Бөтә яңылыҡтар

Башҡорт ҡыҙы "Таврида"ла еңде!

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды белгесе Наҙгөл Ғәлиева 400 000 һум күләмендәге грантты ниндәй ниәтте тормошҡа ашырыуға йүнәлтәсәк?

“Таврида” форумы быйыл да әүҙем, ижади, эшсән йәштәрҙе Ҡырым ярымутрауында тупланы. Бөтә Рәсәй кимәлендә үткән сара беҙҙең өсөн дә әһәмиәтле – Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды белгесе Наҙгөл Ғәлиева форумда 400 000 һум күләмендәге грант отто.
Наҙгөл һөнәре буйынса башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультетын тамамлай. Тормошон мәғариф менән бәйләмәһә лә, башҡорт теле һағында тора ул – Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондында эшләй, ошо эшмәкәрлеге нигеҙендә телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе, әҙәбиәтебеҙҙе һаҡлауға, популярлаштырыуға йүнәлтелгән төрлө текә проекттарҙы бойомға ашыра.
Быйылғы “Таврида”ға ла Наҙгөл сираттағы проект менән юлланды. Ниәте – “Аҫылташ” интернет марафоны сиктәрендә башҡортса шиғырҙарға видеоклиптар төшөрөү. Был проект география киңлеге менән айырыла, ул тарихи Башҡортостан ерҙәре - Силәбе, Ырымбур, Һамар, Екатеринбург, милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән Мәскәү, Санкт-Петербург, Сочи кеүек ҙур ҡалаларҙы үҙ эсенә алған. Ошо төбәктә йәшәгән башҡорттар һөйләгән шиғырҙар аудио һәм видеофомартта мәңгеләштереләсәк.
Наҙгөл Ғәлиеваны әүҙем интернет ҡулланыусылар яҡшы белә. Ул яратҡан ике шөғөлөн берләштереү ысулын тапҡан: башҡорт теле һағында ла тора, интернетта шиғриәтте лә популярлаштыра. Үҙенең, башҡа шағирҙарҙың шиғырҙарына төшөргән видеоклиптары меңдәрсә кеше ҡарай. Бөтмөр ҡыҙ барыһын да үҙе эшләй: шиғырҙарҙы ла яҙҙыра, уларға видео ла төшөрә, клиптарҙы ла үҙе монтажлай.
Наҙгөлдө сираттағы еңеүе менән тәбрикләйбеҙ һәм һөҙөмтәле эшмәкәрлек теләйбеҙ.
Фото геройҙың шәхси архивынан.
Читайте нас: