Бөтә яңылыҡтар

“Күпме телде беләһең, шунса кешеһең”

Халҡың тауышын сит тарафҡа ла тарат.

Был һүҙҙәрҙе Чехословакияның тәүге президенты Г.Т. Масарик әйткән, бер үк ваҡытта оло ғалим булған был шәхес үҙе күп телдәрҙә һөйләшкән. Ысынлап та, бөгөнгө глобалләшеү осоронда күп телдәрҙе белеү мотлаҡ.

Минеңсә, ошо юҫыҡта артабан да эшләргә кәрәк, сөнки сит ил әҙәбиәтендә, айырыуса Көнбайыш Европала башҡорттар, башҡорт иле һәм башҡа халыҡтар тураһы­нда әллә күпме мәғлүмәт бар. Тик сит телдәрҙе өйрәнеп, ошо яҙмаларҙы уҡырға һәм халыҡҡа ҡайтарырға ғына кәрәк. Үҙ миҫа­лымдан сығып әйтһәм, чех, словак телдәрен өйрәнеп, Башҡорт­останды Европаға танытҡан халҡыбыҙҙың геройҙары Даян Мурзин менән Вафа Әхмәҙуллин тураһында әллә күпме мәғлүмәт таптым, әле лә табыла. Уларҙы бөртөкләп йыйып, халҡыбыҙға ҡайтарыуҙы гражданлыҡ бурысым тип һанайым.

Байтаҡ республика гәзит һәм журналдарын уҡып барам, Рәсәй, сит ил әҙәбиәтенә лә күҙ һалырға өлгөрәм. Мәҫәлән, уҙған йыл аҙағында интернет селтәрендә туған тел хаҡында шиғыр һөйләү конкурстары уҙғарылыуы һәм унда республикабыҙҙың байтаҡ шәхес­тә­ренең ҡатнашыуы шатландырҙы. Конкурста төрлө һөнәр кешеләре менән бергә мәктәп уҡыусылары ла ҡатнашты һәм туған тел хаҡында тулҡынландырғыс, уйландырғыс шиғырҙар уҡыны. Унда мин дә ҡатнаштым.

Ниндәй генә телде алһаң да, әсә телен һаҡларға кәрәклекте аңлатҡан әллә күпме мәҡәл-әйтемдәр һәм ҡанатлы саҡырыуҙар бар. Мәғәнәһе бер төрлө был мәҡәлдәр һәр халыҡта борондан килә. Һәр халыҡтың телендә үҙенсә яңғырай. Уйлап ҡараһаң, донъя кимәлендә туған телде яҡлап ҡанатлы, һоҡланғыс һүҙҙәр әйтеп ҡалдырған чех педагогы Ян Коменский ҙа чех милләтенән бит, шуға ҡарамаҫтан, уның “Бала донъя ҡаҙаныштарына туған теле аша ғына өлгәшә ала” тигән һүҙен бар халыҡтар ҙа ҡуллана.

Рус ғалимы һәм педагогы Василий Сухомлинскийҙың да “Мәктәп – ул китап, һүҙ, кеше һәм Тыуған илде яратырға өйрәтә торған дүрт культ үҙәге”, Константин Ушинскийҙың “Тыуған ил туған телгә ихтирамдан башлана. Тел кешене, халыҡты аҡыл алырға, аң-белемгә, мәҙәниәтлелеккә саҡыра, баланы аҡты – ҡаранан, изгелекте яманлыҡтан айырырға өйрәтә. Халыҡтың бар нәмәһен тартып ал, ул тереләсәк, әммә телен киҫһәң – үләсәк” тигән һүҙҙәре – үҙе бер мәктәп!

 

Матбуғат менән дуҫлаш

 

Бөгөн мәктәптәрҙә “Эй, туған тел, эй, матур тел! Атам-әсәмдең теле, донъяла күп нәмә белдем һин, туған тел, арҡылы!” йәки Рәми Ғариповтың “Әсәм теле – миңә сәсән теле, унан башҡа телем юҡ. Телен һөймәҫ кенә илен һөймәҫ, теле юҡтың ғына – иле юҡ!” тигән утлы юлдарын ятламаған берәй бала бармы икән?

Мәктәптәрҙә туған телгә һөйөү тәрбиәләүҙә әҙәби түңәрәктәр ҙә ҙур роль уйнай, шуға был мөмкинлекте лә ҡулдан ысҡындырмаһаҡ ине! Ни өсөн шулай тим, сөнки үҙем дә башҡорт теле уҡытҡан йылдарҙа белем биреү эшен әҙәби ижад түңәрәктәре менән бергә үрелдереп алып барҙым. Миҫал өсөн Ф. Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында уҡыған балаларҙың нәшер ителгән ижади эштәре тупланған “Шаңдау” йыйынтығын асып ҡарайыҡ.

Әсәм теле минең башҡорт теле –

Ул булмаһа, гөлдәй һулырмын.

Башҡорт тигән ғорур милләттән мин,

Телем булһа, мин дә булырмын.

Был юлдарҙың авторы элекке 5-се класс уҡыусыһы, бөгөн танылған журналист Ләйсән Сөләймәнованыҡы.

Туған телде онотмайыҡ,

Йәшәһен әсә теле!

Тел белмәһәң, халыҡ үлә,

Халыҡ үлһә, ни ҡалыр? – ошо юлдарҙың авторы – бөгөн вуз уҡытыусыһы булып эшләгән Йәмилә Йомағужина.

Ә бына 5-се класс уҡыусыһы Юнир Сәйфуллин туған телгә булған һөйөүен:

Башҡорт телендә уйлайым,

Ошо телдә йырлайым.

Үҙ телемдә моңаям мин,

Үҙ телемдә илайым, – тип белдерә.

Әҙәби-ижад түңәрәге эшен алып барыу еңел түгел, әлбиттә, сөнки яҙышырға өйрәнергә тип килгән уҡыусылар менән даими шөғөлләнергә, әйберҙәрен ҡат-ҡат төҙәтергә, телгә иғтибарлы булырға, “Аманат”, “Йәншишмә”, “Аҡбуҙат” кеүек баҫмаларға, Башҡортостан телевидениеһының “Артылыш”, “Сәңгелдәк” программалары менән хеҙмәттәшлек итергә, урта һәм юғары класс уҡыусылары менән “Башҡортостан”, “Йәшлек” гәзиттәре журналистары менән дуҫлашырға, гәзит-журналдарға ла  яҙылып, уҡып-алдырып барырға кәрәк.

 

Инглизсә уйлаған тотош быуын үҫеп сыҡты

 

Беҙҙең түңәрәк “Иман” тип атала ине, унда уҡыусылар менән гәзит жанрҙарына айырыуса иғтибар булды. Күптәр ошо түңәрәктән журналист һөнәрен яратырға өйрәнеп үҫте. Шуны иҫәпкә алып, етди шөғөлләнергә теләгән уҡыусылар менән республикала нәшер ителгән баҫмаларҙы даими уҡып барырға тырыштыҡ, үҙебеҙ барып алыу шартында тотош класс менән яҙылдыҡ. Шунлыҡтан иртән балалар мәктәпкә килгәс тә, артҡы парталарҙа ятҡан баҫмаларҙы уҡып, республика яңылыҡтары менән танышып, һөйләшеүгә әүҙем ҡушыла торғайны. Ябай ғына мәктәп түңәрәгендә, шулай итеп, республикабыҙҙың киләсәген ҡайғыртыр элита тәрбиәләүгә, киләсәктә өлкәндәрҙе алмаштырыр журналистар, уҡытыусылар, яҙыусылар, дикторҙар, драматургтар  үҫеп сығыуға ижад түңәрәктәре үҙ өлөшөн индерергә мөмкин. Ә был эштәрҙең төбөндә, әлбиттә, ниндәй генә туған телдә уҡытмаһындар, рус, башҡорт, татар теле булһынмы, Башҡортостандың киләсәге, алдағы быуындарҙың телле һәм милли рухлы булыуында туған тел уҡытыусыларының роле баһалап бөткөһөҙ.

 Берәү ҙә күп тел белеп тыумай, телгә ғаилә, мәктәп һәм  тормош өйрәтә. Әгәр бала туған телен яҡшы үҙләштерә икән, тел дә, халыҡ  тарихы ла йәшәй. Әммә, алда әйткәнсә, инглиз телен дә яҡшы үҙләштергәндә, халҡың тауышын сит тарафтарға ла танытырға мөмкин.

Туған телде сит телдәр менән сағыштырып уҡытыу ҙа телдең ҡулланыу даирәһен дә, телдәр өйрәнеүсе баланың офоҡтарын да киңәйтәсәк. Тимәк, бөгөнгө быуын өс телле булып үҫергә тейеш. Йылдам үҙгәреүсән, туризм үҫешкән ҡатмарлы заманда донъялағы бер халыҡ та, башҡаларҙан айырылып, үҙ ҡаҙанында ҡайнап йәшәй алмай. Бөгөн донъяның  ниндәй генә төбәгенә барһаң да, инглиз теле кәрәк. Ниндәй генә һөнәр кешеһе булмаһын, журналисмы ул, һатыусы, гид, отель хеҙмәткәре, уҡытыусы, вуз ғалимы булһынмы – сит телде белеү һәр ваҡыт кәрәк. Теләге булғандар француз, немец телдәрендә лә аралаша ала.

Ә халыҡ-ара аралашыу теле булған рус теленә бәйле хәлдәр нисек тора һуң? Әгәр тотош Европаны һәм шул иҫәптән элекке социалистик илдәрҙе алһаҡ, үкенескә ҡаршы, туҡһанынсы йылдарҙан һуң  рус теленә иғтибар кәмегән, хәҙер ул теләк буйынса уҡытыла. Асыҡлап әйткәндә, уның урынын инглиз теле  яуланы. Улай ғына ла түгел, бөгөн инглизсә уйлаған һәм ошо телдә генә һөйләшкән тотош бер быуын үҫеп сыҡты. Быға асыҡ миҫал – Европа  ғалимдары һәм тележурналистарының, төрлө һөнәр кешеләренең бер ниндәй тәржемәсеһеҙ Америка, Австралия, Ҡытай йәки Яңы Зеландия илдәренә сығып китеп эшләй, космонавтар, табиптар, сәйәхәтселәр интернет селтәрендә, тележурналистар туранан-тура сит ҡитғала йәшәгән һәм эшләгән кешеләр менән  инглизсә аралаша, интервью ала...

Шулай булғас, нисек инде сит телде белеү – тағы ла бер донъяны белеү тип әйтмәйһең инде?! Ғалимдар яҙыуынса, күп телдәрҙе белгән полиглоттар ҙа башланғысты туған теленән ала – шуны онотмайыҡ!

 

Миләүшә ГОДБОДЬ.

Читайте нас: