Бөтә яңылыҡтар

Ерем, телем, илем – Башҡортостаным

Ил тамырын баҙар балтаһы өҙөргә тейеш түгел.

Факил Мостафин коллажы.
Фото:Факил Мостафин коллажы.

Маҡтанып түгел, һоҡланып әйткән борондан беҙҙең ата-бабалар:

Ергенәйем алтын, һыуы һалҡын,

Башҡорт ере кеүек ер ҡайҙа?

Бары тик әкиәттәрҙәге күктә, болоттар араһындағы аҫылмалы хыял иленә генә тиңләп була еребеҙҙе. Дөрөҫөн әйткәндә, тиңләп булған. Ә хәҙер?

Башҡорт ерҙәре ниндәй генә бай булмаһын, ул байлыҡ мәңгелек түгел. Башҡорт ерҙәре ни тиклем ҙур булмаһын, сикһеҙ түгел. Кешене кеше иткән дә – ошо бәрәкәтле ер. Һутлы емеш, гәрәбәләй иген биргән ҡара ыуылдырыҡтай тупраҡты, шағир әйтмешләй, тот та икмәккә һыла инде! Ере, иле өсөн халыҡ күпме тир түккән, ҡан ҡойған!

Борон бер ырыу башлығынан: “Ерегеҙ икһеҙ-сикһеҙ: ул тау-урманы, ялан-туғайы, йылға-күле... Ниңә һеҙгә шул саҡлы, кәрәгенән артығы?” – тип һорағандар, ти. “Еребеҙ икһеҙ-сикһеҙ, тик уның һис артығы юҡ. Төрлөлөгө менән ул бөтөн, ырыуға яҙмыш төйәк булыуы менән ғәзиз”, –тип яуап биргән башлыҡ. Бына шулай. Ер бер ваҡытта ла артыҡ була алмай.

Ил тамырын баҙар балтаһы өҙөргә тейеш түгел. Халҡыбыҙҙың киләсәге яҡты булһын өсөн, бөгөн донъяға айыҡ аҡыл менән ҡарарға, хаталарҙы ҡабатламаҫҡа кәрәк. Милләтебеҙҙең киләсәге – беҙҙең ҡулда. Тыуған ерен һөйгән кеше туған телен дә һөйә. Был төшөнсәне айырып ҡарап булмай. Әсә телендә бала донъяны танып белә. Туған теле әсә һөтө менән бергә сабыйҙың ҡанына һеңә. Ке­шеләр менән аралаштырған – тел-белем, ғилем биргән – тел. Туған тел – үҙ байлығыбыҙ, яҙмышыбыҙ. Тел­дең, илдең йәшәүе лә – үҙебеҙҙең ҡул­да. Беҙҙең генә түгел, киләсәк бы­уындың һөйләшеүендә лә мәңге шулай ғорур яңғыраһын ине башҡорт те­ле.

Туған тел аша кеше туған халҡы­ның мәҙәниәте, йолалары менән таныша, уның рухын күңеленә һеңдерә. Беҙҙә киләсәк быуынды тәрбиәләрлек бай халыҡ ижады, әҙәбиәтебеҙ бар. Мәҫәлән, Сәғит Агиштың “Фәтхи һал­дат” әҫәрен уҡыған һайын, халыҡтың ни тиклем аҡыллы, йор һүҙле икәненә һоҡланаһың. Йәмғәли ҡарттың халыҡ алдында Фәтхигә әйткән һүҙҙәре генә лә алтынға тиң: “Кеше сыҡҡан юлынан кире ҡайтыр булһа, батыр түгел, бахыр булыр. Дуҫты дошмандан айыра бел. Телеңә баш бул, йөрәгең аҡылыңдан алда йөрөмәһен. Егет кешенең эсендә еҙ эйәрле ат ятыр. Егет үлһә, яманат түгел, мәңге һөйләрлек дан ҡайтһын”.

Һөйгәне Зөлхизә Фәтхиҙе алып китер алдынан былай тип йырлай:

Алтын-көмөш тә генә сөйгә

ҡыҙмай,

Баҡыр ҙа ғына сөйҙө үҙеңә тарт.

Ошо кинәйәле йыр арҡаһында Фәт­хи бығауҙың айышына төшөнөп ҡаса.

Тағы ла бер әҫәр – Назар Нәж­миҙең “Урал” поэмаһын алайыҡ. Сит илдә йәшәгән яҡташын осратҡан Ишмулла уны башҡорт тип танырға теләмәй. Был сит кеше, башҡорт икә­нен иҫбатларға теләп, уға бөтә кисерештәрен, уйҙарын, хис-тойғо­ларын асып һала. Тыуған ерен иҫенә төшөргәндә уның күҙҙәренән йәш атылып сыға. “Урал”ды йырлағас, Ишмулла: “Тик башҡорт ҡына ошолай йырлай ала, ләкин һин барыбер башҡорт түгелһең”, – ти. Бер ҡараһаң, Ишмулланың фекерендә дөрөҫлөк тә бар кеүек, әммә сит ерҙә йәшә­гәненә ҡарамаҫтан, башҡорт­лоғон юғалт­маған кеше, башҡорттоң сифат­тарын аңлап, һаҡлап ҡалған кеше башҡорт исеменә лайыҡ, минеңсә. Ә үҙ илендә, атай-олатайҙар төйәгендә, йәшәп тә, үҙен сит милләт вәкиле итеп күрһә­тергә теләп, бүтән телдә генә һөйләшеп йөрөүселәр аҙмы ни?!

Эйе, республикабыҙ күп милләтле. Һәр милләт кешеһе үҙ телендә, үҙ халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрендә тәрбиә­лә­нергә хаҡлы. Һәр кем үҙенең миллә­те менән ғорурланырға тейеш.

Һүҙемде Розалия Солтангә­рәе­ва­ның “Башҡорт иленә ҡобайыр”ынан өҙөк менән тамамлайым:

Һаҡлағыҙ башҡорт илен –

Батыр илен, дан илен,

Ҡояш илен, заң илен,

Башҡорт илен!..

Зөһрә КАШАПОВА

Әбйәлил районы.

Читайте нас: