Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм - бергенәм
28 Ғинуар 2022, 12:04

Туған тел – милләт ҡото

Ул йәш быуындарға кәрәк булыр.

Халҡым теле миңә – хаҡлыҡ теле,

Унан башҡа минең илем юҡ.

Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ,

Теле юҡтың ғына иле юҡ...

Рәми Ғарипов.

 

Ҡәҙерле туғандар! Бөгөнгө яҙмабыҙ туған тел тураһында булыр. Башҡортостанда туған телде һаҡлау көнө иғлан ителеүе, уның буйынса төрлө саралар үткәрелеүе беҙҙең был һөйләшеүҙең дә мөһимлеген билдәләй. Уҡыусылар хәҙер күп нәмә менән ҡыҙыҡһына, күпте белә. Бәлки, мин һөйләгәндәр күбегеҙгә таныштыр ҙа. Шулай ҙа ҡайһы бер фекерҙәрҙе әйтеү артыҡ булмаҫ, тип уйлайым. “Ҡабатлағандан доға иҫкермәй”,  тигән боронғолар.

 

Ғаилә, мәктәп, рухиәт...

 

Ер йөҙөндә бөтәһе 7 миллиард 900 миллион кеше йәшәй (2021 йылға ҡарата). Шул тиклем халыҡ ни бары 7 139 телдә һөйләшә (был 2020 йылдағы мәғлүмәт).

Ғалимдар телдәрҙе өйрәнгәндә, уларҙың бер-береһенә тамырҙаш булыуына ҡарап, төрлө төркөмдәргә бүлгән. Ошондай туғандаш (тамырҙаш) тел төркөмдәре 142-гә етә (һинд-европа, семит-хамит, славян, кавказ, фин-уғыр, төрки, алтай һ.б. телдәр төркөмө. Иң күп халыҡтар аралашҡан телдәр (йәғни халыҡ-ара телдәр) – 40-лап (инглиз, ҡытай, испан, һинд (хинди), япон, рус, португал, ғәрәп, төрөк, иран, француз һ.б.).

Беҙҙең башҡорт теле үрҙә әйтелгән төрки телдәре төркөмөнә ҡарай. Был ғаиләләге ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, алтай, ҡарағалпаҡ, нуғай, татар телдәре беҙгә иң яҡын, тамырҙаш, туғандаш телдәр булып тора. Төрки телдәре ғаиләһенә ингән 30-лаған телдең мәғәнәүи яҡтан бер-береһенә бик яҡын булғанын ХХ быуаттың 60-сы йылдарында мәшһүр тел ғалимыбыҙ Жәлил Кейекбаев өйрәнде һәм тарихи яҡтан нигеҙләне. Әгәр мәктәп уҡыусылары араһында тел тамыры менән ныҡлап ҡыҙыҡһыныусылар булһа, Ж. Ғ. Кейекбаевтың “Урал-Алтай телдәренең тарихи грамматикаһы нигеҙҙәре” (1966) һәм “Урал-Алтай тел белеменә инеш” (1972) кеүек фундаменталь хеҙмәттәре менән таныша ала. Был тәңгәлдә мәктәптәрҙең һәм гимназияларҙың башҡорт теле түңәрәктәрендә, туған телгә арнап уҙғарылған олимпиадаларҙа лексика буйынса ярыштар ойоштороу маҡсатҡа ярашлы булыр ине.

“Бала туған телде мәктәпкә барғас та өйрәнер әле”, – тигән яңылыш ҡараш та бар, үкенескә ҡаршы, ҡайһы бер кешеләрҙә. Йәнәһе лә, әсә телендә һөйләшә белеүҙә иң тәүге яуаплылыҡ – мәктәп өҫтөндә.

Туған телде мәктәп кенә өйрәтмәй шул. Телгә иң төп өйрәтеүсе – ул ғаилә, ата-әсә. Баланы биләүҙән (бишектән) башлап әсәһе менән атаһы ниндәй телдә өндәшеп (хәстәрләп, иркәләп...) сабыйҙың аңын уята – бала шул телдәге өн-ауаздарҙы күңеленә һеңдерә лә инде. Боронғолар “Бала күңеле – аҡ ҡағыҙ” тип юҡҡа әйтмәгән бит.

Ете йәшенә еткән бала көн дә ата-әсәһенән, туғандарынан, урамда тиҫтерҙәренән, ауылдаштарынан ишеткән туған телендәге һүҙҙәрҙең өстән бер өлөшөн тиерлек үҙләштерә. Ә телебеҙҙәге бар һүҙ байлығын танып-белергә уға, әлбиттә, мәктәп, дәреслектәр, әҙәби китаптар, төрлө фәндәрҙе өйрәнеү, йәшәгән мөхит, тышҡы донъя (театр, кино, тәбиғәт, стадион, сәйәхәттәр һ.б.) ярҙамға килә.

Үҙемдән беләм: баланың тиҙерәк үҫкеһе, үҙаллы булғыһы килә. Был тәңгәлдә балалар баҡсаһының (әгәр булһа!) һәм мәктәптең (мотлаҡ!) бала характерын “әүәләүҙәге”, йәш кешенең булмышын формалаштырыуҙағы роле бик тә ҙур. Балаларға белем һәм тәрбиә биреүҙең, физик сыныҡтырыуҙың төп төйәге – мәктәп. Ауыл бар икән, уның мәктәбе лә булырға тейеш. Был хәҡиҡәт элек-электән шулай килде һәм ошоғаса боҙолғаны юҡ ине. Һуңғы 15 – 20 йыл эсендә генә, йәғни үҙгәртеп ҡороу осоронда, мәғарифтағы ҡанунлашҡан тәртип юҡҡа сыҡты: бәләкәй ауылдарҙағы мәктәптәрҙе яптылар! Йәшәп ятҡан ауылда мәктәпте бөтөрөү – был иң тәбиғи булмаған хәл, әхлаҡһыҙлыҡ.

30 йорттан ғына торған беҙҙең Таңатар ауылында (Хәйбулла районы) хатта һуғыш барған аслы-туҡлы, кейемһеҙ осорҙа ла мәктәпте япманылар. Унлаған бала йөрөһә лә, уҡытыу дауам итте, бер мөғәллим өс-дүрт класҡа өлгөрөр ине. Бала күңелендә иң йылы хәтирәләр уятыр башланғыс мәктәп беҙгә асылда ғүмергә етәрлек тормош һабағы, белем, тәрбиә бирҙе, оло донъяға сығыр өсөн ышаныс ҡанаттары ҡуйҙы. Һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа минең ағайҙарым һәм өс апайым, бер-бер артлы башланғыс мәктәпте тамамлағас, уҡыуҙы артабан бөтәһе лә дауам итә алманы. Колхозда эшләр кеше юҡ. Ә ҡайҙалыр уҡырға китер өсөн кейергә кейем юҡлығы, йәшәр өсөн кеҫә таҡырлығы уларҙың юлына кәртә ҡорҙо. Хәйер, күп ауылдаш апай-ағайҙарҙың яҙмышы ла уларҙыҡына оҡшаш, уртаҡ ине.

 

*  *  *

Балалар үҙенең башҡортлоғонан, башҡортса һөйләшеүенән оялырға тейеш түгел, сөнки бөтә халыҡтар ҙа – Әҙәм балалары. Ә был яҡты донъяға бөтә кешеләр ҙә бер тигеҙ булып тыуа тигәнде аңлата. Башҡорттоң бүтән милләт кешеләренән бер ере лә кәм булмағанын тойоп, тормошта башҡалар кеүек үк тулы хоҡуҡлы икәнеңде белеп йәшәргә кәрәк. Шул хәлдә генә беҙ үҙ милләтебеҙҙе, үҙ мәҙәниәтебеҙҙе һәм туған телебеҙҙе һаҡлап ҡала алырбыҙ.

Әлбиттә, телде һаҡлар өсөн башҡорт иң тәүҙә үҙен дә һаҡларға бурыслы. Әгәр үҙе иҫән булһа, башҡорт милләте ишәйһә һәм йәшәһә, уның теле лә йәшәр, телебеҙ ҙә яңы йәш быуындарға кәрәк булыр.

Ә сағыштырып ҡараһаҡ, башҡорт теле – донъяла ниндәй бай тел! Борон-борондан телебеҙ һәм моңобоҙ шундай бай булғанға ла халыҡ сәсәндәре быуаттар һуҙымында иҫ киткес ижад гәүһәрҙәре – “Урал батыр”, “Аҡбуҙат”, “Заятүләк менән Һыуһылыу” кеүек тиҫтәләгән мәшһүр ҡобайырҙар, тылсымлы һәм батырҙар тураһында әкиәттәр, йырҙар, оҙон көйҙәр, бәйеттәр, риүәйәттәр тыуҙыра алған да инде! Беҙҙеке ише бай халыҡ ижады хазиналары бүтән ҡәрҙәш халыҡтарҙа юҡ.

Шундай бай рухи мираҫыбыҙ менән хаҡлы рәүештә ғорурланырға ла, шул уҡ ваҡытта тел-моңобоҙҙоң аҫыл ҡомартҡыларын ҡәҙерләп һаҡлай ҙа белергә кәрәк бит.

“Беҙ үҙебеҙ – башҡорттар”

 

Тел – милләттең иң төп күрһәткесе. Кешенең һөйләшеүенә (һәм яҙыуына) ҡарап уның ҡайһы милләт вәкиле икәнен билдәләп була. Мәҫәлән, һөйләшкәндә “беҙ” йәки “һеҙ” тип (ҡайһы бер һөйләштәрҙә: беҫ, ҫеҙ) бары башҡорттар ғына әйтә.

Халҡыбыҙҙың бөйөк шағиры Шәйехзада Бабич уҙған замандың иң киҫкен осоронда (1917 – 1919 йылдар), башҡорттоң аяныслы яҙмышы ҡыл өҫтөндә саҡта, милләтен тупланырға саҡырып оран ташлағандай “Беҙ” тигән арҙаҡлы шиғырын яҙа. Бына ул шиғырҙан өҙөк:

Беҙ үҙебеҙ – башҡорттар,

Күп ырыуға баш йорттар.

Беҙҙә гәүһәр, беҙҙә йәүһәр,

Беҙҙә һәр бер ашлыҡтар...

 

Беҙҙә ҡалын урмандар,

Беҙҙә данлы Урал бар;

Урал аҫты алтындыр,

Өҫтә шәфәҡ балҡыйҙыр.

 

Һиҙен, башҡорт, бәхетеңде,

Төшөн, башҡорт, атыңды;

Күрер өсөн тәхетеңде

Истиҡбалың* алтынлы.

Ирек өсөн, азатлыҡ хаҡына кәрәк икән “бер йәненә миллион үлем бир!” тип ярһыған шағир Һаҡмар – Ирәндек буйҙарында Көньяҡ Урал тәбиғәтенең гүзәллегенә һоҡланып ҡына йөрөмәгән (“мин был яҡтарға мотлаҡ тағы ла киләм әле, поэма яҙасаҡмын әле!..”), ә башҡорт халҡының күңел бөйөклөгөн, ихласлығын, тарихи зиһененең ни ҡәҙәр тәрәнлеген күреү, аңлау, төшөнөү Бабичты ошондай “Беҙ үҙебеҙ – башҡорттар!..” тип ғорурланыр, уның исеменән ошондай ҙур поэтик һығымта яһар аҙымға килтергән дә инде!

Ш. Бабич 1917 – 1919 йылдарҙың утлы, дауыллы солғанышында ҡалғанда ла үҙ башҡортоноң моңло-зарлы күңел даръяһы менән танышыуын дауам итә: Тамъян-Түңгәүер, Баймаҡ-Таналыҡ һәм Йылайыр кантондарында халыҡ күңел гәүһәрҙәрен тыңлай, яҙып ала йөрөй. Уның ҡуйын дәфтәрендә “Таштуғай”, “Ҡаһым түрә көйө”, “Буранбай”, “Сибай кантон көйө”, “Шаһибәрәк көйө”, “Аллаяр батыр”, “Ҡолой көйө”, “Әлми кантон”, “Ялан Йәркәй”, “Ҡаһарман кантон”, “Турат көйө”, “Һырдаръя көйө”, “Бала ҡарға” кеүек әллә күпме башҡорт тарихи йырҙарының һәм оҙон көйҙәренең легенда-риүәйәттәре урын ала.

Донъяның “ҡыҙыл” һәм “аҡ”ҡа бүленгәненә лә, үҙенең хәрби хәбәрсе булыуына ла ҡарамай, ул бер юлы халҡы күңеленән “бал ҡортондай ынйы йыя...” Ә инде аҙаҡ ошо ынйыларҙан “хуш еҫле бер кәрәҙ ҡойоу” эше башҡорттоң йәнә бер арҙаҡлы улына – Рәми Ғарипов өлөшөнә төшәсәк.

 

Боронғоларҙан аманат

 

XIX быуаттың ҡара реакция осоронда аһ-зарҙың һәм иҙелеүҙең сигенә еткән халҡыбыҙ күңел донъяһын ағартырға була үҙенең бөйөк сәсән-шағирын һәм мәғрифәтсеһен – Аҡмулланы тыуҙырған (1831 – 1895 йылдар).

Мифтахетдин Камалетдин улы Камалетдинов (Аҡмулла) үҙ халҡын белем алыуға, наҙанлыҡтан тиҙерәк ҡотолорға өндәүсе илгиҙәр сәсән, аҡлыҡ һәм хаҡлыҡ йырсыһы булып таныла, башҡорт, ҡаҙаҡ һәм татар халыҡтары араһында “Аҡмулла” тигән даны тарала. “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!” тигән өндәмә-шиғырының һәр юлы, яҙылғанына бер быуаттан ашыу дәүер үтһә лә, бөгөн дә бик урынлы һәм заманса яңғырай:

Илтифат ит: уҡыуҙалыр шәрәфәттәр,

Яһиллыҡтан килә ятыр ҙур афәттәр.

Уҡығандар күктә осор, һыуҙа йөҙөр,

Юҡтыр унда әүлиәлек, кәрәмәттәр.

.........................................................

Алтыға берҙе ҡушып, һан ун булмай,

Сәғәтте алға бороп, төн көн булмай.

Белемлелек – арыҫландан көслө батыр,

Шуға атланмай, һинең төшөң һис өн булмай.

Әгәр бөгөн балаларыбыҙ өйҙә “Аҡбуҙат”, “Аманат” журналдарын, “Йәншишмә” гәзитен алдырмай һәм уҡымай икән, иртәгә (йә яҡын киләсәктә) ул балалар ҙурайғас, ир-атай, ҡатын-әсә булып үҙҙәре донъя көтә башлағас инде, “Йәшлек”, “Башҡортостан” гәзиттәрен, “Шоңҡар”, “Ағиҙел”, “Башҡортостан ҡыҙы” журналдарын да уҡый алмаясаҡ бит. Бына иң аяныслы хәл ҡайҙа ул! Туған телгә битарафлыҡ, зат-ырыуыңды ла белмәгән маңҡортлоҡ кешене рухһыҙ, ҡотһоҙ роботҡа (зомбиға) әйләндерә. Кеше яҡты донъяла йәшәүҙең мәғәнәһен юғалта. Шундай гонаһ шомлоғонан Алла һаҡлаһын инде!

Телебеҙҙе, башҡорт халҡының оҙон көйҙәрен, йырҙарын, ҡобайырҙарын, моңло ҡурайыбыҙҙы һәм изге еребеҙ – Уралыбыҙҙы һаҡлау боронғоларҙан ҡалған аманат ул. Ата-бабалар аманатына бер ваҡытта ла хыянат итмәйек, ҡәҙерле дуҫтар!

Тел – ул һулар һауа, эсәр һыу ҙа,

Ейәр ризыҡ, тел – моң, тел – йәшәү.

Туған телһеҙ кеше – ауған ағас,

Телһеҙ, йырһыҙ ниндәй ул йәшнәү?!

Булмаһынсы телгә йән көйөрлөк –

Өйрәнәйек телде ғүмерлек.

Һәр милләттәш булһын тел һөйөрлөк,

Башҡорт теле булһын мәңгелек!

 

Ҡәҙим АРАЛБАЙ, Башҡортостандың халыҡ шағиры.

Читайте нас: