Бөтә яңылыҡтар

Ултырыштар – туған телдә

Дүртөйлө районында туған телде һаҡлау маҡсатында ниҙәр эшләнә? 

Ултырыштар – туған телдә
Ултырыштар – туған телдә

Бөгөн Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы Риф Йосопов “Бәйләнештә” селтәренә район хакимиәтендә туған телдә үткән кәңәшмә тураһында яҙма ҡуйҙы.

“Беҙ оператив кәңәшмәләрҙе туған телдә үткәреүҙе дауам итәбеҙ. Бөгөн урындағы башҡорттар ҡоролтайы рәйесе Гөлшат Хөсәйенова халҡыбыҙҙың мәҙәни-рухи мираҫы тураһында һөйләне.

Телде, йолаларыбыҙҙы һаҡлау, уларҙы киләсәк быуындарға тапшырыу – төп бурысыбыҙ. Был юҫыҡта райондағы ваҡиғаларҙы ҡыҙыҡлы осрашыуҙар, халыҡ байрамдары, милли фестивалдәр менән байытырға тырышабыҙ.

Күптән түгел “Айыҡ ауыл” конкурсына ярашлы Мәскәү ауылында “Мәскәү кистәре” тигән байрам үтте, унда төрлө халыҡтарҙың йолалары ҡатышты. Әле һабантуйҙар башланды. Бер майҙанда райондан сыҡҡан вәкилдәр, яҡташтар, илдең төрлө тарафтарынан ҡунаҡтар йыйыла. Был беҙҙе берләштерә, социаль һәм рухи яҡтан байыта”, – тип яҙҙы район башлығы һәм оператив кәңәшмәнән фотоһүрәттәр менән бүлеште.

Фото: vk.com/yusupovrif

Ултырыштар – туған телдә
Ултырыштар – туған телдә
Ултырыштар – туған телдә
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: