Бөтә яңылыҡтар

Рәсәйҙе күрмәҫкә тырышыу мөмкин түгел

Сара 6 июндә – Рус теле көнөндә – осраҡлы үткәрелмәне.

Рәсәйҙе күрмәҫкә тырышыу мөмкин түгел
Рәсәйҙе күрмәҫкә тырышыу мөмкин түгел

Ошо көндәрҙә “Башҡортостан рустары соборы” төбәк йәмәғәт ойошмаһының киңәйтелгән төбәк конференцияһы үтте. Уның эшендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов, Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин, видеобәйләнеш аша Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова һәм башҡалар ҡатнашты.

Сара 6 июндә – Рус теле көнөндә – осраҡлы үткәрелмәне. “Рустар соборы” рус теле һағында тора. Максим Забелин конференцияла ҡатнашыусыларға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡотлауын уҡып ишеттерҙе.

Азат Бадранов белдереүенсә, Рәсәй күп милләтле дәүләт булараҡ барлыҡҡа килгән һәм быуаттар буйына үҫешкән. Унда халыҡтар араһында бер-береңде мәҙәни яҡтан байытыу, хеҙмәттәшлекте үҫтереү һәм үҙ-ара дуҫлыҡты нығытыу процесы даими барған.

– Быуаттар буйына йөҙәрләгән этнос бергә йәшәй. Бында берҙәмлек һәм соборлыҡ – халыҡтарҙың рухи кимәлдә емерелмәҫ бер бөтөнгә берләшеүе сағыла. Был берҙәм территориаль һәм рухи киңлекте беҙ “Рәсәй” һәм “рус халҡы” тип атайбыҙ. Бөгөн рус теле аныҡ этносҡа ҡарауҙан да күберәкте аңлата. Ул бөтә Рәсәй халыҡтарын билдәләгән ҡиммәттәргә һәм нормаларға тәрән шәхси ынтылыу менән бәйле күңел торошо, берҙәйлек. Шуның менән бергә бөгөн рус мәҙәниәтен ситләштереүгә маташыу күҙәтелә. Рус мәҙәниәте һәм теле бойкотҡа дусар ителә, ә рус тарихы боҙоп күрһәтелә. Әммә тотош илде, етмәһә, Рәсәйҙең дөйөм кешелек тарихына индергән өлөшөн “кире ҡағыу” мөмкин түгел, – тине ул.

Беренсе вице-премьер, Рәсәйҙең күп милләтле субъекты булараҡ тарихи үҫешкән Башҡортостанда республиканың бөтә халыҡтары өсөн уңайлы йәшәү һәм үҫешеү өсөн кәрәкле шарттар булдырылған, тип билдәләне.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: