Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм - бергенәм
11 Февраль 2022, 21:45

"Рәсми сараларҙа башҡорт теле йышыраҡ яңғыраһын"

Район Советы ултырышында Совет секретары Зариф Ғарипов башҡорт телендә сығыш яһаған.

"Рәсми сараларҙа башҡорт теле йышыраҡ яңғыраһын"
"Рәсми сараларҙа башҡорт теле йышыраҡ яңғыраһын"

Бөгөн, 10 февралдә, Учалы районы Советының 17-се ултырышы үткән. Пандемия сәбәпле, ул онлайн тәртибендә ойошторолған. Хакимиәт залында Совет рәйесе Руслан Ғайсин менән Совет секретары Зариф Ғарипов ҡына булған, башҡалар ултырышта дистанцияла ҡатнашҡан.

Әммә регламент теүәл күҙәтелгән, шул иҫәптән гимндар яңғырағанда барыһы ла аяғүрә баҫҡан. Былтырҙан файҙаланыла башлаған был алым ултырыштың эшлеклелеген арттырҙы ғына, ти депутаттар, алдан бөтә материалдар менән танышҡас, оҙон докладтар уҡыуҙың кәрәге юҡ.

Сарала бихисап һорау ҡаралған, урындағы норматив акттар раҫланған. Әйтәйек, Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһында ҡатнашыу тәртибенә үҙгәрештәр индерелгән, сөнки, коронавирус сәбәпле йыйылыштарға 30-ҙан ашыу кешене йыйыу тыйылғас, ҙур ауылдарҙа йыйылыштарҙы ҡат-ҡат үткәрергә тура килә.

Шуны айырып әйтергә кәрәк: әлеге ултырышта район Советының 2022 йылға пландары тураһында доклад менән Зариф Ғадинан улы башҡорт телендә сығыш яһаған.

"Был бик мөһим башланғыс, – тип һуңынан тәьҫораттары менән уртаҡлашты район Советы депутаты, Учалы районы башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Мозафар Ҡадиров. – Аңлашыла, бөтә ултырыштарҙы ла башҡорт телендә үткәреп булмай – бөтөнләй аңламағандар ҙа бар. Әммә ошондай рәсми сараларҙа туған телебеҙҙе мөмкин тиклем йышыраҡ яңғыратырға кәрәк. Республикабыҙҙың дәүләт статусындағы башҡорт телен популярлаштырыуҙың әһәмиәтле алымы был".

Фото: Учалы районы хакимиәте.

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас: