Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм - бергенәм
8 Август 2021, 20:30

Межгорье башҡорттарын нимә борсой?

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы етәкселеге Межгорье ҡалаһы ябыҡ административ-территориаль округының башҡорт йәмәғәтселеге менән осрашты.

Межгорье башҡорттарын нимә борсой?
Межгорье башҡорттарын нимә борсой?

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы етәкселеге Межгорье ҡалаһы ябыҡ административ-территориаль округының башҡорт йәмәғәтселеге менән осрашты.

Фекер алышыуҙың төп темаһы туған телдәрҙе өйрәнеү мәсьәләһе булды. Әлеге ваҡытта ҡаланың барлыҡ балалар баҡсаларында башҡорт телен өйрәнеү түңәрәктәре ойошторолған. 1 сентябрҙән 2-се балалар баҡсаһында тәүге билингваль төркөм дә эшләй башлай. Хәҙер ата-әсәләр берләшмәһе урта мәктәптәрҙең береһендә билингваль класс асыу өсөн ғаризалар йыя.

2021 йылда 1-се урта мәктәпкә тәүге сығарылыш уҡыусыһы, билдәле йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәре Барый Абдрахмановтың исеме бирелде. Урындағы ҡоролтай хәҙер билдәле яҡташтарының музей-кабинетын ойоштороу тураһында хәстәрләй.

Межгорье һәм Белорет халҡы — Башҡорт атлы дивизияһы яугирҙәре тураһында мәғлүмәттәр йыйыу буйынса «Шайморатовсылар» проекты активистары исемлегендә. Улар туплап тапшырған күп кавалеристарҙың биографик мәғлүмәттәре Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡорт энциклопедияһы менән берлектә сығарған белешмә баҫмаһына индерелгән дә инде. Башҡортостан атлылары тураһында мәғлүмәттәрҙе тулыландырыу эше әле лә дауам итә.

Осрашыуҙа ҡатнашыусылар төбәк тарихын өйрәнеү, тыуған яҡты өйрәнеүселәр хәрәкәтен популярлаштырыу мәсьәләләрен дә тикшерҙе. Межгорье башҡорттары быйыл ҡоролтай иғлан иткән Башҡорт тарихы йылында ырыуҙар хәрәкәтенә ҡушылырға ниәтләй. 11 августа Татлы ҡалаһында Ҡатай йәштәренең 10-сы йыйынына арналған байрам ойошторола. Унынсы йыйын иһә 21август Сермән ауылында үтә.

Межгорье ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайының әүҙем ағзалары Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Маҡтау ҡағыҙҙары һәм рәхмәт хаттары менән билдәләнде. Ойошма етәксеһе Вилмир Әүбәкиров һәм педагог Зөлфиә Фәхретдинова «Ал да сәс нур халҡына» миҙалы менән бүләкләнде.

Межгорье ҡалаһының ата-әсәләр берләшмәһе вәкилдәре әлеге ваҡытта республика ата-әсәләренең форумына әҙерләнә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, форум 10 августа Өфөлә уҙа. Унда Башҡортостанда йәшәгән төрлө милләт вәкилдәре ҡатнаша.

 

Фото һәм мәғлүмәт Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының рәсми сайтынан.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: