Бөтә яңылыҡтар

Июль аҙағында еңеүселәр асыҡлана

Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты конкурсына ғаризалар ҡабул итеү тамамланды.

Июль аҙағында еңеүселәр асыҡлана
Июль аҙағында еңеүселәр асыҡлана

Башҡортостан Башлығы гранты фонды Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм республиканың халыҡ телдәрен  һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән грант конкурсына ғаризалар ҡабул итеүҙе тамамланы. Конкурсҡа ғаризалар быйыл 28 апрелдән 30 майға тиклем ҡабул ителде.

Конкурс мәҙәниәт, белем биреү, фән, киң мәғлүмәт саралары, йәштәр сәйәсәте һәм спорт өлкәһендә Башҡортостан халыҡтарының дәүләт телдәрен, шулай уҡ Башҡортостандан ситтә башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү йүнәлеше буйынса  уҙғарылды. Коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙан конкурсҡа 138 ғариза ҡабул ителде. Иң күп ғаризалар түбәндәге йүнәлештәргә тура килә:

  • Башҡортостан Республикаһында  дәүләт телдәрен һәм мәҙәниәт, мәғариф, фән, киң мәғлүмәт саралары, йәштәр сәйәсәте һәм спорт өлкәһендә Башҡортостан халыҡтарының  телдәрен, шулай уҡ Башҡортостандан ситтә Рәсәй биләмәһендә башҡорт телен пропагандалау, үҫтереү йүнәлеше. (54 ғариза).
  • Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен, Башҡортостандан ситтә Рәсәй биләмәһендә башҡорт телен  һаҡлау, үҫтереү, популярлаштырыуға йүнәлтелгән яңы мәҙәни, белем биреү һәм фәнни проекттарҙы булдырыу һәм тормошҡа ашырыу. (43 ғариза)      

 Республика муниципалитеттары араһында тапшырылған ғаризалар һанына күҙ һалғанда хәл түбәндәгесә: Өфө (69 ғариза), Сибай (7 ғариза), Стәрлетамаҡ (4 ғариза), Шишмә районы (3 ғариза).

 Башҡортостан ойошмаларынан тыш,  гранттар  конкурсында  Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән коммерцияға ҡарамаған ойошмалар ҙа  ҡатнаша алды, уларҙың проекттары Башҡортостандан ситтә башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереүгә маҡсатланған. Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән - Свердловск өлкәһенән (4 ғариза), Силәбе өлкәһенән (4 ғариза), Пермь крайынан (1 ғариза), Краснодар крайынан (1 ғариза), Мәскәү ҡалаһынан (1 ғариза), Ханты-Манси автономиялы округынан (1 ғариза) ғаризалар килде.

 Әлеге көндә фонд тарафынан ҡатнашыусыларҙың конкурс талаптарына тап килеүгә ғаризалары тикшерелә. Тикшереүҙе үткән ғаризалар тураһында мәғлүмәт  грантыглавы102.рф. сайтында урын аласаҡ. Еңеүселәр июль аҙағында билдәле буласаҡ.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: