Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм - бергенәм
17 Август 2021, 23:00

Зөһрә Рәхмәтуллинаның ҡыҙы башҡорт телен өйрәтә

Дәүләт Думаһы депутаты был турала нимә тип яҙҙы?

Зөһрә Рәхмәтуллинаның ҡыҙы башҡорт телен өйрәтә
Зөһрә Рәхмәтуллинаның ҡыҙы башҡорт телен өйрәтә

Дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, философия фәндәре докторы, VI һәм VII саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостан Халыҡтары ассамблеяһы рәйесе Зөһрә Йыһанур ҡыҙы Рәхмәтуллина - Иглин районының Түбәнге Ләмәҙ ауылында тыуып үҫкән башҡорт ҡыҙы. Ул һәр саҡ тамырҙары менән ғорурланып йәшәй, туған телендә матур һөйләшә, шиғырҙар яҙа. Тормош юлының күп өлөшө ҡала мөхитендә үтһә лә, ҡыҙында ла туған телгә һөйөү уятыуға өлгәшкән.

“Бөгөн 1,9 йәшлек ейәнсәрем “Ҡайҙа Буран?” тигән һорауыма ”Белмәйем, нәнәй” тип яуап бирҙе.

Туған телде белеү, аралашыу, уҡыу, яҙыу, йырлау – тормош һәм тәбиғәт законы. Туған телде һаҡламаған үҙен дә һаҡламаҫ, тигән боронғо башҡорттар. Минең бәләкәй генә ейәнсәрҙәрем башҡортса белә. Ҡыҙым, уларҙың әсәһе, рус, инглиз телдәрен яҡшы, итальян һәм француз телдәрен аралашыу кимәлендә белеүе менән түгел, ә ҡала шарттарында туған телен белеүе менән ғорурлана. Ниңә? Беҙ, ата-әсәһе, балабыҙға туған телгә, мәҙәниәткә, тарихҡа һөйөү һалыуға өлгәшкәнгә. Тел ғүмере ғаиләлә тыуа: ата-әсә уны балаға өйрәтә, улар иһә эстафета буйлап артабан тапшыра.

Мин балаларым башҡортса иҫ китмәле моңло, наҙлы, йомшаҡ телдә аралашҡанға сикһеҙ ғорурланам. Ҡыҙыбыҙ иҡтисадсы, доцент, юғары уҡыу йортонда эшләй, тик телде өйрәнеү методикаһына ҡыҙыҡһыныу (ә уның принциптары бөтә телдәр өсөн бер төрлө) лингвистикаға бәйле түгел: бөгөн уның башҡорт телен өйрәнеү буйынса 22 дәресен Ютубта ирекле ҡарарға мөмкин (Инстаграмда һылтамаһы). Ә иң ҡыҙығы: был дәрестәрҙе уҡыйҙар, фекерҙәре менән уртаҡлашалар, уға рәхмәт һүҙҙәре яҙалар! Һәм мин дә ҡыҙыбыҙға рәхмәтлемен: ата-әсә ҡулынан эстафетаны ҡабул итеп, үҙ балаларына тапшырғаны өсөн!” – тип яҙҙы Зөһрә Йыһанур ҡыҙы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Фото: Зөһрә Рәхмәтуллинаның ғаилә архивы.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: