Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм - бергенәм
18 Февраль 2022, 08:42

“BASH.LINGUA”-ның яҡты маҡсаттары

Ике телдә иркен аралашҡан йәштәребеҙ бүтән халыҡ вәкилдәрен милли мәҙәниәтебеҙ менән таныштыра.

Туған телгә битараф булмаған бер төркөм башҡорт йәштәре башҡорт теле, мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһындырыуға арналған бик тә ҡыҙыҡлы проект уйлап тапҡан. “Bash.lingua” тип атала ул. Бында төрлө милләт йәштәре йыйылышып, үҙ-ара башҡорт һәм инглиз телдәрендә аралаша, милли мәҙәниәттәре менән уртаҡлаша. Социаль селтәрҙәрҙә төркөмдәрен дә асҡан улар. Башҡорт мәҙәниәтен һаҡлауға үҙ өлөшөн индергән рухлы йәштәрҙе туплаған берләшмәне ойоштороусы – Хәйбулла һылыуы Гөлназ ДИЛМӨХӘМӘТОВА менән әңгәмәләштек.

 

– Гөлназ, проект ниндәй маҡсаттарға таянып барлыҡҡа килде?

– “BASH.LINGUA” – билингвизмды (ике телдә һөйләшә алыуҙы – Р.Ғ.) үҫтереүгә тәғәйенләнгән йәштәр майҙансығы. Был проект башҡорт телен һәм мәҙәниәтен ха­лыҡ-ара кимәлгә сығарыуға йүнәл­телгән. Беҙ башҡорт йәштәренең тарихи тамырҙарын онотмауын, башҡортса дөрөҫ һәм иркен аралашыуын, милли аңға эйә булыуын ғына түгел, ә үҙҙәренең шәхси, ижади һәм профессиональ үҫеше өсөн яңы перспективалар эҙләүен теләйбеҙ. Атап әйткәндә, инглиз телен белгәнгә күрә, күп төрлө һөнәргә эйә булыу, сит илдәрҙә стажировка үтеү һәм уҡыу мөмкинлеген эҙләү маҡсатын күҙ уңында тотабыҙ. Беҙ иркен фекер йөрөткән, башҡорт һәм инглиз телдәрендә таҙа һөйләшкән йәштәр тенденцияһын барлыҡҡа килтерергә теләйбеҙ. Нигеҙендә башҡорт мәҙәниәте ятҡан ныҡлы мәҙәни арауыҡ һәм зыялы халыҡ-ара берләшмә булдырғыбыҙ килә.

Әлеге ваҡытта, үҙ идеяла­рыбыҙға таянып, беҙ проекттың бер өлөшө булып торған ике сара үткәрҙек. Ул “Lingua сәғәт” башҡорт йәштәренең халыҡ-ара аралашыу клубы” исемен йөрөтә.

 

– Клуб ойоштороу идеяһы ҡасан яралды? Башланыу тарихын һөйлә әле.

– Проектты булдырыу идеяһы 2020 йылда Ырымбур ҡалаһында “Евразия Глобал” халыҡ-ара йәштәр форумында ҡатнашҡанда башыма килде. Төрлө халыҡтар араһына һин үҙ милләтеңдең вәкиле булып бараһың.

Был сарала инглиз телендә һөй­ләү телмәрен нығытыу өсөн ғәмәли күнекмәләр күп булды. Миңә, башҡорт булараҡ, үҙемде милли яҡтан сағылдырыу ҡыйыныраҡ ине. 2021 йылда форумға икенсе тап­ҡыр барып ҡайтҡас һәм, ҡатна­шыусыларға үҙҙәренең ойоштороу оҫталығын күрһәтеү мөмкинлеге биргән “2.0 Программаһы”нда  ҡатнашҡандан һуң, миндә республикабыҙҙа башҡорт-инглиз теле арауығын булдырыу идеяһы тыуҙы. Ике идеяны берләштергәс, түбәндәгеләр барлыҡҡа килде.

Мин Хәйбулла районы йәштәре берле­генең әүҙемселәрен һәм БДУ-ның башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетының ҡайһы бер студенттарын йыйҙым. Иптәштәремә сара программаһын тәҡдим иттем, улар хуплап ҡаршы алды.

3 декабрҙә, бер аҙна ғына әҙерләнгәндән һуң, тәүге сарабыҙҙы үткәрҙек. Унда барлығы 30 кеше ҡатнашты: 15 башҡорт һәм 15 башҡа ил һәм милләт вәкиле (БДУ-ла белем алған сит ил студенттары). Инглизсә һәм үҙебеҙҙең туған телдәребеҙҙә аралаштыҡ. Халыҡ-ара дуҫлыҡ күпере төҙөнөк, тиергә лә була. Бер-беребеҙгә милли бейеү-йырҙарыбыҙҙы күрһәттек. Үҙ сығыштарын башҡорт һәм инглиз телдәрендә синхрон рәүештә алып барған спикерҙарҙы саҡырыу ҙа мөһим ине. Улар сифатында Әсғәт Йәһүҙин, Гөлнур Ҡарабулатова, Яҙгөл Моратова, Камилла Чувашаевалар ҡатнашты. Улар үҙҙәренең тәжрибәһе, төрлө мәҙәни һәм ғилми өлкәләрҙәге белеме менән уртаҡлашты. Икенсе сараны беҙ 24 декабрҙә үткәрҙек, һөйләшеү “Экология” һәм “Милли мәҙәниәт” темаларына ярашлы барҙы.

 

– Фекерҙәштәрең, йәғни командағыҙ һәм үҙең менән дә таныштырып китһәң ине.

– Проект командаһы ул, алда әйтә биргәнемсә, Хәйбулла районы йәштәре берлегенең әүҙем ағзала­ры һәм БДУ-ның башҡорт филоло­гияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетының ҡайһы бер студенттары. Етәксеһе – мин. Шул уҡ факультет­тың 3-сө курс студентымын. “Ватан филологияһы” (башҡорт теле һәм әҙәбиәте, сит телдәр) йүнәлеше буйынса белем алам. 2020 һәм 2021 йылдарҙа Ырымбур ҡалаһында үткән ЮНЕСКО ҡарамағындағы бишенсе һәм алтынсы “Евразия GLOBAL” халыҡ-ара йәштәр форумынан тыш, 2021 йылда “Таврида” йәш мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре форумының “Видеохостинг һәм диджитал-сервистар” сығышына ярашлы, Бөтә Рәсәй йәштәр проекттары конкурсында ҡатнаштым. “Мәҙәниәт” мәҙәни-йәштәр медиа-журналы” проектының авторымын. Командала координатор ролен башҡарам, сараларҙың программа һәм сценарийҙарын яҙыу,  инглиз телендә алып барыу ҙа – минең өҫтә.

Ойоштороусыларҙың тағы береһе – Гөлсәсәк Шәрипова – сараны башҡорт телендә алып бара. Ул – “Тамыр” телеканалы хеҙмәт­кә­ре, “Юлдаш плюс” радио­һының алып барыусыһы. 2-се курста уҡып йөрөй.

Фәһим Ҡырғыҙбаев – ӨДНТУ-ның 2-се курс студенты, беҙҙең SMM-менеджер, программаның логистикаһын үткәреүсе. Ул – талантлы ҡурайсы ла. Программаның музыкаль өлөшө өсөн яуап биргән ойоштороусыларҙың береһе.

Нәркәс Байбулдина – башҡорт-инглиз теле йүнәлешендә 3-сө курс, Зөлфиә Салауатова – шәрҡиәт бүлегенең 2-се курсы студенттары. Ҡыҙҙар сараның музыкаль биҙәлеше өсөн яуап бирә, башҡорт һәм инглиз телендә йырҙар һайлай.

Наҙгөл Исхаҡова, Юлиә Алтынғужина – БДУ-ның “Сикварули” Кавказ бейеүҙәре хореография ансамбле бейеү­селәре. Улар сарала төрлө халыҡтарҙың милли бейеүҙәрен башҡара.

Киләсәктә проектыбыҙҙы артабан үҫтерергә, масштаблыраҡ итергә, халыҡ-ара форум үткәрергә ниәтләйбеҙ. Бының өсөн Бөтә Рәсәй йәштәр проекттары конкурсында ҡатнашырға иҫәп тотабыҙ.

Халыҡ-ара телдәр көнөнә ҡарата 21 февралдә сарабыҙҙы Бөтә донъя баш­ҡорт­тары ҡоролтайы менән берлектә үткәреүҙе планлаштырабыҙ. Эпидемиологик шарттарға бәйле, ҡатнашыусыларҙың һаны самалы. Киләсәктә хәлдәр яҡшы яҡҡа үҙгәрер, тип ышанабыҙ.

 

– Проектығыҙ алдына ҡуйған бу­рыстарҙы ла аныҡлаһаң ине.

– Бурыстар байтаҡ ҡына. Аныҡ миҫалдар аша билингвизмдың үҙенсәлектәрен еткерергә; ҡатна­шыусыларҙы сараның тел мөхи­тенә индереп ебәрергә; әүҙем аралашыр, әңгәмәләшер өсөн майҙансыҡ эшләргә; интерактив уйындар үткәрергә – бер тема алып, шуға ярашлы бер-берең менән әңгәмә ҡорорға, йәғни комьюнити-нетворкинг; йәштәребеҙҙе сит телдәрҙе өйрәнеүгә илһам­ландырырға; башҡа милләт вәкил­дәре алдында башҡорт мәҙәниәтен пропаган­даларға, шуға күрә бәләкәй генә ижади майҙансыҡ асырға; сит илдәрҙән булған ҡатнашыусыларға халҡыбыҙ мәҙәниәтенең эстетик зауығын еткерергә. Халыҡтар мәҙәниәттәре диалогы ла булырға тейеш: үткән сараларҙа беҙ, башҡорт йәштәре, халҡыбыҙ йырҙарын ишеттерҙек, бейеүҙәрен дә күрһәттек, ә сит ил ҡатнашыусылары, үҙ сиратында, үҙҙәренең милли бейеүҙәре менән таныштырҙы.

 

– Сит илдекеләр башҡорт теле менән ҡыҙыҡһынамы?

– Әлбиттә! Саранан һуң күбеһе: “Ниндәй мобиль ҡушымталар аша телде өйрәнергә була?” – тип ҡы­ҙыҡһынды. Ҡайһылары башҡорт-рус, башҡорт-инглиз-рус һүҙлек­тә­рен һатып алған, әлегә алмаған­дары мотлаҡ эйә буласаҡтарын әйтте.

 

– Ошоно ла асыҡлаһаңсы: һеҙҙең араға теләгән бер йәш кеше килә, төрлө милләт вәкилдәре лә сараларҙа ҡатнаша ала булып сығамы?

– Эйе, теләгән берәү килә ала, тик улар башҡорт, инглиз телдәрен әҙ булһа ла белергә тейеш. Сара башланыр алдынан афишаны, тер­кәлер өсөн гугл-форманы ебәрәбеҙ, унда ике телде белеү кимәлен асыҡлау буйынса һораулама үткәрәбеҙ. Башҡортса ярайһы ғына һөйләшә, инглизсә бер-ике һөйләм төҙөй алаһың икән, сарала үҙеңде иркен тойорға мөмкин.

Беҙгә башлыса Башҡортос­тан­дың Йәштәр яҡташлыҡтары ассо­циацияһы ағзалары, БДУ-ның атап кителгән һәм башҡа факультеттары, БДПУ-ның башҡорт филоло­гияһы студенттары килә. Ҡабатлау булһа ла әйтәйем: сараның маҡ­саты – башҡорт һәм инглиз телендә аралашыр өсөн уңайлы мөхит тыуҙырыу. Милләттәштәребеҙҙе халыҡ-ара телдәрҙе өйрәнеүгә дәртлән­дерергә теләйбеҙ, сөнки был уңышлы киләсәк, һөнәри үҫеш өсөн үтә мөһим.

Үткәрелгән сараларҙа төрлө милләттән тиҫтерҙәребеҙ ҡатнаш­ты: башҡорт йәштә­ренән тыш, татарҙар, рустар, ҡаҙаҡтар, колумбиялылар, француздар, Афғанстан, Ираҡ, Фәләстиндән килеп уҡып йө­рөгән студенттар. Милли мәҙә­ниә­тебеҙҙең матур­лығын күберәк сит ил вәкилдәренә күрһәтә алыуыбыҙ ҡыуан­дыра. Ни өсөн тигәндә, улар республи­кабыҙға килгән саҡта башҡорт еренә аяҡ баҫыуҙарын белмәй ҙә, аңламай ҙа, тик рус мө­хи­тенә иҫәп тота... Улар­ҙы ошо күҙаллауҙан арындырып, телебеҙ, бейеү-йырҙарыбыҙ, ши­ғри­әтебеҙ аша мәҙәниәтебеҙ менән таныштырып, башҡорт этника­һы­ның гүзәллегенә таң ҡалдырабыҙ! Ошонан да мөһимерәге юҡ.

 

– Һиндәй, дуҫтарыңдай илһө­йәр ҙә, телһөйәр ҙә йәштә­ребеҙгә тик матур киләсәк насип булыуын теләйбеҙ, Гөлназ! Ҡыҙыҡлы, фәһемле һөйләшеү өсөн рәхмәт.

 

Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА әңгәмәләште.

Читайте нас: