белем биреү концепцияһы булдырылды һәм ул ата-әсәләр тарафынан ыңғай ҡабул ителә. Был бик яҡшы күренеш. Шул уҡ ваҡытта, ҡануниәткә ярашлы, туған телде уҡытыуҙы ата-әсә һайлай. Үкенескә ҡаршы, әлеге ваҡытта юҡҡа сығыу хәүефе янаған йәки бөтөнләй юҡҡа сыҡҡан телдәр бик күп. Был хәүеф һәр халыҡтың теленә янауы ихтимал. Туған телдәрҙе ата-әсәләрҙең теләгенә ярашлы уҡытыу айырым бер телдә аралашҡан кешеләрҙең кәмеүенә килтереүе ихтимал. Тел үлмәһен өсөн уның уҡытылыуы, өйрәнелеүе бик мөһим. Был йәһәттән милли мәктәптәр селтәрен үҫтереү зарур. Уларға федераль кимәлдә ярҙам саралары кәрәк. Бөгөн беҙҙе мөһим һәм изге бурыс – туған телдәрҙе һаҡлау миссияһы берләштерә.


Алексей ГУСЕВ, тарих фәндәре кандидаты, Рәсәй Мәғариф министр­лығы коллегияһы ағзаһы, Милли ата-әсәләр ассоциацияһы Координация советының яуаплы секретары:

– Был сараны үткәреүебеҙҙең төп маҡсаты – урындарҙа хәл-тороштоң ысынбарлыҡта нисек булыуын күреү, баһалау, шуға ярашлы һығымталар яһау. Беҙ әлеге мәсьәләлә йәмәғәтселек менән дәүләт араһында диалог булдырырға тейешбеҙ. Мәктәптәрҙә алтын ише ниндәй генә әсбаптар йәки уҡытыусылар булмаһын, ғаилә тарафынан реакция булмаһа, туған тел ғаилә мөхитенән юғалһа, бер нимә лә килеп сыҡмаясаҡ. Шуға күрә ата-әсәләр менән эш алып барыу бик мөһим. Тарихи-мәҙәни традициялар тел традицияларынан айырым була алмай. Туған тел – ул рухи-әхлаҡи ҡиммәт, ул донъяға ҡарашты сағылдырыусы изге төшөнсә. Юҡҡа сыҡҡан тел менән бергә шул халыҡтың милли йөҙө, асылы ла юғала.


Башҡортостанды Рәсәй картаһының үҙәгендә урынлашҡан йөрәк кеүек күрәм. Туған телдәрҙе һаҡлау һәм яҡлау буйынса алып барған эшмәкәрлегегеҙ йәһәтенән дә һеҙ башҡа төбәктәр өсөн үҙәк, йәғни төп тәжрибә майҙансығы булып тораһығыҙ, тиһәк тә һис арттырыу булмаҫ.
Читайте нас: