Бөтә яңылыҡтар

Терминология хеҙмәте ағзаларына танытма тапшырылды

Улар араһында беҙҙең "Башҡортостан"дың тәжрибәле тәржемәсеһе Лилиә Дәүләтбәкова ла бар. Хеҙмәттәшебеҙҙе ихлас күңелдән ҡотлап, эшендә артабан да уңыштар теләйбеҙ!

Терминология хеҙмәте ағзаларына танытма тапшырылды
Терминология хеҙмәте ағзаларына танытма тапшырылды

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары Азат Бадранов “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында”ғы закондың үтәлеше буйынса Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы комиссияның Терминология хеҙмәте ултырышын үткәрҙе. Сара аҙағында ул Терминология хеҙмәте ағзаларына танытмалар тапшырҙы.

Азат Бадранов Терминология хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы өсөн бик мөһим булыуын билдәләне. Уның эше башҡорт телен дәүләт теле булараҡ һаҡлауҙа һәм үҫтереүҙә, терминологияны, әҙәби башҡорт телен тәртипкә килтереүҙә ҙур роль уйнай.

“Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, урындарҙағы төрлө учреждениелар биналарында тупаҫ хаталар күҙәтелә. Комиссияға ошо йүнәлештә эште әүҙемләштереү мөһим”, - тине Премьер-министр урынбаҫары.

Ошо айҡанлы “Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының телдәре тураһында”ғы закондың үтәлеше буйынса республика Хөкүмәте ҡарамағындағы комиссияның Терминология хеҙмәте ағзаларына танытмалар әҙерләнгән – был уларға эштәрҙе ҡаршылыҡһыҙ үтәргә булышлыҡ итәсәк.

Билдәле булыуынса, Терминология хеҙмәте составында беҙҙең "Башҡортостан" редакцияһында оҙаҡ йылдар хеҙмәт иткән тәжрибәле тәржемәсебеҙ Лилиә Дәүләтбәкова ла бар. Танытма тапшырылыу уңайынан уны ихлас күңелдән ҡотлап, эшендә артабан да уңыштар теләйбеҙ. 

Сығанаҡ: Башҡортостан Хөкүмәте.

Автор:Римма Султанова
Читайте нас: