Бөтә яңылыҡтар

Туған телдәр мәсьәләһен хәл иткәндә берҙәмлек кәрәк

Башҡортостан һәм Татарстан парламенттары депутаттары туған телдәрҙе өйрәнеү мәсьәләһен ҡараны.

Кисә Татарстандың Аҡтаныш районында Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың, Дәүләт Советының мәғариф, мәҙәниәт һәм фән буйынса комитеттарының уртаҡ ултырышы үтте. Унда туған телдәрҙең йәмғиәттәге ролен үҫтереү мәсьәләһе ҡаралды.
Ултырышта ике республика парламенттарының спикерҙары, депутаттар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты.
Парламентарийҙар Рәсәйҙең белем биреү усаҡтарында туған телдәрҙе уҡытыу мәсьәләләре буйынса фекер алышты. Белеүебеҙсә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай “Мәғариф тураһында”ғы федераль законға “этномәҙәни белем биреү ойошмаһы” төшөнсәһен индереп, милли мәктәптәрҙең статусы һәм уларҙың эшмәкәрлек регламентацияһы хаҡында закон проекты эшләгәйне. Рәсәй Дәүләт Думаһы документты ҡайтанан ҡарарға ҡушты, Башҡортостан депутаттарының "түңәрәк өҫтәл" уҙғарыу башланғысын хупланы.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай вице-спикеры, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова билдәләүенсә, туған телдәрҙе өйрәнеү мәсьәләһендә бөтә илдең ата-әсәләр йәмәғәтселегенең, төбәктәр парламентарийҙарының берҙәм позицияһы талап ителә.
"Рәсәй халыҡтарының туған телдәрен өйрәнеү ихтыяжы буйынса үҙ фекерен бер төбәк кенә түгел, ә барлыҡ милли республикаларҙың, төбәктәрҙең вәкилдәре белдереүе кәрәк", – тине Эльвира Айытҡолова.
Белеүебеҙсә, әлеге ваҡытта балаларҙы беренсе класҡа ҡабул итеү, шулай уҡ уҡыусыларҙы белем биреүҙең киләһе баҫҡысына күсереү бара. Балалар баҡсаһына, мәктәпкә ҡабул иткәндә йәки уҡыуҙың киләһе баҫҡысына, икенсе мәктәпкә күскәндә белем биреү телен, Рәсәй халыҡтары телдәре араһынан өйрәнергә теләгән туған телде һайлау ата-әсәләрҙең (законлы вәкилдәрҙең) ғаризаһына ярашлы башҡарыла.
Балалар баҡсаһына барғанда ғаризаны “Балалар баҡсаһына электрон сират” мәғлүмәт сервисы аша йәки шәхсән рәүештә; мәктәпкә барғанда йәки икенсе белем усағына күскәндә шәхсән, заказлы хат менән почта аша, мәктәптең электрон почтаһы йәки рәсми сайты аша, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр сервистары ярҙамында бирергә мөмкин. Белем биреүҙең киләһе баҫҡысына күскәндә ғариза ата-әсәләр йыйылышында шәхсән яҙыла.
Фото: Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай.
Читайте нас: