Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм - бергенәм
4 Октябрь 2021, 17:45

Закон тексының башҡортса дөрөҫ яҙылышы ҡаралды

Термионология комиссияһының сираттағы ултырышы үтте.

Закон тексының башҡортса дөрөҫ яҙылышы ҡаралды
Закон тексының башҡортса дөрөҫ яҙылышы ҡаралды

Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союздары ағзалары – “Башҡортостан” телерадиокомпанияһының радиотапшырыу буйынса директор урынбаҫары Тәнзилә Үлмәҫбаева, Журналистар союзының Башҡортостан юлдаш телевидениеһы буйынса урындағы бүлексә секретары Гөлдәриә Йосопова һәм “Сәләм” иртәнге мәғлүмәт-музыкаль программаһы етәксеһе Наил Юнысов “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһының законын ғәмәлгә ашырыу буйынса Терминология хеҙмәте комиссияһы ултырышында ҡатнашты.

Көн тәртибенә ярашлы, Терминология хеҙмәте ағзалары һәм журналистар “Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү тураһында”ғы закондың башҡорт телендәге тексының дөрөҫ яҙылышын ҡараны. Тикшереү эшлекле һәм конструктив мөхиттә үтте.

Терминология хеҙмәте етәксеһе, филология фәндәре докторы, профессор Миңһылыу Ғөбәйт ҡыҙы Усманова рәйеслегендә уҙған ултырыш барышында башҡорт теле буйынса закон ҡушымтаһын дөрөҫ яҙыу буйынса тәҡдимдәр һәм иҫкәрмәләр индерелде. Артабан тәҡдимдәр тулы закон тексын төҙөү өсөн БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай секретариаты ҡарамағына тапшырыласаҡ.

Шулай уҡ ултырышта комиссия ағзаларын республиканың электрон һәм баҫма киң мәғлүмәт саралары журналистарының тел стилистикаһы алымдарына анализ һөҙөмтәләре менән таныштырҙылар. Миңһылыу Ғөбәйт ҡыҙы белдереүенсә, эшлекле башҡорт теленең таҙалығы өсөн көрәштә күп хеҙмәттәрҙең, шул иҫәптән телде әүҙем таратыусы булған журналистарҙың тырышлығын берләштереү талап ителә.

Фото: ttps://vk.com/doc162549751_616449253?hash=a942c26cfed376b06c&dl=885393afa963717c60  

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: