Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм - бергенәм
21 Февраль 2022, 16:00

Ҡыҙыҡлы һәм бай йөкмәткеле йыл көтә

Азат Бадранов Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылын үткәреү һәм Халыҡ-ара туған телдәр көнөн билдәләү уңайынан үткәрелгән саралар тураһында һөйләне. 

Ҡыҙыҡлы һәм бай йөкмәткеле йыл көтә
Ҡыҙыҡлы һәм бай йөкмәткеле йыл көтә

Бөгөн бар донъяла Халыҡ-ара туған көндәр көнө билдәләнә. Ошо айҡанлы Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Хөкүмәте Премер-министры урынбаҫары Азат Бадранов Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылын үткәреү һәм туған телдәр көнөн билдәләү уңайынан үткәрелгән саралар тураһында сығыш яһаны. Әйткәндәй, уның сығышы башҡорт телендә булды.

– Халыҡ сәнғәтен киң таратыу һәм Рәсәй халыҡтарының этно-мәҙәни төрлөлөгөн һаҡлау маҡсатында, Президент Указы менән, 2022 йыл Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы тип иғлан ителде. Был тематик йылда Башҡортостанда үткәреләсәк саралар сиктәрендә бөгөн беҙҙең Милли музейҙа "Евразия халыҡтарының эпик ҡомартҡылары" күргәҙмәһе асылды, – тип башланы Азат Бадранов.

Бында тәүге тапҡыр бер күргәҙмә эсендә Евразия халыҡтарының эпостарын һәм фольклорын сағылдырған матди һәм рухи мәҙәниәт ҡомартҡылары тупланған. Шул иҫәптән, музейҙа башҡорт халҡының иң күләмле һәм иң боронғо "Урал батыр" эпик ҡомартҡыһы, ҡырғыҙҙарҙың "Манас" эпосы, яҡуттарҙың "Олонхо"һы, ҡалмыҡтарҙың "Джангар"ы, үзбәктәрҙең "Алпамыша" әҫәре, карел менән финдарҙың "Калевала"һы һәм башҡа халыҡ ижады өлгөләре менән танышырға мөмкин.

Күргәҙмәне асыу Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә бағышланған.

– Туған телдәр – һәр халыҡтың мәҙәни ҡаҙанышы. Бында классигыбыҙҙың "Теле барҙың – иле бар" тигән үлемһеҙ һүҙҙәрен иҫкә алып китеү  урынлы булыр. Эпидимиологик хәл арҡаһында Туған телдәр көнөнөң байтаҡ саралары онлайн йәки ҡатнаш рәүештә үтә. Был – флешмоб, викториналар, конкурстар, спектакль һәм концерттарҙың онлайн күрһәтелеүе. Социаль селтәрҙәрҙә Рәми Ғариповтың шиғырҙарын яттан һөйләү флешмобы башланып китте. Башҡортостан юлдаш телевидениеһында "Минең Рәми" проекты старт алды – ул Рәми Ғариповтың "Туған тел" шиғырының республика халыҡтарының телдәрендә яңғыраған видеояҙмалары, – тине ул.

Туған телдәрҙе пропагандалауҙа интернет-ресурстарҙың әһәмиәтен иҫәпкә алып, төбәктә Башҡорт википедистарының форумы ойошторола. Бөгөн Конгресс-холл бинаһында "Урал батыр" эпосын өйрәнеү буйынса төбәк-ара конференция, ә республика мәктәптәрендә тематик асыҡ дәрестәр үтә. Республика халҡын ошо сараларға ылыҡтырыу өсөн, сауҙа үҙәктәрендә, йәмәғәт транспортында махсус аудио һәм видео материалдар урынлаштырылған.

Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы сиктәрендә Башҡортостан Хөкүмәте бар ведомстволар ҡатнашлығында 60-тан  ашыу сара туплаған план ҡабул иткән. Был план  муниципаль райондар һәм ҡала округтарының хакимиәттәренә  еткерелгән.

– Иғлан ителгән Йыл саралары республиканың бар муниципаль берәмектәрендә лә әүҙем үтергә тейеш, тип һанайым, шуның өсөн райондар һәм ҡалалар башлыҡтарына урындағы пландарҙы әҙерләүен һәм ҡабул итеүен һорайым. Мәҙәни мираҫ йылында республика халыҡтарының традицион милли-мәҙәни байрамдары, йола байрамдары уҙасаҡ, – тине вице-премьер. – Был йүнәлештә Республика халыҡ ижады үҙәге, Халыҡтар дуҫлығы йорто һәм уның филиалдары – тарихи-мәҙәни үҙәктәре менән әүҙем эш алып барыла. Республикала бындай үҙәктәр – 25, Рәсәй төбәктәрендә  – алтау.

Халыҡтың тарихи-мәҙәни мираҫын, мәҙәни кодын һаҡлауҙың  һөҙөмтәле ысулы – ул төбәк брендтары. Был эш 2018 йылда, Башҡортостан Республикаһы “Ҡурай” тауарының ерлеген теркәүҙән башланды. Бөгөн патент алыу өсөн солоҡсолоҡ, башҡорт орнаменты, башҡорттарҙың милли эш костюмы, дебет шәл һәм башҡа өлгөләр әҙерләнә. Патент алыу уникаль брендтарҙы тауарҙың ерлегендә киң таратыуға юл аса. Халыҡ ижадын илдең мәҙәни донъяһында танытыуға өлгәшә.

“Киләһе йыл башҡорт сәсәндәренең үҙенсәлекле сәнғәтен йәйелдереү буйынса эште көсәйтергә ниәтләйбеҙ. Беҙ сәсәндәр мәктәбен булдырҙыҡ, улар республиканың рәсми документтарына индерелде һәм  “Халыҡ сәсәне” тигән почетлы исем бирелә башланы. Шуныһы һөйөнөслө – онотолоп  барған сәсәнлек йолаһы тергеҙелә, сәсәндәр мәктәптәренең бише муниципалитеттарҙа эшләп килә, унда уҡытыу эше алып барыла, – тине Азат Бадранов. – Киләсәктә халыҡ кәсептәрен һаҡлау, үҫтереү һәм киң таратыу менән бәйле фестиваль хәрәкәтен дә яңы кимәлгә сығарыу бурысы тора. Боронғо халыҡ кәсептәре һәм һөнәрҙәре (халыҡ уйын ҡоралдарын яһау, ҡорама ҡорау, балаҫ һуғыу, башҡорт шәле бәйләү һәм башҡа һөнәрҙәр) мотлаҡ үҫеш алырға тейеш.

Мәҙәни мираҫ йылы сиктәрендә Мәғариф һәм фән министрлығы, Архив эштәре буйынса идаралыҡ, Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт кимәлендә һаҡлау буйынса идаралыҡ һәм башҡа учреждениелар буйынса бер нисә фәнни-ғәмәли конференция үткәреү ҡаралған. Халыҡ йырҙарын һәм бейеүҙәрен башҡарыусылар конкурстары, милли мәҙәниәттәр фестивалдәрен үткәреү ҙә күҙ уңында тотола.

Вице-премьер белдереүенсә, 2022 йылда ла Башҡортостандың матди булмаған мәҙәни мираҫ Законын бойомға ашырыу буйынса эҙмә-эҙлекле эш дауам итәсәк. Бөгөн 77 уникаль өлгөнө туплаған матди булмаған мәҙәни мираҫ объекттары Реестрын ныҡлы тулыландырырға уйлайҙар. Матди булмаған мәҙәни объекттарҙы теркәү өсөн республиканың муниципаль берәмектәренә сығыу күҙаллана. Республикабыҙҙың тәүгеләрҙән булып ошо өлкәне яйға һалыу өсөн норматив акт ҡабул иткәнен, бөгөнгө көндә был параметрҙар Федерация Советы кимәлендә ҡаралғанын Азат Шамил улы айырым әйтте.

“Башҡортостан Республикаһының халыҡтары иҫ китмәле бай мәҙәни мираҫҡа эйә, һәм тематик йыл  ошо байлыҡтарҙы һаҡлау өсөн тағы ла әүҙемерәк эшләргә бер этәргес буласаҡ”, – тип тамамланы ул сығышын.

Фото: "Бәйләнештә". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: