Башҡортостан халыҡтары телдәрен һәм республиканың дәүләт телдәрен һаҡлау һәм үҫтереүгә Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантын алыуға конкурсҡа йомғаҡ яһалды. Еңеүселәр иҫәбенә 28 коммерцияға ҡарамаған ойошма инде.
Еңеүсе проекттар араһында иң танылған конкурс йүнәлештәре:
*Башҡортостан биләмәһендә мәҙәниәт, мәғариф, фән, киң мәғлүмәт саралары, йәштәр сәйәсәте һәм спорт өлкәһендә Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һәм дәүләт телдәрен, шулай уҡ Башҡортостандан ситтә Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә башҡорт телен пропагандалау һәм артабан үҫтереү – 10 проект;
* Башҡортостан халыҡтары телдәрен һәм дәүләт телдәрен, шулай уҡ Башҡортостандан ситтә Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә башҡорт телен һаҡлау, үҫтереү, популярлаштырыуға йүнәлтелгән яңы мәҙәни, белем биреү, фәнни проекттарҙы булдырыу һәм тормошҡа ашырыу - 7 проект.
* Башҡортостан халыҡтары телдәрен һәм дәүләт телдәрен, шулай уҡ Башҡортостандан ситтә башҡорт телен һанлы продукттар, фото-видео, аудио ресурстар, электрон майҙансыҡтар ҡулланып популярлаштырыу буйынса проекттарға ярҙам – 5 проект.
Еңеүсе проекттар географияһы республикабыҙҙың өс муниципалитеты тарафынан күрһәтелгән: Өфө - 18 берәмек, Сибай ҡалаһы һәм Иглин районы – берешәр. Шулай уҡ Рәсәйҙең әүҙем ҡатнашҡан төбәктәре: Свердловск өлкәһе - 4, Силәбе - 2, Ханты-Манси автономлы округы һәм Пермь крайы берәр проект тәҡдим иткән.
“Был гранттар конкурсы Башҡортостан халыҡтары телдәрен яңы кимәлдә үҫтерергә булышлыҡ итә. Йыл һайын республика Башлығының туған телдәр үҫешенә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән гранттары ярҙамында яңы мобиль ҡушымталар, балалар уйындары барлыҡҡа килеүен күрәбеҙ, муниципалитеттарҙа мәктәп телестудиялары һәм милли театрҙар һәм башҡалар асыла. Һәр еңеүсе проект туған телдәргә яңы үҫеш бирә, уларҙы өйрәнеү ҡыҙыҡһыныуын тыуҙыра. 2022 йылдың грант конкурсы еңеүселәре туған телдәрҙе өйрәнеүҙе популярлаштырыуға ҙур өлөш индереүенә ышанам”, - тине Фондтың генераль директоры Люция Сәйфуллина.
Проекттарҙы тормошҡа ашырыу быйыл 1 сентябрҙән башлана.