Бөтә яңылыҡтар

Эльвира Айытҡолова: “Медиа-мәктәп – милли киң мәғлүмәт сараларын үҫтереүгә мөһим аҙым”

Киң мәғлүмәт сараларын милли телдәрҙә үҫтереү, башҡортса, татарса, сыуашса һәм Башҡортостандың башҡа халыҡтары телдәрендә баҫмаларҙы һаҡлау – өҫтөнлөклө бурыстарҙың береһе.

Мультимедиалы медиа-мәктәп журналистар өсөн традицион киң мәғлүмәт сараларына уңышлы яңы медиаға күсергә ярҙам итәсәк, тип иҫәпләй Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова.
Журналистар, “Медиайыйын-2021” форумында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән осрашҡанда, журналистарҙың квалификацияһын үҫтереү, милли киң мәғлүмәт сараларына кадрҙар әҙерләү мәсьәләһен күтәргәйне. Милли киң мәғлүмәт саралары форумы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тәҡдиме буйынса ойошторолдо.
– Журналистар һәр ваҡыт уҡый. Һөнәри нигеҙҙә эшләгән журналистар һанлы форматтарға ҡулайлашырға, оператив үҙ ҡарашын белдерергә өйрәнергә тейеш. Медиа тауарҙы ҡулланыусылар талапсан, һәр уҡыусы, тамашасы өсөн көрәш бара һәм журналистарға яңы компетенцияларҙы үҙләштерергә кәрәк, – тип иҫәпләй Эльвира Айытҡолова.
Уның фекеренсә, киң мәғлүмәт сараларын милли телдәрҙә үҫтереү, башҡортса, татарса, сыуашса һәм Башҡортостандың башҡа халыҡтары телдәрендә баҫмаларҙы һаҡлау – өҫтөнлөклө бурыстарҙың береһе.
– Аудитория яғынан – һорау, киң мәғлүмәт сараларының потенциалы бар. Милли киң мәғлүмәт сараларының тыуған телде һәм мәҙәниәтте һаҡлауҙағы урыны баһалап бөткөһөҙ. Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында булдырылған медиа-мәктәп – был оператив үҙенсәлекле ҡарар. Юғары уҡыу йортоноң мөмкинлектәре теорияны һәм практиканы алып барырға ярҙам итер, тип уйлайым. Медиа-мәктәп етәкселәргә лә, баҫма хеҙмәткәрҙәренә лә беҙҙең милли матбуғатҡа яңыса ҡарарға булышлыҡ итер, тип ышанам, – ти Эльвира Айытҡолова.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 25 июндә Башҡортостандың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы менән Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙылар, уның сиктәрендә мультимедиялы медиа-мәктәп булдырыласаҡ.
“Медиайыйын-2021” быйыл апрелдә уҙҙы. Милли киң мәғлүмәт саралары журналистары Башҡортостан Башлығы менән осрашып, тармаҡтың көнүҙәк мәсьәләләрен тикшерҙе. Радий Хәбиров форум һөҙөмтәләре буйынса саралар күрергә ҡушты. Шул иҫәптән: һанлы медиамәктәп булдырыу, 2022 йылдан баҫма матбуғат саралары хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын күтәреү, милли киң матбуғат сараларына гранттар булдырыу һәм башҡалар.
Фото: рәсми сығанаҡтан.
Читайте нас: