Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм - бергенәм
18 Февраль , 08:47

Телдең күрке – һүҙ

Уның таҙалығы, сафлығы өсөн көрәш бер ваҡытта ла туҡталмаған.

utv.ru
Фото:utv.ru

Тел – тере организм кеүек, һәр ваҡыт үҫешә, тормоштағы күренештәргә яраҡлаша, һөҙөмтәлә яңы һүҙҙәр барлыҡҡа килә, иҫкеләренең мәғәнәһе үҙгәрә. Теләйбеҙме-юҡмы, беҙ был процесҡа ҡаршы тора алмайбыҙ, әммә шул уҡ ваҡытта телдең таҙалығы, сафлығы өсөн көрәш бер ваҡытта ла туҡталмаған. Был шулай булырға тейештер ҙә.

Уҙған быуатты ғына алып ҡараһаҡ та, революция, коллективлаштырыу йылдарында, артабан совет осороноң йәшәйешендә рус теленә лә, шуның менән бергә беҙҙең башҡорт теленә лә бихисап яңы һүҙҙәр килеп инеп, ныҡлы урынлашыуын, көндәлек телмәргә инеүен беләбеҙ. Әле күптән түгел генә “культура”, “промышленность”, “работник”, “политика” һәм башҡа шуның ише һүҙҙәр рәсми телмәрҙә лә, матбуғатта ла, хатта әҙәбиәттә лә ныҡлы ҡулланыла ине. Бына, мәҫәлән, “Совет Башҡортостаны” гәзитенең 1986 йылдың 27 майында донъя күргән һанындағы бер мәҡәләнән өҙөк: “Партия работнигы үҙенең күп ваҡытын хеҙмәт коллективтарында үткәрергә, кешеләрҙең кәйефен белергә, кәрәк саҡта шәхси өлгө күрһәтергә тейеш”. Тағы ла миҫалдар: “Культураһыҙ муллыҡ – яланғас ул, яланғас” (Баязит Бикбай); “Күгәрсендәрем, ниндәй матур яҙалар бит. Ундай матур һүҙҙәрҙе ҡайҙан һайлағандар! Хәйер, культура шул, культура” (Дауыт Юлтый).

Уҙған быуаттың 90-сы йылдарындағы үҙгәртеп ҡороуҙар еле илебеҙҙәге күп халыҡтарҙың рухи-мәҙәни үҫешенә ыңғай йоғонто яһаны. Һөҙөмтәлә төрлө милләт вәкилдәре рухи тамырҙарына, тарихына йөҙ менән боролдо, асылын барланы. Был үҙгәрештәр телдә лә сағылыш тапмай ҡалманы. Тап ошо осорҙа туған телдәрҙең яҙмышы, уларҙы һаҡлау һәм статусын дәүләт кимәлендәге ҡануниәт менән нығытыу, тел сафлығы өсөн көрәшеү көнүҙәккә әйләнде. Был йылдарҙа башҡорт теленә алдараҡ миҫал булараҡ килтерелгән “культура”, “промышленность”, “политика” урынына “мәҙәниәт”, “сәнәғәт”, “сәйәсәт” тигән ҡасандыр ҡулланылып та, онотолоуға дусар булған бихисап һүҙҙәр килеп инде һәм телмәребеҙҙә нығынды. Шулай уҡ телебеҙҙә сәйәсмән, көйәрмән, көнәркәшлек (конкуренция), табип, иттифаҡ, мөхәррир, мөхәрририәт һәм башҡа һүҙҙәр ныҡлы урын алды. Һуңғы йылдарҙа гәзит-журналдарҙа “жюри”ҙы – “баһалама”, “снегоход”ты “ҡаргиҙәр” тип тәржемәләү ҙә – телебеҙҙең байлығын, сафлығын тәьмин итеү ул.

Шулай ҙа һәр ғәмәлдә сама ла кәрәктер. Мәҫәлән, шул уҡ 90-сы йылдар башында мәктәптә класс урынына “синыф” (5-се синыф уҡыусыһы), юғары уҡыу йорттарында “студент” урынына “талип” (Башҡорт дәүләт университеты талибы) һәм башҡа һүҙҙәр бер ни тиклем ҡулланылышта булып алды, әммә дөйөм телмәргә ныҡлы үтеп инмәне. 

Былар инде үткән быуатта ҡалған миҫалдарҙы барлау булды. Мәҡәләнең башында уҡ билдәләүебеҙсә, тел һәр ваҡыт үҙгәрә, үҫешә. Һуңғы бер-ике йыл эсендә, мәҫәлән, шул уҡ коронавирусҡа бәйле генә лә телебеҙгә байтаҡ яңы һүҙҙәр килеп инде: локдаун, плато, антитела, ИВЛ, дистант, санитайзер һәм башҡалар. Әлбиттә, заман күренешенә ярашлы үҙләштерелгән һәр һүҙҙе башҡортсаға тәржемәләү мөмкин дә түгелдер, шулай ҙа күпселек милли баҫмалар алтын урталыҡты һаҡларға тырыша. Мәҫәлән, беҙҙең “Башҡортостан” гәзитендә “самоизоляция” – “үҙҡурсаланыу”, “ИВЛ” – “үпкәне яһалма елләтеү”, “антитела” “антиесем” тип алына. Милли баҫмаларҙа “коронавирус” һүҙен башҡортсалаштырып “тажзәхмәт” тип яҙыу ҙа йыш осрай.

Тел сафлығы өсөн көрәште туған телен яратҡан, хөрмәт иткән һәр журналист, әҙип, уҡытыусы һәм башҡа һөнәр эйәһе алып бара ала. Халыҡ күңеленә ятҡан һүҙ, ғәҙәттә, үҙенән-үҙе ҡулланылышҡа инеп китеүсән. Был йәһәттән бөгөн интернет селтәре лә ҙур ярҙамсы, йәғни интернетта, социаль селтәрҙәрҙә башҡорт телмәре ни тиклем нығыраҡ урын алһа, ҡулланылһа, туған телебеҙҙәге контент киңәйһә, телебеҙҙе һаҡлау, үҫтереү йәһәтенән шул тиклем яҡшыраҡ.

Ғөмүмән, был йәһәттән эш һәр ваҡыт дауам итергә тейеш. Мәҫәлән, һуңғы бер нисә йылда рус теленә бик күп сит ил һүҙҙәре үтеп инеүен күрәбеҙ, һәм улар әкренләп башҡа телдәргә лә күсә. Ундай миҫалдарҙы бихисап килтерергә мөмкин: “коворкинг”, “каршеринг”, “вебинар”, “лайк”, “хештег”, “фейк”, “коуч”, “батл”, “хедлайнер”, “челлендж” һәм башҡалар. Бындай һүҙҙәрҙе телмәрҙә, яҙмала ҡулланыу заманса булыуҙы аңлата, тигән ҡараш та бар. Бигерәк тә йәштәр шулай уйлай. Ә шуларҙы ябай ғына итеп, мәҫәлән, “хедлайнер”ҙы – “тамашаның махсус ҡунағы”, “челлендж”ды мәғәнәһенә ҡарап “башланғыс” йәки “саҡырыу” тип алырға ла мөмкин бит.

Эйе, һәр телгә, ул нисек кенә бай тарихлы, киң ҡулланылышлы булмаһын, заман үҙ заңын һала, үҙ ипкенен ҡағылдыра. Әммә заманға һылтанып, һәр яңылыҡты хәҡиҡәт тип ҡабул итергә ярамайҙыр. “Инжил”дәге (“Яңы Ғәһет”тәге) “Иң тәүҙә һүҙ булған...” тигән юлдар ҺҮҘҙең ни тиклем оло көскә, мәғәнәгә эйә булыуын һөйләй. Быны үҙ халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадында ла асыҡ күрәбеҙ: “Йылы һүҙ – йән аҙығы, яман һүҙ – баш ҡаҙығы”, “Йөҙҙөң күрке – күҙ, уйҙың күрке – тел, телдең күрке – һүҙ”, “Һөйҙөргән дә – тел, көйҙөргән дә – тел” һәм башҡалар. Телебеҙҙең сафлығы, байлығы, таҙа килеш һаҡланыуы беҙҙән – көн һайын һүҙ менән эшләгән журналистарҙан, яҙыусыларҙан, зыялыларҙан да тора.

 

Гөлфирә Риф ҡыҙы АБДУЛЛИНА, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, журналистика һәм шәрҡиәт факультеты деканы, филология фәндәре докторы, профессор:

 

– Әлбиттә, йәмғиәттә йәшәп, йәмғиәттән азат булып булмай. Донъя алға бара икән, тимәк, телдә теге йәки йәмғиәт күренешен билдәләү өсөн яңы һүҙҙәр барлыҡҡа килеп торасаҡ. Ошо һүҙҙәр беҙҙең телгә тәржемә ителгәнсе, йә булмаһа отошло ғына термин менән алмаштырылғансы, байтаҡ ҡына ваҡыт үтә, шуға ла ҡайһы берҙә интернациональ һүҙҙе ҡулланыу үҙен аҡлайҙыр. Был – тәбиғи күренеш. Шулай ҙа, минеңсә, һәр осраҡта ла алтын урталыҡты һаҡлау зарур. Туған телебеҙҙә сит телдән ингән һүҙҙең мәғәнәһен тулыһынса аса алырлыҡ термин бар икән, мотлаҡ үҙ ерлегебеҙҙә барлыҡҡа килгән, бихисап кешегә аңлайышлы терминға өҫтөнлөк бирергә тейешбеҙ.

Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА.

Читайте нас в